Костенко Тамара Николаевна

Тамара Николаевна Костенко (1937) — ауыл хужалығының совет алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Костенко Тамара Николаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Краснодар крайы
СССР, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Апшеронский район[d]
СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Серебряная медаль ВДНХ

БиографияһыҮҙгәртергә

Тамара Николаевна Костенко 1937 йылдың 17 мартында Краснодар крайы Апшерон районының Хадыженский ҡасабаһында тыуған, хәҙер Хадыженск ҡалаһы.

Ете синыфты тамамлағас, Ейск ауыл хужалығы техникумын «зоотехния» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Кущёвский районы «Еңеү» колхозының 2-се һөт-тауар фермаһында мөдир булып башлай. Ферманы тарҡау торошта ҡабул итеп, ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хеҙмәт ойоштороу культураһы һәм һауым буйынса алдынғылар рәтенә сығара. 1976 йылда һәр һыйырҙан уртаса 4120 килограмм һөт алына, был үткән йыл күрһәткестәренә ҡарағанда 20 килограмға артыҡ тәшкил итә. Дәүләткә һатыуҙың йыллыҡ йөкләмәһе 1067 тонна һөт урынына 1090 тонна сифатлы һөт продукцияһы һатыла.

СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге указы менән, Бөтә Союз социалистик ярышында планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте, дәүләткә бойҙай һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын әҙерләүҙә һәм һатыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Костенко Тамара Николевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

КПСС ағзаһы булараҡ, КПСС-тың XXVII съезы делегаты итеп һайлана. Бер нисә хеҙмәттең, шул иҫәптән «Беҙҙең ферманың бөгөн һәм иртәгә» авторы була (Краснодар, Китап нәшриәте, 1979 йыл).[1]

1992 йылдан Тамара Николаевна хаҡлы ялда, Среднечубурск ауыл биләмәһендә йәшәй[2]

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Тағы ла бер Ленин ордены менән бүләкләнә (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986), шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы бар.
  • Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).[3]
  • 2002 йылда Т. Н. Костенко Краснодар крайы хакимиәтенең Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

БиблиографияҮҙгәртергә

  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә