Кондратьев Алексей Александрович

Кондратьев Алексей Александрович (18 май 1930 йыл — 17 ғинуар 2012 йыл) — ғалим-инженер‑технолог. 1953—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1987 йылдарҙа химик технология процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1977). Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Өфө сыуаш мәҙәниәте клубы (1986—1989), Башҡортостан Республикаһының сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте (1989—1998) рәйесе.

Кондратьев Алексей Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Дүртөйлө, Аҙнағол волосы[d], Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 ғинуар 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Аспиранттар Сидоров Георгий Маркелович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Александрович Кондратьев 1930 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) Дүртөйлө ауылында тыуған. 1953 йылда Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) «нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы» буйынса тамамлағандан һуң, 1999 йылда ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә һәм ошо уҡ институтта уҡытыусы булып эшләй. 20 йыл самаһы химик технология процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. Ул «Нефть һәм уның продукттарын ҡатмарлы колонналарҙа фракциялау теорияһы һәм практикаһы» фәнни мәктәпбенә нигеҙ һалыусы. Өс диссертация советы ағзаһы. Кондратьев етәкселегендә 12 кандидатлыҡ диссертацияһы, 4 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Ул үҙенең 200-ҙән ашыу ғилми эшен баҫтырған, 84 авторлыҡ танытмаһы һәм уйлап табыу патенты бар, 80-90-сы йылдарҙа шуларҙың 30-ы йылдарҙа миллионлы иҡтисади эффект менән нефть эшкәртеү заводтарына индерелгән[2][3].

  • 1953 — Өфө нефть институтының «химик технология процестары һәм аппараттары» кафедраһы ассистенты;
  • 1960 — ӨНИ-лә өлкән уҡытыусы;
  • 1963 — техник фәндәр кандидаты, доцент;
  • 1964—1987 — ӨНИ-нең химик технология процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире;
  • 1974 — техник фәндәр докторы;
  • 1977 — ӨНИ профессоры, нефтехимия һәм химик технология кафедраһы ӨДНТУ-ның төп ғилми хеҙмәткәре;
  • 1986 — Өфө сыуаш мәҙәниәте клубын һәм ҡала «Нарспи» фольклор-этнографик ансамблен ойоштороусы;
  • 1989 — И. Я. Яковлев исемендәге Өфө йәмғиәте рәйесе;
  • 1989 — Өфө милли мәҙәниәттәр үҙәгенең ойоштороу съезы делегат;
  • 1989—1998 — Башҡортостанда сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте ойоштороусы һәм уның беренсе рәйесе;
  • 1992 — Бөтә донъя сыуаш милли конгресы ойоштороу съезы делегаты, Оло Совет ағзаһы;
  • 1993—1995 — П. М. Миронов исемендәге Өфө ҡалаһы Киров районының Сыуаш йәкшәмбе мәктәбенең уҡытыусыһы һәм китапханасыһы;
  • 1994 — Башҡортостан Республикаһы Инженер академияһының мөхбир ағзаһы (академигы)
  • 1994 — Сыуаш Республикаһы фән һәм сәнғәт милли академияһының Почётлы академигы;
  • 1994—1997 — Башҡортостан Республикаһы Сыуаш тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе;
  • 1997 — сыуаш халыҡ академигы;
  • 1998 йыл — Башҡортостанда Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенең Почётлы рәйесе;
  • 2000, 3 июнь — Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһын ойоштороу съезы делегаты;
  • 2001 — П. М. Миронов исемедәге ЧВШ МОУ Фәнни-методик Советы ағзаһы ;
  • 2005 — Сыуаш милли конгресы аҡһаҡалдар советы ағзаһы;
  • 1999, 2006 — Башҡортостан сыуаштары төбәк йәмәғәт ойошмаһының 1-се һәм 2-се һәм канашы (съезы) ойоштороу съезы делегаты
  • 2007 — П. М. Миронов исемендәге Сыуаш йәкшәмбе мәктәбендә маҡтаулы уҡытыусы;
  • 2008 — Сыуаш Халыҡ Академияһы мөхбир ағзаһы (академигы);
  • 2008 — Башҡортостан Республикаһы сыуаш тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте идараһы ағзаһы;
  • 2008 — сыуаш халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы;
  • 2011 — Рәсәй Тәбиғәт Академияһы ағза-корреспонденты;

Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы.

