Ева Кляйн

венгр-швед ғалимы, иммунолог.
(Кляйн, Ева битенән йүнәлтелде)

Ева Кляйн (мадьярса  Eva Klein; 22 ғинуар 1925 йыл, Будапешт) — Венгрия-Швеция ғалимы, иммунолог. 1960 йылдарҙа[1][2] тәү башлап тәбиғи киллер-күҙәнәктәрҙе асыусы.

Ева Кляйн
мадьярса  Eva Klein
Ева Кляйн (һулда) ире менән 1979 йылда
Ева Кляйн (һулда) ире менән 1979 йылда
Тыуған көнө

22 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (99 йәш)

Ғилми даирәһе

биология

Ниндәй өлкәлә танылған

иммунолог рака

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Фишер Ева 1925 йылдың 22 ғинуарында хәлле ғаилә тыуған. Йәһүд.

Тыуған ере — Будапешт, Венгрияның баш ҡалаһы.

Ул шәхси мәктәптә уҡый, спорт менән шөғәлләнә театр һәм фән менән ҡыҙыҡһына. Мария Кюриның тормошо һәм ижады менән һоҡланып, дәртләнеп йәшәй.

Әммә ул саҡта илдәге сәйәси хәл арҡаһында сығышы йәһүд булған ҡыҙ өсөн һайлаған һөнәренә юл сикләнгән була. Венгрияла шул йылдарҙа антисемитизм һәм йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү көсәйә. Һөҙөмтәлә Фишер урта мәктәпте тамамлау менән Венгрия Өсөнсө Рейх тарафынан баҫып алына.

Фишер Ева Будапешт университеты янындағы медицина мәктәбенә уҡырға инә. Икенсе донъя һуғышы мәлендә, 1944—1945 йылдарҙа, ул һәм ғаиләләренән бер нисәүһе университеттың гистология институтында йәшеренеп кенә тере ҡала.

Бында уларҙы «донъя халыҡтары диндары» Янош Ширмай ярҙам итә. Уларға ялған документтар эшләтеп бирә.

Ҡайһылыр арауыҡта Фишер Ева медицина тикшереүенән баш тартып, театр юлынан китмәксе була. Әммә тиҙҙән медицина өлкәһенә кире әйләнеп ҡайта.

1947 йылда Ева студент-медик — Джордж Кляйнға кейәүгә сығып Швецияға күсеп сығып китә.

1955 йылда ул Стокгольмдағы Каролин институтының медицина факультетын тамамлай. Бынан тыш,һуңғараҡ Кляйн Небраска (1993 йыл) һәм Огайо штаты университеттарының (2003) ғалиме дәрәжәләренә лайыҡ була.

Карьераһы

үҙгәртергә

1948 йылда Кляйндың Каролинский институтының доценты булып китә. Ә 1979 йылда тулы профессор исемен алыуға өлгәшә.

1948 йылдарҙа уҡ ул үҙенең тикшереү эштәрен башлай. Бында ул Каролинский институтының күҙәнәк генетикаһы бүлегенән Касперссон Торбьерн тарафынан теләктәшлек һәм ярҙам таба.

Профессиональ карьераһының бөтөн дауамында, фәнни эшмәкәрлегендә ире үҙе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү Кляйнға ныҡ ярҙам итә.

Ева Кляйн 500 ашыу мәҡәлә баҫтыра. Шулай уҡ, «in Biology Seminars Cancer» фәнни журналында мөхәррир булып эшләй

Һуңғы йылдарҙа

үҙгәртергә

Ева Кляйн Пенсияға сыҡҡандан һуң да үҙенең студенттарына ярҙам итеүен, терәк булыуын дауам итә. Хатта профессор-эмерит булып, үҙенең ҙур булмаған төркөме менән тикшеренеү эштәре алып бара.

Ева Кляйндың икенсе бер шөғөлө шиғриәт: шиғырҙарҙы венгр теленән швед теленә тәржемә итеү.

