Төп менюны асырға

Мария Корасо́н Кохуангко-Аки́но (Кори Акино; исп. María Corazón Cojuangco-Aquino, 25 ғинуар 1933 — 1 август 2009) — 1986 йылдан алып 1992 йылға тиклем Филиппин президенты.

Корасон Акино
Corazon Aquino
Корасон Акино
Корасон Акино
Филиппин президенты
25 февраль 1986 йыл — 30 июнь 1992 йыл
Алдан килеүсе: Фердинанд Маркос
Дауамсы: Фидель Рамос
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 25 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Паники, Тарлак, Филиппин
Үлгән: 1 август 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (76 йәш)
Филиппин, регион Лусон[d], Столичный Регион[d], Макати[d]
Ерләнгән: Manila Memorial Park Sucat[d]
Атаһы: Хосе Корасон[d]
Ире: Бенигно Акино
Балалары: Бенигно Акино
Партия: Либеральная партия Филиппин[d]
Белеме: St. Scholastica's College[d]
колледж Маунт-Сент-Винсент[d]
Дальневосточный университет[d]
Университет Атенео-де-Манила[d]
 
Сайт: coryaquino.ph
 
Автограф: Aquino Sig.svg

БиографияһыҮҙгәртергә

Корасон Акино 1933 йылдың 25 ғинуарында Филиппиндың Тарлак провинцияһының Паники ҡалаһында ҡатнаш (филиппин, ҡытай һәм испан) сығышлы хәлле ғаиләлә тыуған, алты баланың береһе була.

1948—1953 йылдарҙа АҠШ-та уҡый, математика уҡытыусыһы һәм француз теленән тәржемәсе квалификацияһын ала. Тыуған илена ҡайтып Филиппин Алыҫ Көнсығыш университетының юридик факуультетына уҡырға инә.

1954 йылда элекке Милли Асамблея рәйесенең улы Бенигно Акиноға кейәүгә сыға. Бенигно Акино уңыщлы сәйәси карьера төҙөй — 1955 йылда Консепсьон ҡалаһының мэры, һуңыраҡ — провинции Тарлак провинцияһының губернаторы, ә 1967 йылда — сенатор була. Был ваҡытта Корасон Акино йорт хужабикәһе булып, биш балаларын — улы Бенигно Акино III һәм дүрт ҡыҙын тәрбиәләй.

1973 йылда Филиппин президенты Фердинанд Маркос президент һайлауҙары һөҙөмтәһенән ҡурҡып илдә хәрби положение индерә һәм күренекле оппозиция лидерҙарын, шул иҫәптән Бенигно Акиноны ғулға алырға бойора. Һөҙөмтәлә тормош иптәше арест аҫтында ете йыл дауамында булған саҡта, Корасон Акиноның сәйәси карьераһы башланып китә, 1978 йылда парламент һайлауҙары кампанияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.

АҠШ президенты Джимми Картер йоғонтоһонда сенатор Акино төрмәнән сығарыла һәм ғаиләһе менән бергә илдән ҡыуып ебәрелә. 1983 йылда ул иленә ҡайтырға маташа һәм Манила аэропортында атыла (һуңыраҡ был аэропортты уның хөрмәтенә атайҙар).

Ире үлгәндән һуң Корасон Акино оппозиция лидерҙарының береһе булып китә. 1986 йылдың февралендә уҙғарылған президент һайлауҙарында кандидат була. Президент кампанияһы властар яғынан көсләү һәм үлтерештәр менән билдәләнә һәм ғәмәлдәге президент Маркосты еңгән тип иғлан итеү менән тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан Акино яғында булғандар президент һайлауҙары һөҙөмтәләрен ҡабул итмәйҙәр һәм 22 февралдә оппозиция оборона министры булышлығында Маркосты отставкаға итергә мәжбүр итә. 1986 йылдың 25 февралендә Корасон Акино президент вазифаһын башҡара башлай.

Корасон Акино властҡа килгәс илдә демократик реформалар башлана.

Улы Бенигно Акино 2010 йылғы президент һайлауҙарында Либераль партиянан кандидат булып, күпселек тауыш йыя һәм Филиппин президенты булып китә[1].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә