Кишертетамаҡ (Пермь крайы)

Кишертетамаҡ (рус. Усть-Кишерть) — Пермь крайында урынлашҡан ауыл. Кишертетамаҡ районының административ үҙәге.

Ауыл
Усть-Кишерть
Кишертетамаҡ
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Кишертетамаҡ

Сельское поселение

Кишертетамаҡ

Координаталар

57°21′38″ с. ш. 57°14′33″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Галкин Николай Иванович

Нигеҙләнгән

1648

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1690

Элекке исеме

Усть-Кишертское

Ауыл с

1690

Майҙаны

11,103 км²

Халҡы

4617[1] кеше (2016)

Телефон коды

+7 34252

Почта индексы

617600

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 224 828 001

ОКТМО коды

57 624 428 101

ГКГН номеры

0013230

Усть-Кишерть (Рәсәй)
Усть-Кишерть
Усть-Кишерть
Кишертетамаҡ (Пермь крайы) (Пермь крайы)
Усть-Кишерть

Ауыл 1647 йылдан алып боронғо яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алына. 1691 йылда—Покровский острожек. Кишерте йылғаһының исеме бирелгән. Йылға топонимына килгәндә, XVII—XVIII быуаттарҙағы документтарҙа ғәҙәттә Кишерское, волость Кишерская, рч. Кишерка тип яҙыла, т хәрефе был атамаға аҙаҡ индерелгәндер, тип яҙа топонимдар белгесе А. К. Матвеев, һәм гидронимдың килеп сығышын коми теле менән бәйләй. [2] Мәгәр урындағы тарихи башҡорт ерҙәрендәге был йылғаға атаманы төрки телле халыҡтар биргән тигән фараздар бар, һәм ул кишер һүҙенән килеп сыҡҡан тип һанала[3]. Һүҙ яһалышы буйынса ул шул төбәк башҡорт теле диалектынан — кишер һүҙенә -те суффиксы ҡушылып барлыҡҡа килгән, йәғни, кишерте — кишерле.

1897 йылдың 12 октябрендә бында түбәнге һөнәри мәктәп асыла (һуңғараҡ, 1920-се йылдарҙа—һөнәри мәктәп). 1928 йылдың февралендә кирбес заводы булдырыла, һәм ошо уҡ йылдың авгусында эшләй башлай. Һуңғараҡ кирбес, эзбиз һәм алебастр заводтарын берләштерелә һәм район сәнәғәт комбинаты барлыҡҡа килә, һуңынан ул металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар эшкәртеү заводы тип үҙгәртелә. 1929 йылда «Искра» колхозы барлыҡҡа килә, 1951 йылда исеме «Пахарь» тип үҙгәртелә, ә 1959 йылдың 6 мартында ун ауыл хужалығы артелдәрен ҡушып, «Родина» тип аталған колхоз төҙөлә. 1965 йылдың 12 авгусында уның базаһында «Кишерт» совхозы булдырыла.1936 йылдың 15 октябренән алып 1958 йылға тиклем Кишерт МТС-ы эшләй. Сталин репрессиялары ҡорбандары булып Кишертетамаҡтан 26 кеше иҫәпләнә[4]. Кишертетамаҡта һуғыш алдынан тегеү-трикотаж артеле булған[5].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 3463-сө эвакогоспиталь булған. Кишертетамаҡ — Көңгөр өйәҙенең Кишертетамаҡ олоҫо, Кишертетамаҡ районы һәм Кишертетамаҡ ауыл Советы (2006 йылдың ғинуарына тиклем) үҙәге була.

Экономика

үҙгәртергә

Предприятие һәм ойошмалар:

  • «Викон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
  • «Кишертская МТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
  • 15-се юл-төҙөлөш предприятиеһы *МУАП"Кишертскавтотранс" предприятиеһы
  • «Уралтехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
  • 97-се янғын һүндереү бүлеге
  • «Микро» техник хеҙмәт күрһәтеү пункты
  • Урман хужалығы
  • «Беркут» һунарсылыҡ хужалығы
  • МУП «Теплоэнерго»

Кишертетамаҡта бөтәһе 33 урам. Иң төп урам — Советская, шул уҡ ваҡытта ул иң оҙоно ла.

 
Кишертетамаҡ ауылы
Халыҡ иҫәбе
1663170018691883190319261951[6]
1827816291373150017473100
1963[6]1968[6]1981[6]1984[6]19892000[7]2002[8]
3207336642294421481147804525
2004[7]2008[7]2010[9]2012[7]2014[10]2015[11]2016[1]
4793473042024656464646294617

Һаулыҡ һаҡлау, социаль эш һәм спорт

үҙгәртергә
  • Үҙәк район дауаханаһы;
  • 68-се үҙәк аптека (1979 йылда асылған);
  • Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн физик әҙерлек үҙәге;
  • йәштәргә һөнәри йүнәлеш һәм психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге;
  • психологик-педагогик медик-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге;
  • халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге.
  • Урта белем биреү мәктәбе;
  • Балалар ижады үҙәге:
  • Балалар сәнғәт мәктәбе;
  • 2 балалар комбинаттары.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
  • Мәҙәниәт йорто;
  • Район үҙәк китапханаһы;
  • Балалар китапханаһы;
  • Мәҙәни-ял итеү үҙәге;

«Сылвенские зори» гәзите сығарыла.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

В. И. Ленинға һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр, археологик ҡомартҡы — Кишерте торағы һәм ҡәберлеге. Геологик тәбиғәт ҡомартҡылары — Молебное һәм Провал карст күлдәре. Ауыл эргәһендә 1997 йылдың 31 декабрҙә барлыҡҡа килгән комплекслы (ландшафт) заказник Предуралье (майҙаны — 2,3 мең гектар) урынлашҡан. 1997 йылда ауылға ингән ерҙә «Молебной аномалии» һәйкәле ҡуйылған.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Алексей Семёнович Малиева (1908—1966 йылдар) — физика-математика фәндәре докторы, профессор[12];
  • Владимир Аристархович Черкасов (1939 йыл), медицина фәндәре докторы, профессор;
  • Николай Иванович Ватолин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, авиация генерал-майоры[13].
  • Петр Александрович Ватина (1889—1940) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Воронеж өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе (1937—1938), РСФСР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Усть-Кишертское сельское поселение. Численность населения по похозяйственному учету по данным на 1 января 2016 года. Дата обращения: 20 ғинуар 2016. Архивировано 20 ғинуар 2016 года.
  2. А. К. Матвеев. Географические названия Урала. Свердловск, 1987. с. 96
  3. История села Усть-Кишерть
  4. Списки жертв. base.memo.ru. Дата обращения: 13 март 2021.
  5. Списки жертв — Хромцов Василий Иванович. base.memo.ru. Дата обращения: 13 март 2021.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Шестаков И. В. Прошлое земли Кишертской. — Усть-Кишерть, 1989.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Усть-Кишертское сельское поселение. Дата обращения: 22 май 2014. Архивировано 22 май 2014 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  9. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  10. Сведения о численности постоянного населения на 1 января 2014 года по администрации Усть-Кишертского сельского поселения. Дата обращения: 4 февраль 2015. Архивировано 4 февраль 2015 года.
  11. Сведения о численности постоянного населения на 1 января 2015 года по администрации Усть-Кишертского сельского поселения. Дата обращения: 22 февраль 2015. Архивировано 22 февраль 2015 года.
  12. Шумилов Е. Н.. УСТЬ-КИШЕРТЬ, КИШЕРТСКИЙ РАЙОН, СЕЛО. Электронная энциклопедия «Пермский край».
  13. Ватолин Николай Иванович :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 13 март 2021.