Украиналағы аслыҡ (1932—1933)
Украиналағы аслыҡ (1932—1933) — 1932—1933 йылдарҙа ул ваҡыттағы Украина ССС-ын[1][2] ялмаған һәм күп миллионды ҡорбандарға килтергән аслыҡ.[⇨] Был осорҙағы СССР-ҙың башҡа территорияларындағы аслыҡ тураһында СССР-ҙа аслыҡ (1932—1933) мәҡәләһен ҡарағыҙ.
Украинала 1932—1933 йылдарҙағы киң күләмле аслыҡ үләте — «Голодомор» (аңлы рәүештә халыҡты астан ҡырыу) тип атала. 2006 йылда Украинаның Юғары радаһы аслыҡты украин халҡына ҡарата геноцид[3] тип таный. «Голодомор» билдәләмәһе украин теленән башҡа телдәргә киң тарала[4], шул иҫәптән рус[5][6]) теленә килеп инә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәАслыҡ һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙың аныҡ һаны билдәле түгел. 2015 йылда Украинаның Тарих институты баҫтырып сығарған һәм көнбайыш тарихсыларының ҡайһы берҙәре тарафынан хупланған һуңғы баһаларға ярашлы, 1932—1933 йылдарҙағы демографик юғалтыуҙар 4 млн кешенән артып китә[7].
Британника энциклопедияһы версияһы буйынса, 1932—1933 йылдарҙа 4—5 млн украин[8][юҡ источник] һәләк була. Брокгауз энциклопедияһы күрһәткестәренә ярашлы, СССР-ҙа аслыҡтан 4—7 миллион кеше үлә, бигерәк тә Украинала[9] юғалтыуҙар күп була. 2002 йылда INED-тың заман демографтары иҫәпләүенсә, Украин ССР-ында дөйөм юғалтыу 4,6 миллион кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 0,9 миллионы мәжбүри миграция сәбәпле, 1 млн — тыумай ҡалыусылар иҫәбенә, 2,6 млн — һәләк булыусылар[10][11].
Киев ҡалаһы Аппеляция судының 2010 йылдың 13 ғинуарындағы ғәйепләү ҡарарында 1932—1933 йылдарҙа Украинала һәләк булғандар 3941 мең кеше[12][13][14] булыуы раҫлана. Шул уҡ ваҡытта 2009 йылдың 22 декабрендә үткән судҡа тиклемге тикшереү барышы тураһындағы ведомство-ара ведомствоара кәңәшмәлә 13613 биләмәлә 1847,5 мең ҡорбан булыуы билдәләнә[15]. Украина Именлек хеҙмәте һорауы буйынса башҡарылған иҫәпләүҙәргә ярашлы, украин этносының юҙалтыуы, аслыҡ үләте һөҙөмтәһендә тыумаған балаларҙы ла ҡушып, 6,122 мең кеше тәшкил итә.
Аслыҡтың иң көслө осоро 1933 йылға тура килә. Тарихсылар фекеренсә, 1932 йылғы аслыҡ саманан тыш иген сәсеү эҙемтәһе булып, дөйөм СССР-ҙағы 1932—1933 йылдарҙағы аслыҡҡа килтерһә, 1933 йылдағы аслыҡ украин халҡының барлыҡ аҙыҡ-түлек запасын тартып алыу һөҙөмтәһе була[16].
Тарихсылар һәм сәйәсмәндәр киң күләмле йотлоҡҡа килтереүсе сәбәптәр буйынса уртаҡ фекергә килә алмай. Аңлы рәүештә"Аслыҡ менән тынысландырыу" теорияһы яҡлылар, Украиналағы 1933 йылдың тәүге яртыһындағы киң күләмле аслыҡ совет етәкселеге тарафынан аңлы рәүештә, украин крәҫтиәндәренең милли-азатлыҡ ынтылыштарын баҫтырыу һәм бойондороҡһоҙ украин дәүләте[12] төҙөү мөмкинлеге бирмәү өсөн аңлы һәм маҡсатлы рәүештә башҡарылған ғәмәле, тип раҫлай. Уларға ҡаршы булыусылар, был тарихи ваҡиғалар индустриалләштереүҙең, радикаль иҡтисади реформаларҙың һәм 1920 йылдар һуңында — 1930 йылдар башында СССР-ҙа уңыш йыя алмауҙары һөҙөмтәһе, тигән фекер белдерелә.
1933 йылдың беренсе яртыһында УССР-ҙа булған ваҡиғалар Көнбайыш мәҡәләләрендә, мөрәжәғәттәрендә һәм акцияларҙа файҙаланыла. СССР-ҙа аслыҡ үләте тураһында асыҡ мәҙлүмәт булмау сәбәпле, улар оҙаҡ ваҡыт советтарға ҡаршы эшмәкәрлек тип баһалана[18].
Аслыҡ үләте темаһы әүҙем рәүештә 1970 йылдар һуңында — 1980-се йылдар башында сит илдәрҙә, атап әйткәндә, Икенсе донъя һуғышынан һуң украина мигранттарының[19][20] бер өлөшө йәшәгән АҠШ һәм Канадала тикшерелә һәм һөйләнелә.
СССР-ҙа аслыҡ үләте темаһы 1980 йылдар һуңында — «үҙгәртеп ҡороу» уртаһында күтәрелә. СССР тарҡалырҙан алда 1930 йылдарҙағы аслыҡты аңлатыу Украинала украин милләтен аңлы рәүештә юҡ итеү кеүек нығына һәм союздаш бәйләнештәрҙе туҡтатып, үҙаллылыҡ алыу[21] идеологияһының нигеҙе булып тора. 1990 йылдар уртаһынан «Аслыҡ үләте» (ингл. Holodomor) һүҙе «1932—1933 йылдарҙа Украинала ҙур аслыҡ» мәғәнәһендә әкренләп халыҡ-ара документтарға инә, ә 2003 йылдан ҡайһы бер илдәрҙең вәкәләтле органдары (украин диаспораһы күпләп йәшәгән) Украинала «Сталин режимы аңлы рәүештә ойошторған» аслыҡ һөҙөмтәһендә 7 миллиондан ашыу этник украин үлгән" аслыҡ «геноцид»ҡа тиңләнгән хоҡуҡи документтар ҡабул итә башлай.
Украинала аслыҡ үләте темаһы власҡа Виктор Ющенко (2005 йыл) килгәс, ил етәкселегенең төп идеологик сәйәсәте була. Тотош Украинала аслыҡ ҡорбандарына һәйкәлдәр, музейҙар, күргәҙмәләр асыла. Ющенконың дәғүәселәре белдереүенсә, аслыҡ үләте президент өсөн саҡ халыҡты үҙе тирәләй тупларға тырышҡан милли идея булып китмәй[21]. 2006 йылда Украинаның Юғары радаһы 1932—1933 йылдарҙағы аслыҡты украин халҡына ҡарата геноцид[22][23][24] тип билдәләгән закон ҡабул итә.
2009 йылда Украина Именлек хеҙмәте ошо факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғыта[25].
2009 йылдың 25 декабрендә совет һәм партия етәкселәре — И. В. Сталин, В. М. Молотов һәм Л. М. Каганович, П. П. Поташев, С. В. Ҡосиор, В. Я. Чубар һәм М. М. Хатаевичҡа ҡарата яңы енәйәт эше асыла. Суд, ғәйепләнеүселәрҙең аңлы рәүештә енәйәт эшләүен билдәләй һәм уларҙың вафат булыуы сәбәпле, енәйәт эшен яба.
2010 йылдың 27 апрелендә һайлауҙарҙа еңгән Украина президенты В. Ф. Янукович, 1930 йылдарҙағы киң күләмле аслыҡты украиндарға ҡарата булған геноцид тип баһаларға ярамай, ул СССР составына ингән халыҡтарҙың дөйөм фажиғәһе, тип белдерә[26].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ без Западной Украины, находившейся в составе Польши, Черновицкой области и части Одесской области, находившихся в составе Румынии, Закарпатской области, находившейся в составе Чехословакии, а также Крымской АССР, находившейся в составе РСФСР; в указанный период в состав Украинской ССР входило Приднестровье
- ↑ Закон України Про Голодомор 1932—1933 років в Україні от 28 ноября 2006 года
- ↑ Верховная Рада признала голодомор геноцидом . Lenta.ru (28 ноябрь 2006). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 28 август 2011 года.
- ↑ См.
- ↑ Голодомор//Универсальный дополнительный практический толковый словарь. И. Мостицкий. 2005—2012.
- ↑ Голодомор//Слитно или раздельно? Орфографический словарь-справочник. — М.: Русский язык. Б. З. Букчина, Л. П. Какалуцкая. 1998.
- ↑ Demography of a man-made human catastrophe: The case of massive famine in Ukraine 1932—1933.
- ↑ The famine of 1932-33
- ↑ Данный абзац в разделе «История» статьи «Украина» выглядит следующим образом (перевод с немецкого):
- ↑ Chapitre 1 La crise des anées 1930 prepared by J.Vallin, F. Mesle, S.Adamets and S. Pyrozhkov из «Causes de décès en Ukraine au XXè siècle» + CDRom (Смертность и причины смертей на Украине в XX веке. Франс Месле и Жак Валин при участии В. Школьникова, С. Пирожкова, С. Адамца 2003 INED) ISBN 2-7332-0152-2 [1]
- ↑ Скільки людей загинуло під час Голоду і чому це важливо | Українська правда
- ↑ 12,0 12,1 Текст Постановления Апелляционного суда Киева от 13 января 2010 года на официальном сайте СБУ 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление апелляционного суда г. Киева по уголовному делу по факту совершения геноцида в Украине в 1932—1933 гг. (рус.)
- ↑ Большевистские лидеры признаны виновными в организации геноцида в Украине // Корреспондент.net, 13 января 2010
- ↑ В. о. Голови УІНП Ігор Юхновський взяв участь у міжвідомчій нараді щодо стану розслідування кримінальної справи за фактом геноциду в Україні у 1932—1933 роках
- ↑ Кульчицкий С. В. [2]укр. «Голод 1932 р. в затінку голодомору-33»«Голод 1932 р. в затінку голодомору-33» — рус. Голод 1932 в тени Голодомора-33
- ↑ Государственная архивная служба Украины 2010 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ The Famine of 1932-33 in the Discussion of Russian-Ukrainian Relations
- ↑ The Great Famine-Genocide in Soviet Ukraine (Holodomor) 2009 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ ОПЕРАЦИЯ «ГОЛОДОМОР»
- ↑ 21,0 21,1 Заклятые соседи // Особенности национального геноцида.
- ↑ Текст Закона о Голодоморе.
- ↑ Ющенко утвердил Голодомор геноцидом украинцев . Lenta.ru (29 ноябрь 2006). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 28 август 2011 года.
- ↑ Верховная Рада признала голодомор геноцидом . Lenta.ru (28 ноябрь 2006). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 28 август 2011 года.
- ↑ СБУ возбудила уголовное дело по факту совершения Геноцида (дополненная) // UNIAN, 25.05.2009 16:01
- ↑ Янукович: массовый голод в СССР в прошлом веке нельзя считать геноцидом украинского народа // Интерфакс, 27 апреля 2010