2015 йылдың ноябрендә, швед радиоһына интервью, биргәндә, ул ошо эшмәкәрлеге 90 еткәндә лә уға көс-ҡеүәт бирә — тип белдерә.

Ева һәм Джордж Кляйндың ғаилә өс балаһы була: өлкән улы математик була, ә ике ҡыҙы табип һәм драматург юлын һайлай.

Ева Кляйндың үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда, икенсе балаһына ауырлы була. Уның раҫлауынса, ире балалары һәм хужалыҡтары тураһында, бер ваҡытта ла хәстәрлек күрһәтмәгән.

Төп ҡаҙаныштары һәм айырмалары

үҙгәртергә

Кляйн яңғыҙы ла, ғаиләһе менән берлектә лә, үҙ заманы өсөн яман шеш иммунологияһы өлкәһендә киң масштаблы һәм новаторлыҡ эштәр башҡара. Ҡәҙимге күҙәнәктәрҙәге гендар ярҙамында яман шеш күҙәнәктәрен баҫтырыу мөмкинлеген аса.

1960 йылдарҙаЕва Кляйн Беркитта лимфомаһының күҙәнәк линияларын булдыра. Улар бөгөн ҡулланылыуын дауам итә.

1970 йылда Кляйндың төркөмө лимфоциттар менән яман шешкә яуап реакцияһы араһында үҙ-ара бәйләнеш бармы икәнен тикшерә. Шул уҡ ваҡытта, Еваның өйрәнеү өлкәһе башҡа тикшеренеүселәр әһәмиәт бирмәгән дәирәне үҙ эсенә ала.

Һөҙөмтәлә, уның тикшеренеүҙәре лимфоциттарҙың (күҙәнәк) уникаль төрөн асыуға килтерә.Улар яман шеш күҙәнәктәрен, шулай уҡ, вирустар зарарлаған күҙәнәктәрҙе юҡ итәләр, цитоплазманың кинәт ағыуланыуы өсөн яуаплылар. Кляйн был лимфоциттарҙы тәбиғи «киллер-күҙәнәктәр» тип атай.

Кляйн күптән инде вирусология менән, шулай уҡ иммунология менән дә ҡыҙыҡһына. Беркитта лимфомаһында Эпштейна-Барра вирусының ролен өйрәнеү өҫтәндә эшләй.

1987 йылда Швед королегенең фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана. Ә Венгрия фәндәр академияһы уны үҙ рәтенә 1993 йылда алған.

2013 йылда Онкологияны тикшереү буйынса Америка ассоциацияһының премияһына лайыҡ була.

1975 йылда Яман шеш сире буйынса Америка ғилми-тикшеренеү институты Вильяма Б. Коули исемендә премия булдыра. Был премияның инаугурацияһы наградаларын «онкологик иммунологияны нигеҙ һалыусы» тип иҫәпләнгән 16 ғалимгә бүлеп бирәләр.

Был премияға лайыҡ булғандар исемлегендә ирле-ҡатынлы Клейндар ҙа бар. Уларҙың наградаларында «сысҡандарҙың шешкә ҡаршы махсус антигендарын асыу, кешеләге яман шешкә, Беркитта лимфомаһына тулы иммунологик анализ» буйынса хеҙмәттәре билдәләп кителә.

2005 йылда, Кляйндың 80 йәше тулыу айҡанлы Каролин институты ғалимдары Джордж һәм Ева Кляйн исемендә фонд булдыралар.

2010 йылда медицина өлкәһендә тикшеренеүҙәре өсөн Каролин институты Кляйнды көмөш миҙал менән бүләкләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Hargittai, Magdolna. Women Scientists: Reflections, Challenges, and Breaking Boundaries. — Oxford University Press, 2015. — ISBN 978-0199359981.
  • About the George and Eva Klein Foundation // GE Klein Foundation. — 2016.