Кожина Маргарита Николаевна
Кожина Маргарита Николаевна (1 август 1925, Ҡыштым, Силәбе өлкәһе — 11 август 2012, Пермь) — СССР һәм Рәсәй лингвисы, филология фәндәре докторы, профессор (1973), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Рәсәйҙә һәм унан ситтә билдәле булған функциональ стилистиканың Пермь мәктәбенә нигеҙ һалыусы[1], рус теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире (1971—1982), Пермь дәүләт университетының филология факультетында рус теле һәм кафедраһына нигеҙ һалыусы[2] һәм уның мөдире (1982—1993)[3].
Кожина Маргарита Николаевна | |
рус. Маргарита Николаевна Кожина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1925 |
Тыуған урыны | Ҡыштым, Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 август 2012 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лингвист |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Эш урыны | филологический факультет ПермГУ[d] |
Уҡыу йорто |
историко-филологический факультет ПермГУ[d] Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] (1970) һәм профессор[d] (1973) |
Ғилми етәксе | Иван Михайлович Захаров[d] |
Аспиранттар | Мария Павловна Котюрова[d], Лилия Рашидовна Дускаева[d] һәм Елена Александровна Баженова[d] |
Уҡыусылар | Лилия Рашидовна Дускаева[d] һәм Мария Павловна Котюрова[d] |
Әүҙемлек урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | psu.ru/fakultety/filolog… |
Биографияһы
үҙгәртергәМаргарита Николевна Кожина 1925 йылдың 1 авгусында Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында ғалим-урмансы ғаиләһендә тыуа[4].
1948 йыл Молотов университетының тарих-филология факультетын тамамлай[5]; диплом эше М. А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы стиленә арнала. Уҡыу аспирантура СССР Фәндәр Академияһының лингвитсик тикшеренеүҙәр институтында аспирантурала уҡый, «Морфология глагола в „Ведомостях“ петровского времени» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай
1970 йылда МДУ-ла «Проблемы специфики и системности функциональных стилей речи» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1971 йылдың октябрендә Пермь университетының филология факультетында М.А.Генкелдең вариҫы булып, рус теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһын етәкләй. Кафедра менән 22 йыл етәкселек итә. 1973 йылдан — дөйөм тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы буйынса профессор
1982 йылдан 1993 йылға тиклем — стилистика һәм рус теле кафедраһы мөдире (ПДУ-ның рус теле һәм дөйөм тел ғилеме баш һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһынан Л.Н.Мурзин ойошторған дөйөм һәм славян-рус теле ғилеме кафедраһының айырылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән).
2012 йылдың 11 авгусында Пермдә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБөтә эшмәкәрлеге Пермь университеты менән бәйләнгән, бында ул ассистенттан алып почетлы профессорға тиклем юл үтә. Пермь дәүләт университетының рус теле һәм стилистикаһы кафедра менән 22 йыл етәкселек итә. Лексика, синтаксис, стилистика, рус әҙәби теле тарихы, шулай уҡ төрлө махсус курстар буйынса лекциялар уҡый.
1960 йылдар башында совет тел ғилемендә беренселәрҙән булып тел эшмәкәрлеге проблемаларын камиллаштырыуға, яңы фәнни йүнәлеш – функциональ стилистиканы булдырыуға, шул иҫәптән тарихи (диахрноки) стилистикаға, сағыштырма стилистикаға, телмәр ғилеменә иғтибар итә. Стилистиканың төп төшөнсәләрен һәм категорияларын: функциональ стилдәрҙең телмәр системалығын һәм үҙенсәлеген, комплекслы дисциплина-ара ҡараш нигеҙендә экстарлингвистик нигеҙҙәрен билдәләй. Уның мөхәррирлеге аҫтында вуз-ара йыйынтыҡтарҙың 20 сығарылышы һәм бер нисә монография баҫылып сыға.
М. Н. Кожина Мәғариф министрлығы ҡарамғында филология буйынса Баш Советы ағзаһы, Stylistyka, «Стил» халыҡ-ара журналдары мөхәрририәтенең әүҙем ағзаһы була.
1990 йылдараҙна ул халыҡ-ара «Синтез славянской стилистики» фәнни программа эшләүҙә ҡатнаша (Польшала үҙәге менән)[6].
Маргарита Николаевна Кожинаның библиографияһында рус теле стилистикаһы өлкәһендә 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмә, шул иҫәптән ете монография бар. Ул илдә беренсе стилистика дәреселеге — «Стилистика русского языка» хеҙмәтенең авторы булып тора (1977).
Төп эштәре
үҙгәртергә- О специфике художественной и научной речи в аспекте функциональной стилистики (1966).
- К основаниям функциональной стилистики (1968).
- О речевой системности научного стиля сравнительно с некоторыми другими (1972).
- Стилистика русского языка (1-е изд. 1977; 2-е изд. 1983; 3-е изд. 1993). Учебник переведен на несколько языков и награждён бронзовой медалью ВДНХ.
- О диалогичности письменной научной речи (1986).
- О функциональных семантико-стилистических категориях (1987).
- Очерки истории научного стиля русского литературного языка XVIII-XX вв. (Т.1. 1994; Т.2, ч.1. 1996; Т.2, ч.2. 1998 (в соавт.).
- Речеведческий аспект теории языка (1998).
- Пути развития стилистики русского языка во 2-й половине XX в. (1997).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Направления научной деятельности и научные лидеры 2019 йыл 27 март архивланған. // Пермский государственный национальный исследовательский университет
- ↑ Маргарита Николаевна Кожина. Создатель кафедры 2014 йыл 7 апрель архивланған. // Кафедра русского языка и стилистики. Пермский государственный национальный исследовательский университет
- ↑ Кафедра русского языка и стилистики 2015 йыл 6 апрель архивланған. // Пермский государственный национальный исследовательский университет
- ↑ Болгарская русистика. 2005/3-4
- ↑ Кожина Маргарита Николаевна // Subscribe.ru. Информационный портал
- ↑ Кожина, Маргарита Николаевна // Профессора Пермского государственного университета: (1916–2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ред.: В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. 279 с. С. 234.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Марганира Николаевна Кожина 2014 йыл 7 апрель архивланған. // ПГНИУ.
- Маргарита Кожи ПГНИУ атҡаҙанған профессорҙары 2022 йыл 20 май архивланған.
- П. М. Котюров М. Н. Кожин: «Ижади ҡасан ҡайтырын белмәйем» // Стиль. 2010. С 505-509.
- Маргарита профессор сәбәп Николајевне јубилеја Кожин // Стиль. 2010. С 509-515.
- Кемдең кем булыуы. Телсе. Языкознавать. (ре с. в. Лесников) 1 август 1925 Маргарита Николаевна Кожин // Subscribe.ru.
- Кожи, Маргарита Николаевна // Пермь дәүләт университеты профессоры: (1916-2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ре. В Маланин. Пермь: изд-во Перм. ул-шул, 2001. 279 с 234.
- Маргарита Николаевна тормош Кожи китте, рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре // Несекретный. 20 сентябрь 2015.