2012 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була. Алексей Кондратьев исеме менән Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Дүртөйлө ауыл урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет мәктәбен атайҙар, һәм унда 2013 йылда А. А. Кондратьев музейы асыла[4].

Тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

ХХ быуаттың 80-се йылдарынан алып А. А. Кондратьев Башҡортостан һәм Сыуашстандың ижтимағи-сәйәси тормошо менән әүҙем ҡатнашыусы булып тора. Ул «Нарспи» халыҡ ансамбле һәм ҡала сыуаш мәҙәниәте клубы башында тора. Өфө, республика әҙәби берекмәһе «Шура Адăл» (Аҡ Волга) әҙәби берләшмәне ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Республикаһы сыуаштарының Канашын (съезы) ойоштороусы, Өфө ҡала «Дружба» милли мәҙәниәттәр үҙәгенең һәм Халыҡтар дуҫлығы йортон, Башҡортостан Республикаһы сыуаш тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте, «Суук-Шишма ауылында сыуаш общинаһы» республика тарихи-мәҙәни үҙәген, «Урал сасси(Голос Урала)» республика гәзитен, З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһында сыуаш(хәҙер сыуаш-рус) бүлеген ойошторусы.

Алексей Кондратьев сыуаш, мордва, мари, башҡорт, татар, рус һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәте, фәне, тарихыһәм мәҙәниәте тураһындағы 23 китаптың авторы һәм төҙөүсеһе. Ул 19-20 быуатта Өфө губернаһында эшләгән 150-нән ашыу Симбирск сыуаш уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған кешеләрҙең эшмәкәрлеге тураһында материалдар йыйған. Сыуаш әҙәбиәте классиктары К. В. Иванов һәм Яков Ухсайҙың шәжәрәһен тикшергән. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың ижади мираҫын йыйыу һәм һаҡлау менән шөғөлләнә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ф. Н. Вуколов-Эрлик, С. А. Васильев, В. И. Озеровтың китаптарын баҫтырып сығара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Миҙал «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн»
  • Көмөш миҙал «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» (1947)
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1968)
  • Маҡтаулы хеҙмәте өсөн «В. И. Лениндың 100 йыллығы хөрмәтенә» миҙалы (1970)
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1978)
  • СССР Нефть химияһы сәнәғәте министрлығының Почёт грамоталары (1973)
  • СССР-ҙың Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрлығының Почёт грамотаһы (1973)
  • «СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы» билдәһе
  • СССР Юғары белем министрлығының «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе
  • «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе
  • Өфө ҡалаһы Ҡала Почёт китабына индерелә (1973)
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1974)
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1976)
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1977)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)
  • Сыуашстан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995)
  • Китаптар йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырыу өсөн М. С. Яндуш исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Рәсәй сыуаштарының Федераль милли-мәҙәни автономияһының Почёт грамоталары (2001)
  • Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының дипломы
  • Башҡортостан, Урал-Иҙел буйы һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡтары мәнфәғәттәре өсөн Канаш (съезд) Башҡарма комитетының Почёт грамоталары(2005)
  • Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почёт грамотаһы (2008)
  • Маҡтаулы исем «Сыуаш Халыҡ академияһын атҡаҙанған этно-мәҙәниәт хеҙмәткәре» (2009)

Профессиональ берләшмәләрҙә ҡатнашыуы

үҙгәртергә
  • Рәсәй тәбиғәтте өйрәнеү академияһының ағза-корреспонденты,
  • Башҡортостан Республикаһы Инженер академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994),
  • Сыуаш Республикаһы Фән һәм сәнғәт милли академияһының Почётлы академигы,
  • Сыуаш халыҡ академияһының мөхбир ағзаһы (2008)

