Колядина Варвара Васильевна
Колядина Варвара Васильевна (23 декабрь 1896 йыл — 13 октябрь 1967 йыл) — мәғариф алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1924—1958 йылдарҙа Пенза ҡалаһының В. Г. Белинский исемендәге 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың ике саҡырылыш (1951, 1955) Юғары Советы, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Пенза өлкә Советы (1957) депутаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1954). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1946) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
Колядина Варвара Васильевна | |
рус. Варвара Васильевна Колядина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 23 декабрь 1896 (4 ғинуар 1897) |
Вафат булған көнө | 13 октябрь 1967 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВарвара Васильевна Колядина 1896 йылдың 23 декабрендә Пенза губернаһының Пенза өйәҙе Соловцовка ауылында тыуған. 1916 йылда Икенсе Пенза ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай (педагогик класс менән).
1916—1923 йылдарҙа Пенза губернаһының Любятино һәм Дубенское ауылдары мәктәптәрендә, 1924—1958 йылдарҙа — Пенза ҡалаһындағы В. Г. Белинский исемендәге 1-се урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Пенза ҡалаһының атҡаҙанған һәм орденлы уҡытыусыларының Почет китабына индерелгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1946).
- «Почёт Билдәһе» ордены (1949).
- «РСФСР мәктәптәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме (1954).
- «1929-1930 уҡыу йылында Пенза ҡалаһында иң яҡшы уҡытыусы» исеме.
- Ударник профработы исеме (1930).
- «Мәҙәни фронт ударнигы» исеме (1937) «Красный пролетарий» фабрикаһында «Наҙанлыҡты бөтөрөргә» йәмәғәт ойошмаһынағы эше өсөн.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Ике тапҡыр (1951 һәм 1955 йылдарҙа) РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
- 1952 йылда Бөтә Союз тыныслыҡ яҡлылар конференцияһы делегаты була.
- 1957 йылда хеҙмәтсәндәр депутаттарының Пенза өлкә Советы депутаты итеп һайлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Грошев И. Заслуженная учительница //«Молодой ленинец». 1951. 31 марта;
- В. В. Колядина: Биография //«Сталинское знамя». 1955. 4 февраля