Киселёв Валерий Иванович

медицина фәндәре докторы

Киселёв Валерий Иванович (16 декабрь 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физиологы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Киселёв Валерий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Иркутск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Барнаул, Рәсәй
Һөнәр төрө физиолог
Эшмәкәрлек төрө физиология
Эш урыны Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d], профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Валерий Иванович Киселёв 1942 йылдың 16 декабрендә Иркутск ҡалаһында тыуған.

1966 йылда Архангельск дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай, унда артабан ғилми һәм хеҙмәт карьераһын дауам итә, аспиранттан алып дауалау факультетының деканына тиклем юл үтә (1972).

1984 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.

1986 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

1989 йылдан 1990 йылға тиклем — Арханегльск дәүләт медицина институтының Ғилми тикшеренеү секторын етәкләй, 1990 йылдан 1993 йылға тиклем — АДМИ Ғилми тикшеренеү үҙәгендә директор.

1993 йылдан 1997 йылға тиклем — төбәк медик-экологик проблемаларҙың Ғилми-тикшеренеү институты (РМЭП), 1997 йылдан —төбәк медик-экологик проблемаларҙың Ғилми-тикшеренеү институтында ғилми етәксе.

1997 йыл — Рәсәй Медицина фәндәре академияһына ағза-корреспондент булып һайлана.

2014 йыл — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: экологик физиология, популяцион һаулыҡ һәм факторҙар, уның билдәләре, висцераль системаларҙы нейро-гумораль яйға һалыу, хәрәкәт активлығы, уның механизмдарын яйға һалыу.

Университеттың халыҡ-ара бәйләнештәрен киңәйтеү буйынса байтаҡ эштәр башҡара, Европа һәм Азия университеттары менән ғилми хеҙмәттәшлекте төҙөү тураһында комплекслы килешеүҙәр төҙөүҙе ойоштора

Рәсәй Федерацияһы Президентының «О социальной защите граждан, подвергшихся радиационному воздействию вследствие ядерных испытаний на Семипалатинском полигоне» Указына һәм ике «О социальной защите граждан, подвергшихся радиационному воздействию вследствие ядерных испытаний на Семипалатинском полигоне» федераль закондарына нигеҙ булып хеҙмәт иткән Ядро һынауҙарының халыҡ һаулығына йоғонтоһон өйрәнеү буйынса медик-экологик тикшеренеүҙәр инициаторҙарының береһе булып тора.

300-гә яҡын ғилми баҫма авторы, шул иҫәптән 14 монография (шуларҙың өсөһө АҠШ һәм Евросоюз илдәрендә баҫылған), юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн «Кеше физиологияһы нигеҙҙәренең» ике томлыҡ дәреслеге, нормаль физиология курсы буйынса ЭВМ өсөн Рәсәй Федерацияһында беренсе ике томлыҡ уҡыу программаһы бар.

20 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе һәм консультанты .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығын билдәләү» миҙалы
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999 йыл)[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента Российской Федерации от 07.05.1999 № 558. kremlin.ru. Дата обращения: 10 ноябрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә