Китано Такэси
Такэси Китано (япон. 北野 武Китано Такэси , тыу. 18 ғинуарҙа 1947 йыл, Адати, Токио, Япония) — япон кинорежиссёры һәм актёры, комедиант, сценарий яҙыусы, яҙыусы, шағир һәм рәссам, телевидениела алып барыусы. Бөтә эштәрендә лә, режиссёрлыҡ эшенән башҡа, Beat Takeshi (яп. ビートたけし би: то такэси)[9] псевдонимын ҡуллана.
Тормошо һәм ижады
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәКитано 1947 йылда Токионың махсус райондарының береһе Адатила маляр булып эшләгән Кикудзиро Китано (яртылаш корей була) һәм уның ҡатыны Сакиҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуа (икенсе балалары сабый саҡта мәрхүмә була). Ата-әсә, бамбуктың йәш үрендеһе һымаҡ тормошонда осраған теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙ юлын дауам итер, тигән өмөт менән балаға «Такэси» (яп. 竹, «такэ») исемен ҡуша. Ағайҙарынан күпкә бәләкәй булған Китано уны тәрбиәләүҙә күп кенә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алған өләсәһе янында үҫә.
Шул уҡ Адати районындағы башланғыс мәктәпкә бара. Өйҙә дәрес әҙерләүен контролләүгә әсәһе бик күп ваҡыт һәм тырышлыҡ һала, шуға ла Такэси, арифметика һәм үҙен ижади йәһәттән күрһәтеп булған фәндәр (һынлы сәнғәт һ. б.) буйынса яҡшы өлгәшеп, иң яҡшы уҡыусыларҙың береһенә әйләнә. Урта мәктәптең беренсе баҫҡысын уңышлы тамамлағандан һуң киләсәктә улының юғары белем аласағына өмөтләнгән әсәһенең талабына ҡаршы килмәйенсә Китано Адатиның икенсе осонда урынлашҡан абруйлы мәктәпкә күсә. Урта мәктәптең икенсе баҫҡысын да уңышлы тамамлай ул.
Мәктәптә уҡыған ваҡытында Китано һәр ваҡыт бейсбол, ә өлкән класстарҙа тағы ла бокс секцияһында шөғөлләнә, аҙаҡ «Балалар ҡайта», «Ҡайнау нөктәһе» кинокартиналарын һәм башҡа режиссерлыҡ эштәрен үҙенең бала саҡта алған тәжрибәһенә таянып эшләй. Йәш Китано ракуго менән мауығып китә, был шөғөлө лә уның яҙмышына ҙур йоғонто яһай.
Университет йылдары
үҙгәртергәУрта мәктәпте тамамлағандан һуң 1965 йылда Китано әсәһенең тәҡдиме буйынса Мэйдзи университетының инженер факультетына (машиналар эшләү бүлеге) имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Әммә икенсе курста Китано, ата-әсәһе йортонан китеп, үҙаллы тормош башлай, университет дәрестәренә барыу урынына Токионың Синдзюку районындағы урам донъяһына сума.
1960-сы йылдар аҙағындағы студент сыуалыштарында туранан-тура ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, уны сәйәсәт әллә ни ҡыҙыҡһындырмай, ә джаз һәм башҡа мауығыуҙарҙы өҫтөнөрәк күрә ул. Шул ваҡытта сәскә атҡан джаз-барҙар мөхитенә инеп китә, официант булып та эшләй, шулай итеп, Китано был даирәлә джазды нескә тойомлаусы белгес репутацияһына эйә була. Ошонда уҡ япон кино-андерграунды пионерҙары, режиссерҙар Кодзи Вакамацу һәм Казуо Комидзулар менән таныша. Ул йылдарҙа Китаноның кемдәр араһында булыуын белеү өсөн уның «Vanguard Village» селтәре барында официант булып эшләүен һәм шул мәлдә полиция эҙәрлекләүенән ҡасып йөрөгән сериялы кеше үлтереүсе Норио Нагаяманың уның алмашсыһы булыуын әйтеү генә лә етә.
Дуҫында йәшәгәнгә күрә Китаноны етди матди бурыстар борсомай, ул, эш урынын даими алмаштырып, күңеленә ятҡан һөнәр һайлауҙы дауам итә. Джаз-барҙарҙа официант булыуҙан тыш ул кондитер кибетендә һатыусы, урамда сауҙа итеүсе, биналарҙы һүтеү эшендә ҡара эшсе, төнгө клубтарҙа официант һәм башҡа эштәрҙә үҙен һынап ҡарай. Ханэда аэропортында йөк ташыусы булып эшләгәнендә аҙағыраҡ хәҙерге заман япон әҙәбиәте классигына әйләнгән Кэндзи Накагами уның «хеҙмәттәше» була, һәм улар джаз-барҙарҙың береһендә таныша.
Аҙаҡ килеп Китано профессиональ тәржемәсе булырға ҡарар итә һәм, сит илдә уҡыу өсөн талап ителгән аҡсаны йыйыу маҡсатында, таксист булып урынлаша, ләкин ярты йылдан был эшен ташлай һәм автозапрвкалау станцияһына урынлаша. Шул уҡ ваҡытта Китано Кодзи Вакамацуның тәүге фильмдарында актер булараҡ бер нисә эпизодик ролдәр башҡара, шулай уҡ студенттар спектаклдәрендә ҡатнаша, әммә был юлы ул күберәген спектаклдәрҙе ҡуйыу һәм ойоштороу эштәре менән шөғөлләнә. Яҡшы өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, Китано Мэйдзи университетынан занятиеларҙы күп ҡалдырған өсөн ҡыуыла.
Беренсе сығыштары
үҙгәртергәЯпонияла студенттар хәрәкәтенең әүҙемлеге түбәнәйеп, йәмәғәт тормошо аҙмы-күпме юлға һалынғас, Китано ниндәй ҙә булһа бер шөғөлдә туҡталырға кәрәклеген эске тойомлау менән аңлай. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынһа ла, япон театрында күңеленә яҡынын тапмай, шул уҡ ваҡытта үҙендә актер һәләте барлығын тоя һәм артист булырға ҡарар итә.
1972 йылда Китано Асакус районындағы стриптиз-барға лифтсы булып эшкә урынлаша, шунда бер ыңғай актерлыҡ оҫталығына ла өйрәнергә ниәтләй. Һуңыраҡ баҫылып сыҡҡан хәтирәләренә үҙ-үҙенә ҡарата үтә талапсан Китано комедиялар яҙыусы драматург Хисаси Иноуэҙың уға адресланған ремаркаһын да индерә. Шулай ҙа әкренләп лифтсы булып эшләүен дауам итә һәм танылған артист, ошо барҙың директоры Сэндзабуро Фукамиҙың уға комедия жанры сәнғәте һабаҡтарын бирә башлауына өлгәшә. Һөҙөмтәлә, Китано актер булараҡ тәүге аҙымдарын яһай, бигерәк тә чечетка дәресенә етди иғтибар бүлә. Фуками етәкселеге аҫтында эшләгән күпселек артистар уның ышанысын яулау үтә ҡатмарлы булыуын билдәләй, әммә Китано ҡыйыулығы, сәхнәлә үҙен тамашасы ышанырлыҡ итеп тотоуы арҡаһында, Фуками уның үҙенсәлекле комик талантын танырға мәжбүр була.
Комик актер эше
үҙгәртергә1979 йылда Китано менән «Кими һәм Мити» ҡатын-ҡыҙ мандзай-дуэтында ҡатнашыусы Мики Мацудтың туйҙары була (уларҙың ике балаһы бар — улдары Ацуси (тыу. 31 март, 1981) һәм ҡыҙҙары Сёко (тыу. 5 октябрь, 1982); Сёко — актриса һәм йырсы, шулай уҡ Китаноның «Фейерверк» фильмында эпизодик ролде башҡара). Бер айҙан һуң ғаилә Камэариға күсенә (Токионың төньяҡ өлөшөндә Кацусика районында урынлашҡан). Шул уҡ йылдың ноябрендә «Ике Бит» «Цукиноя энкё» (月の家円鏡) ракуго мәктәбе оҫтаһы телепроектында ҡатнаша. Был телепроекттың уңышы һуңыраҡ «Мандзай-бум» тапшырыуын булдырыу өсөн нигеҙ була.
«Мандзай-бум»
үҙгәртергә1980 йылдың июнь айында «Мандзай-бум» көләмәстәр йыйынтығы нәшер ителә, был китап халыҡ тарафынан әллә ни хупланмаҫ, тип көтөлһә лә, ул 850 мең дана тираж менән сыға. Контракт буйынса гонорар тулыһынса дуэтта ҡатнашыусыларға бирелә, шулай итеп уларҙың матди хәле һиҙелерлек рәүештә яҡшыра. Шул уҡ йылда киң популярлыҡ яулаған «Ике Бит» дуэты башҡа телетапшырыуҙарға ла саҡырыла, шулай уҡ бер популяр телесериалдың эпизодында ла ҡатнаша. 1981 йылда ла был дуэт уңышлы эшләй, әммә киләһе йылдың йәйенә ике комиктың дуэты тарҡала. Шуға ҡарамаҫтан, дуэттың сығыштары 1970—1980 йылдарҙағы япон ситираһында иң уңышлыһы тип билдәләнә. Дуэт тарҡалғандан һуң Китано телевидениелағы күп һанлы сатирик программаларҙың алып барыусыһы була.
Телевидениелағы карьераһы
үҙгәртергәРежиссер карьераһы
үҙгәртергәТормошондағы төрлө факттар
үҙгәртергәЖурналистарҙы туҡмау
үҙгәртергә1986 йылда бульвар гәзиттәрҙең береһе Такэсиҙың ниндәйҙер бер ҡыҙ менән бергә төшкән фотоһын баҫтырып сығара. Был хәл Китаноның асыуын килтерә, һәм ул бер нисә дуҫы менән гәзит редакцияһына барып инә һәм журналистарҙы дөмбәҫләп сыға. Бының өсөн ул судҡа тарттырыла, һәм бер ни тиклем ваҡытҡа уны экранға сығарыу тыйыла. Режиссер булараҡ танылыу яулағандан һуң да журналистарға интервью барышында артыҡ һорауҙар бирмәҫкә ҡушыла[10].
Математика
үҙгәртергәЭкология
үҙгәртергәБашҡа ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Китано шиғырҙар һәм кинотәнҡит мәҡәләләре тупланған илленән ашыу китап, шулай уҡ бер нисә роман яҙа, уларҙың ҡайһы берҙәрен башҡа режиссерҙар сценарий сифатында ҡуллана.
- Күп йылдар дауамында Китано телетапшырыуҙарҙы алып барыусы булып таныла.
- 2004 йылдың 7 сентябрендә Мэйдзи университеты ҡасандыр шул уҡ университеттан ҡыуылған Китаноға фәндәр бакалавры дәрәжәһен бирә.
- Китано Токио сәнғәт университетында уҡыта.
Реклама
үҙгәртергә2007 йылдың мартынан Китано — Рәсәйҙә Panasonic компанияһының рекламаһында төшөрөлгән (Viera линейка).[11]
Наградалары
үҙгәртергәФильмографияһы
үҙгәртергә- Режиссер
- 1989 — «Ҡырыҫ полицейский» (япон. その男、凶暴につきСоно отоко кё:бо: ни цуки )
- 1990 — «Ҡайнау нөктәһе» (япон. 3-4×10月Сан тай ён эккусу дзю:гацу )
- 1991 — «Диңгеҙ янындағы сәхнәләре» (япон. あの夏、いちばん静かな海Ано нацу ичибан сидзукана уми )
- 1993 — «Сонатина» (япон. ソナチネСонатинэ )
- 1995 — «Снял кого-нибудь?» (япон. みんな~やってるかМинна яттэру ка! )
- 1996 — «Ребята возвращаются» (япон. キッズ・リターン''Кидзу рита:н )
- 1997 — «Фейерверк» (Hana-Bi)
- 1999 — «Кикудзиро» (япон. 菊次郎の夏Кикудзиро: но нацу )
- 2000 — «Брат якудзы» (Brother)
- 2002 — «Куклы» (Dolls)
- 2003 — «Затойчи» (япон. 座頭市Дзато:ити )
- 2005 — «Такесиз» (Takeshis')
- 2007 — «Банзай, режиссёр!» (япон. 監督 ばんざい!Кантоку бандзай! )
- 2007 — «У каждого свое кино» / son Chacun cinéma — эпизод «Один прекрасный день»
- 2008 — «Ахиллес и черепаха» (япон. アキレスと亀Akiresu to kame )
- 2010 — «Беспредел» (япон. アウトレイジAutoreiji )
- 2012 — «Полный беспредел» (япон. アウトレイジ 2Autoreiji: Biyondo )
- 2015 — «Рюдзо и семеро бойцов» (япон. 龍三と七人の子分たちRyuzo to 7 nin no kobun tachi )
- 2017 — «Последний беспредел» (япон. アウトレイジ 最終章Autoreiji: Saishusho )
- Актер
- 1983 — «Счастливого Рождества, мистер Лоуренс»
- 1991- близнецы драконы
- 1995 — «Джонни-мнемоник»
- 1995 — «Гонин»
- 1998 — «Глаза Токио»
- 1999 — «Табу»
- 2000 — «Королевская битва»
- 2003 — «Затойчи» (япон. 座頭市Дзато:ити )
- 2003 — «Королевская битва 2»
- 2004 — «Идзо»
- 2004 — «Кровь и кости»
- 2012 — «Для тебя»
- 2014 — «Чёрная библия»
- 2015 — «Хищник» (Mozu)
- 2016 — «Пока женщины спят»
- 2017 — «Призрак в доспехах»
- 2017 — «Побег из тюрьмы»
- Также роли в собственных фильмах, за исключением «Диңгеҙ янындағы сәхнәләре», «Ребята возвращаются» и «Куклы».
