Конгресс китапханаһы
(Конгресс Китапханаһы битенән йүнәлтелде)
Конгресс ктапханаһы (ингл. The Library of Congress) — АҠШ-тың милли китапханаһы, Донъяның иң ҙур китапханаһы[51].Вашингтонда урынлашҡан. АҠШ Конгресының фәнни китапханаһы, хөкүмәт органдарын, фәнни тикшеренеү учреждениеларын, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, шәхси фирмаларҙы һәм сәнәғәт компанияларын, мәктәптәрҙе хеҙмәтләндерә.
Конгресс китапханаһының махсус бүлеге копирайттар (авторлыҡ хоҡуҡтары) менән шөғөлләнә.
Китапхана тарихы
үҙгәртергә- Нигеҙ һалыныу датаһы 1800 йылдың 24 апреле тип һанала, ошо көндә АҠШ президенты Джон Адамс дәүләттең баш ҡалаһын (John Adams) Филадельфиянан Вашингтонға (Washington) күсереү тураһында законға ҡул ҡуя. Пункттар араһында китапханаға китаптар алыу һәм уларҙы һаҡлалыҡ бина һалыу өсөн 5000 доллар (ул ваҡыт өсөн ярайһы ҙур сумма) бүлеү тураһында ла була. Ул китапхананың эш тәртибен билдәләй. Быға ярашлы китапхана менән бары АҠШ президенты һәм вице-президенты, сенат ағзалары, Вәкилдәр палатаһы (АҠШ Конгресы) ғына файҙалана алған. Шуға күрә уны — «Конгресс китапханаһы» тип атала башлаған.
- Башта фондта 740 китап һәм Лондонда һатып алынған Американың өс географик картаһы ғына була. 1801 йылдың 4 мартында президент вәкәләттәрен үтәүгә тотонған киләһе башлыҡ Томас Джефферсон (Thomas Jefferson) китапхана фонды менән ныҡлы шөғөлләнергә тотона, был осорҙа китапхана фонды күпкә тиҙерәк арта башлай. 8 йылдан Джеймс Мэдисон президент булып килә, уның өлөшөнә бик ауыр йөк — 1812—1814 йылдарҙағы Англия менән һуғыш осоронда илгә етәкселек итеү йөгө төшә.
- Һуғыш барышында, 1814 йылдың авгусында Вашингтонды инглиздәр яндырып бөтә. Капитолий бер нимәһе ҡалмай яна, ә унда баһалап бөткөһөҙ йөкмәтле китаптар һаҡланған була. Британ ғәскәрҙәрен ҡыуып сығарғас, Мэдисон китапхананы тергеҙергә бойороҡ бирә. Экс-президент һәм көслө библиофил Джефферсон Конгресҡа ярты быуат буйы йыйған төрлө телдәрҙәге 6487 томдан торған үҙенең шәхси тупланмаһын алырға тәҡдим итә. Ул ваҡытта АҠШ-та был тупланмаға еткән китапхана булмай. Америка тәҡдимде ҡабул итә. 23 940 доллар хаҡ ҡуйыла. Шул ваҡыттан «Конгресс китапханаһы» «Джефферсон китапханаһы» тигән менән тиң булып китә.
- 1851 йылда китапхана икенсе тапҡыр ҙур янғын кисерә, был афәттә Томас Джефферсон китаптарының күп өлөшө,фондтағы 55 000 төрлө баҫмаларҙың 2/3 өлөшө янып бөтә. Бер йыл үткәс кенә дәүләт бюджетынан китапхананы тергеҙеүгә 168 700 доллар бүленгән. Был аҡсаның күп өлөшө төҙөлөшкә һәм ремонт эштәренә китә.
- 1850-се йылдарҙа Конгресс китапханаһына министрҙар, ҡайһы бер ведомство етәкселәре, АҠШ-тың Юғары суды ағзалары, сәйәси партияларҙың абруйлы етәкселәре, танылған ғалимдар һәм яҙыусылар, эре киң мәғлүмәт сараларының журналистары инә ала башлай .
- 1870 йылда башлыса Конгресс китапханаһының шул саҡтағы етәксеһе Эйнсуорт Рэнд Споффорд тырышлығы менән АҠШ-та сыҡҡан баҫмаларҙың барыһынан да Конгресс китапханаһына мотлаҡ бер дана ебәреү тураһында указ ҡабул ителә. Шул осорҙа уҡ дәүләт бюджетынан килгән аҡсаны алыу һәм тотоноу, китапханаға финанс ярҙамы күрһәткәндәрҙе дәртләндереү тәртибе закон нигеҙендә нығытыла.
- 1899 — 1939 йылдарҙа китапханаға етәкселек иткән Герберт Патнем китапханалағы китаптарҙы класлаштырыуҙың уңайлы системаһын индерә, етәкселек итеүенең һуңғы йылдарында Конгресс китапханаһы өсөн махсус һалдырылған бинаны аса. Филиалға Конгресс китапханаһына нигеҙ һалған Джон Адамс исеме бирелә. Яңы бинаға 6 500 000$ бүленә. Бина имени Томас Джефферсон исемендәге "белем һарайы"нан алыҫ түгел урынлашҡан.