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Кондратьев А. А. Проектирование установок первичной переработки нефти / А. А. Кондратьев, М. А. Танатаров , М. Н. Ахметшина , М. И. Медведева. Учебное пособие. — М.: Химия, 1975. — 200 с.
  2. Сборник трудов кафедры. Технология нефти и газа (вопросы фракционирования). № 1. 1967., № 2. 1971., № 3. 1975., № 4, 1975.
  3. Кондратьев А. А. Родники Слакбаша. — Уфа: 1996. — 170 с.
  4. Кондратьев А. А. Сердцу близкие имена. — Уфа: 1997. — 236 с.
  5. Кондратьев А. А. Свет из Симбирска. — Уфа: 1998. — 300 с.
  6. Кондратьев А. А. Святое окружение Прасковьи Кориной. — Чебоксары: 2001. -— 320 с.
  7. Кондратьев А. А. Эшпаи — музыканты и композиторы из Кокшамар. — Уфа: 2003. — 256 с.
  8. Кондратьев А. А. Юртов — первый просветитель мордовского народа. — Уфа: 2004. — 136 с.
  9. Кондратьев А. А. Одна лишь музыка… — Уфа, 2008. — С. 146.
  10. Кондратьев А. А. Марийский учёный и просветитель В. М. Васильев. — Уфа: 2009. — 172 с.
  11. Кондратьев А. А. Избранные труды. Уфа, 2012.- с.528.
  12. Кондратьев А. А. Учёный-просветитель Павел Миронов. Уфа: Китап, 2012 г.- 128 с., ил.
  13. Хрестоматия по истории и языку чувашского народа / Составитель Кондратьев А. А. — Уфа: 1996. — 160 с.
  14. Сборник документов Общества чувашской культуры Республики Башкортостан (1986—1996). Часть первая. / Составитель А. А. Кондратьев — Уфа: 1996. — 196 с.
  15. Иван Яковлев — выдающийся чувашский просветитель-педагог / Составитель А. А. Кондратьев — Уфа: 1998. — 238 с.
  16. Исследователи чувашской культуры и истории / Составитель А. А. Кондратьев — Уфа, 1998. — 278 с.
  17. Гурий Комиссаров — краевед и просветитель / Составитель А. А. Кондратьев — Уфа: 1999. — 525 с.

СССР Фәндәр академияһының «химик технологияның теоретик нигеҙҙәре» (ТОХТА) журналында баҫылған мәҡәләләр

  1. Кондратьев А. А. Перегонка и ректификация сложной (непрерывной смеси) // ТОХТ. Т.3, № 1. 1969.
  2. Кондратьев А. А. Расчет ректификационной колонны для разделения дискретно-непрерывной смеси // ТОХТ. Т.4, 1970.
  3. Кондратьев А. А. Расчет ректификации непрерывной смеси в колонне с несколькими вводами питания и отборами // ТОХТ, Т.6, № 3. 1972.
  4. Кондратьев А. А. Сравнение математических моделей ректификации непрерывных смесей // ТОХТ. Т.8, № 6. 1974.
  5. Кондратьев А. А. Особые случаи ректификации неидеальных смесей / А. А. Кондратьев, Л. Я. Серафимов, Л. Н. Фролова // ТОХТ. Т. 9, № 3. 1975.
  • Кондратьев Алексей Александрович // Башкирская энциклопедия. Т. 3. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.
  • Кондратьев Алексей Александрович // Национальная Академия наук и искусств Чувашской Республики. — Чебоксары: НАНИ ЧР, 2002.
  • Тарасов И. Г. Прокладывающий тропинку вперёд (на чуваш. языке) // Урал сасси. — 2000. — 18 мая.
  • Тус И. Жизнь прожить — не поле пройти (на чуваш. языке) // Хыпар. — 2010. — 14 июля.
  • Тарасов И. Он любил людей и работал для них // Вечерняя Уфа.- 2013.- 17 января.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә