Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы)
Комиссаровка — Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районындағы утар.
Утар | |
Комиссаровка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
[[1798]] |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86367 |
Почта индексы |
346381 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Комиссаровка ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
үҙгәртергәТарих
үҙгәртергәКомиссаровка утары Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Казак есаулы Дмитрий Комиссаров утарға нигеҙ һалған. Дон Ғәскәре өлкәһе хәрби канцелярияһының 1798 йылдың 22 ғинуары билдәләмәһе буйынса йөҙ башы есаулға Илья Попов утарынан өҫтәрәк 39 крәҫтиәнен Лихая йылғаһы буйына күсереп ултыртырға рөхсәт бирелгән.
Бер аҙ ваҡыт ауыл Черкасск округының Федоровка улустарына ҡараған ауыл. ХХ быуат башында бында 426 йортта 1686 кеше йәшәй. Ауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, сауҙа кибеттәре булған.
Комиссар ауылы кешеләренең бер өлөшө ер һөрөү менән, икенсе өлөшө таш күмер сығарыу менән шөғөлләнә. Бында күмерҙе ауылға нигеҙ һалғас та сығара башлағандар. Күмерҙе сығарыу өсөн башта тупраҡтың йоҡараҡ ҡатламы алынған, аҙаҡ күмер ятышынан ҙур киҫәктәр ватып алғандар һәм йорт ихтыяжы өсөн ҡулланғандар.
Ҡасабала таш күмер сығарылыу был тирәлә шахталар үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәүҙә күмерҙе бәләкәй генә шахтенка-«мышеловка» соҡоп алғандар, ә һуңғараҡ механизациялы сәнәғәт нигеҙендә сығара башлағандар. Совет власы йылдарында Комиссаровка шахтерҙар ҡасабаһына әүерелгән. Бында Комиссаровский шахта идаралығы ойошторола һәм уңышлы эшләп килә.
Граждандар һуғышы йылдарында ауыл кешеләре П. Ф. Романютенко етәкселегендә отряд ойошторалар. Был отряд башҡа төркөмдәр менән бергә совет власын яҡлай.
Һуғыштан һуң бергәләшеп ер эшкәртеү ширҡәте рәйесе П. З. Берков етәкселегендә «Ҡыҙыл партизан хеҙмәте» колхозы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы бөтәһен дә юҡҡа сығара.
Комиссаровка ауылынан йөҙәрләгән кеше Тыуған илде һаҡлай. Уларҙың 138-е батырҙарса һуғышып Ватан өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡыла.
Комиссаровкалылар үҙ иптәштәрен һәм ҡасабаны 1942 йылдың йәйендә һаҡлаусы туғыҙынсы армияның 375-се батальон һалдаттарын хөрмәт менән иҫтә тота. Бөйөк еңеүҙең 40 йыллығына уларҙың ҡалдыҡтарын ҡайтанан ерләйҙәр. Ауыл мәктәбе янында совет һалдаты һәйкәле төҙөлә. Фронттағы батырлыҡтары өсөн ҡасабаның күп кешеләре хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған, ә П. Я Колесников өс дәрәжә Дан орденының тулы кавалеры була.
Беҙҙең көндәрҙә биш Комиссаровка ауылы кешеһе яугир-афғансы, кесе сержант Игорь Пивоваров һалдат бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән[3].
Урамдар
үҙгәртергә- Гагарин урамы,
- Заречная урамы,
- Тыныслыҡ урамы
- Тау аҫты урамы
- Фрунзе урамы,
- Энгельс урамы,
- Ҡоҙоҡ тыҡрығы,
- Эшсе тыҡрығы.
Иҫтәлекле урын
үҙгәртергә- Совет һалдаты һәйкәле (1985).
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМякинченк, В. //Советтар власы.- 1991.- 16 ғинуар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Хутор Комиссаровка