Козма Ласло

Венргия инженеры

Ласло Козма (28 ноябрь 1902, Венгрия, Мишкольц − 9 ноябрь 1983, Венгрия, Будапешт) — венгр инженеры, 1957 йылда Венгрияла беренсе MESZ-1 компьютерын булдырыусы, Венгрия Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы.

Козма Ласло
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 28 ноябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2]
Тыуған урыны Мишкольц[d], Мишкольцский яраш[d], Боршод-Абауй-Земплен[d], Венгрия
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] (80 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгерская Народная Республика[d][3]
Ерләнгән урыны Фаркашрети[d][4][5]
Балалары Q125853024?
Һөнәр төрө инженер, специалист в области информатики
Ойошма ағзаһы Венгрия фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Козма Ласло Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1921 йылда Ласло Козма Будапешт Технология Университетына уҡырға инергә тырышҡан, әммә сикләүсе квота арҡаһында уны уҡырға алмайҙар Һәм ул электрик булып хеҙмәт юлын башлай. 1925 йылда Чехословакиялағы Брно Технология Университетына уҡырға инә һәм электротехник һөнәрен үҙләштерә, 1930 йылда уҡыу йортон тамамлай.

Тиҙҙән Козма AT&T америка компанияһының Антверпен офисына эшкә урынлаша, бында ул автоматик телефон коммутаторҙары һәм электр-механик хисаплау техникаһын проектлай башлай. 1924 йылда Козма яңынан Венгрияға ҡайта, бында репрессияға дусар була һәм 1944 йылда Маутхаузен концентрацион лагерына күсерелә. 1945 йылдың авгусында ғына бик ауыр хәлдә тотҡонлоҡтан азат ителә.

Һуғыштан һуң күп тә үтмәй Standard Electrical Co венгр компанияһына в качестве инженер-проектлаусы сифатында эшкә урынлаша.

1949 йылда Венгрия Халыҡ Республикаһы тарафынан компанияға бәйле ялған хәбәр таратыуы арҡаһында шау-шаулы эш буйынса ғәйепләнеүсе була. Суд Козманы 15 йылға иркенән мәхрүм итә, әммә 1954 йылда ул аҡланған һәм төрмәнән сығарылған. Бынан һуң 19551972 йылдарҙа Будапешт Технология һәм Иҡтисад Университетының профессоры була.

Ласло Козма башлыса элемтә сараларын автоматлаштырыу технологияһы мәсьәләләре буйынса эшләй, әммә 1957 йылда Венгрияла MESZ-1 тип аталған беренсе компьютер уйлап тапҡаны өсөн ҙур танылыу ала.

1961 йылда Ласло Козма Венгрия Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, ә 1976 йылдан — тулы хоҡуҡлы ағзаһы була.

Ласло Козма 1983 йылда Будапешта 80 йәшендә вафат булған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Record #63398824 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. (unspecified title)
  4. https://epa.oszk.hu/00000/00003/00030/adattar.html
  5. https://epa.oszk.hu/00000/00003/00030/nevmutato.html