- 1907 йылда Конгресс китапханаһына 40 000 долларға Красноярск сауҙагәре һәм библиофил Г. В. Юдиндың 81 мең дананан торған шәхси китапханаһын һатып ала, унда башлыса рус тарихы буйынса китаптар һәм журналдар тупланған була. Шунан алып бында Рәсәйҙән ситтә иң күп урыҫ телендәге китаптар тупланған (әле Конгресс китапханаһында өс йөҙ мең самаһы урыҫ телендәге баҫма бар).
- 1930-се йылдарҙа Джефферсон китапханаһы милли статус ала, ул АҠШ бюджетынан тәү сиратта комплектолау хоҡуғына эйә була.
- 1939 — 1944 йылдарҙа китапханаға Арчибальд Маклиш етәкселек итә,1945 — 1953-тә Лютер Эванс була, 1954 — 1974 йылдарҙа «эстафетаны» Куинси Мамфорд ҡабул итә, ә 1975 — 1987 йылдарҙа Дэниел Бурстин етәксе була .
1980 йылда Конгресс китапханаһының өсөнсө, иң ҙур майҙанлы бинаһы сафҡа инә, уны Джеймс Мэдисон исеме менән атайҙар. Мэдисон бинаһында ер йөҙөнөң барлыҡ төбәктәренән төрлө телдәрҙәге гәзит-журналдары һаҡлана.
Бүләктәре
үҙгәртергәКонгресс китапханаһы ошондай бүләктәр бирә: Клюге премияһы, Гершвин премияһы, Living Legend[en] (инг.) һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКомментарийҙар
үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.politico.com/story/2016/04/library-of-congress-founded-april-24-1800-222217
- ↑ Federal Register (ингл.) — Washington, D.C.: Office of the Federal Register, 1936. — ISSN 0097-6326; 2167-2520
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 libraries.org (ингл.): A directory of libraries throughout the world
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 https://www.loc.gov/z3950/gateway.html#lc
- ↑ 5,0 5,1 WorldCat (билдәһеҙ) — 1971.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 8,0 8,1 (unspecified title)
- ↑ https://www.aoc.gov/explore-capitol-campus/buildings-grounds/library-of-congress/james-madison-building
- ↑ https://www.clir.org/about/current-sponsors-and-funders
- ↑ http://old.arl.org/arl/membership/members.shtml
- ↑ https://www.arl.org/list-of-arl-members/#L
- ↑ https://www.wdl.org/en/partners/
- ↑ http://www.icam-web.org/memberlist.php?subnode_id=1&key=U
- ↑ http://biodivlib.wikispaces.com/BHL+Consortium#BHLparticipatingInstitutions
- ↑ BHL Members // BHL Consortium
- ↑ https://www.w3.org/Consortium/Member/List
- ↑ List of members
- ↑ https://geheugen.delpher.nl/nl/geheugen/pages/instelling/Library+of+Congress
- ↑ https://web.archive.org/web/20230803111744/https://cdn.ifla.org/wp-content/uploads/ifla-members-and-association-affiliates_2023-07-21.pdf
- ↑ https://web.archive.org/web/20240227092307/https://www.cni.org/about-cni/membership/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20240313141124/https://ndsa.org/membership/members/
- ↑ https://web.archive.org/web/20230822111345/https://netpreserve.org/about-us/members/
- ↑ http://www.loc.gov/crsinfo/about/history.html
- ↑ Гражданство сша
- ↑ https://www.loc.gov/cds/about.html
- ↑ http://www.loc.gov/avconservation/
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.)
- ↑ Library of Congress Library of Congress // LCNAF (ингл.)
- ↑ https://www.loc.gov/marc/ndmso.html
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #35626-8 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ JSTOR — 1995.
- ↑ Library of Congress // http://id.loc.gov/vocabulary/organizations/dlcmss (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ http://www.loc.gov/rr/mopic/pickford/index.html
- ↑ Guide to Feleky Collection Published (ингл.) — [Washington, D.C.]: Library of Congress, 1995. — ISSN 0041-7904; 1082-6580
- ↑ https://dp.la/browse-by-partner
- ↑ https://loc.gov/contact/
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Карты Google — 2005.
- ↑ 40,0 40,1 40,2 40,3 http://web.archive.org/web/20210728081421/https://www.loc.gov/about/general-information/
- ↑ http://www.loc.gov/about/general-information/
- ↑ 42,0 42,1 https://web.archive.org/web/20210409111909/https://www.loc.gov/about/general-information
- ↑ https://www.loc.gov/rr/wirelessaccess.html
- ↑ https://www.loc.gov/visit/wireless/
- ↑ ISSN
- ↑ http://viaf.org/
- ↑ McCarthy D., Wallace A. Open GLAM Survey // Google Sheets — 2018.
- ↑ https://uscode.house.gov/view.xhtml?path=/prelim@title2/chapter5&edition=prelim
- ↑ https://www.law.cornell.edu/uscode/text/2/chapter-5
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Library of Congress [1]
Һылтанмалар
үҙгәртергәКонгресс китапханаһы Викимилектә | |
Конгресс китапханаһы Викияңылыҡтарҙа |