Башҡа проекттар
үҙгәртергәКитано башҡа режиссерҙар фильмдарында даими төшә, Кодзи Вакамацуның тәүге картиналарында эпизодик ролдәрҙе башҡара. Иң билдәле эштәре — икенсе план роле фильм Нагиса Осиманың «Бәхетле Раштыуа, мистер Лоуренс» һәм «Табу», шулай уҡ романдың төп ролде Ян Согилдең «Кровь и кости» (режиссеры Еити Сая) романы экранизацияһында тҡп ролде уйнай. Китано төшкән башҡа фильмдар: «Джонни-мнемоник», «Гонин», en һәм «Королевская битва».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #116804432, Record #299362611 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://jpsearch.go.jp/entity/chname/ビートたけし(北野武) (яп.) — 2020.
- ↑ Takeshi Kitano // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ Takeshi Kitano // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 6,0 6,1 https://www.vip-times.co.jp/?talent_id=M93-2707 — 1993.
- ↑ http://talent.yahoo.co.jp/pf/detail/pp310358 — 1970.
- ↑ Variety (ингл.) — New York, Los Angeles, CA: Variety Media, Penske Media Corp., 2018. — ISSN 0042-2738
- ↑ Российская газета, федеральный выпуск № 3289 (4 сентября 2003 года).
- ↑ Такеши Китано: «Понять якудза, или Конец насилия» — Art of Cinema(недоступная ссылка)
- ↑ Ради рекламы Panasonic VIERA Такеши Китано взялся за русский язык . Состав.ру (20 апрель 2007). Дата обращения: 4 ноябрь 2017.
- ↑ Такеши Китано получил орден Почетного легиона
- ↑ Такеши Китано получил высшую награду Франции . Взгляд (10 март 2010). Дата обращения: 10 март 2010.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Офис Китано» компанияһының рәсми сайтында 2019 йыл 20 декабрь архивланған. (яп.)
- Долин А. В. Такеси Китано. Детские годы. — М.: Новое литературное обозрение, 2006. — 216 с. — (Кинотексты). — 2000 экз. — ISBN 5-86793-452-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКитано Такэси Викимилектә | |
Китано Такэси Викияңылыҡтарҙа |
- Официальные страницы
- Официальный сайт компании «Офис Китано» 2019 йыл 20 декабрь архивланған. (яп.)
- О Такэси Китано
- Андреева Е. Ю. Бит или не бит? Сеанс (23 ғинуар 2007). Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- Катасонова Е. Л. Китано Такэси: от смешного до трагичного один шаг . Японоведение в России (26 февраль 2015). Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 17 август 2015 года.
Ҡалып:Фильмы Такэси Китано Ҡалып:Премия «Голубая лента» за лучшую мужскую роль Ҡалып:Kinema Junpo Award за лучшую мужскую роль Ҡалып:Кинопремия «Майнити» за лучшую мужскую роль
- О Такэси Китано
- Андреева Е. Ю. Бит или не бит? Сеанс (23 ғинуар 2007). Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- Катасонова Е. Л. Китано Такэси: от смешного до трагичного один шаг . Японоведение в России (26 февраль 2015). Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 17 август 2015 года.
Ҡалып:Фильмы Такэси Китано Ҡалып:Премия «Голубая лента» за лучшую мужскую роль Ҡалып:Kinema Junpo Award за лучшую мужскую роль Ҡалып:Кинопремия «Майнити» за лучшую мужскую роль