Киселевская мәмерйәһе

Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе (1985 йылдан). Төбәк (Өлкә) әһәмиәтендәге геолого-геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡы

Киселевская мәмерйәһе (Чебаевский мәмерйәһе) — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе (1985 йылдан). Төбәк (Өлкә) әһәмиәтендәге геолого-геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы..

Киселевская мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әшә районы
Оҙонлоҡ 2900 метр
Киңлек 5,4 метр
Бейеклеге/буйы 2,6 метр
Вертикаль тәрәнлеге 37 метр
Майҙан 6804 квадрат метр
Күләме 17 000 м³
Карта

Урынлашыуы үҙгәртергә

Еҫем йылғаһының уң яҡ ярында , Киселев ҡулауығының көнсығыш битләүендә һоро эзбизташлы ерендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инеү урыны Әшә ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш ситендә, унан 4 саҡрым алыҫлыҡта, Киселёвский шишмәһенән 70 метр өҫтәрәк ( Мәмерйәнең атамаһы шул шишмә исеменән алынған) ята. Силәбенән 320 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Урыны Урал тауҙарының көнбайыш битләүенә тура килә.

Координаталары: 55-се "E 57 '46"

1985 йылдан Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Тикшереү тарихы үҙгәртергә

Мәмерйәнең иң тәүге планы 1968 йылда УСС спелеологтары тарафынан төҙөлгән. Ул ваҡытта мәмерйә 445 метрға тиклем тикшерелеп, картография төҙөлгән.

1970 йылдарҙың башында С. М. Баранов етәкселегендә мәмерйәнең тикшерелгән өлөшө 850 метр барып еткән. Артабанғы йылдарҙа спелеологтар мәмерйәне тикшереү оҙонлоғо 1260 метрға, тәрәнлеге 37 метрға барып етә.Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса был күрһәткес 2900 метрға барып еткән.

Киселевский мәмерйәһе һоро эзбизташ ашалыу, йыуылыу арҡаһында барлыҡҡа килгән. Залдары, галериялары горизонталь йәки ҡырын формалағы галереялар булып үҫешкән.

Тасуирлама үҙгәртергә

Мәмерйә ауыҙынан ауыш ҡоҙоҡ һымаҡ. Ҙурлығы —7,5x9 м һәм тәрәнлеге — 6 м. Шуға бау менән төшөү уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк.

Мәмерйәгә инеү менән уның тәүге залы башлана. Ул зал бейек һәм ярайһы уҡ матур. Диуарында кальцит һарҡымдары булмаһа ла, ҡышҡыһын бында боҙло сталактиттар, сталагмиттар, боҙло кристалдар күрергә мөмкин.

Иң төпкө диуарында коридорға алып сыға торған уйым бар. Коридор мәмерйәнең уң һәм һул өлөшөнә алып бара. Был урынды иҫтә тоторға кәрәк ( аҙаҡ туристарҙың мәмерйәнән сыға алмай аҙашып йөрөгән осраҡтары була).

Дөрөҫ булмаған формалағы тар тишек (0,6x1,5 м) көнбайышҡа юҫыҡланған. Уның аша мәмерйәнең 1-се мөгәрәһе асыла. Был Ҡышлаусы ярғанаттар залы.

Оҙонлоғо 35 м, киңлеге 10 м тиклем, максималь бейеклеге 20 м. Һыуыҡ ваҡытта йәшен ваҡытында боҙло сталактиттар һәм сталагмиттар барлыҡҡа килә (бейеклектәре 50-70 см тиклем), стеналары ҡар кристалдары менән ҡаплана.

Текә генә төшөү урыны - Манеж һәм Температура аномалияһы мөгәрәләренә алып килә.Температура аномалияһы мөгәрәһендә диуарҙары ҡыштың аҙағына бәҫ менән ҡаплана.

Артабан мәмерйә күбеһенсә төньяҡ йүнәлештә, үҙ-ара тоташҡан залдарҙың (анфилада) теҙмәһе рәүешендә үҫешә.

Уларҙың беренсеһе - Орган мәгәрәһе. Уның түшәмендә тулыһынса кальцит ҡатламдары менән тулған 4 органлы торбалар бар. Стеналары һарҡҡан ҡайыр һәм мондмильд ("Ай һөтө") - аҡ төҫтәге коллоидлы кальцит иретмәһе менән ҡапланған.  Мәғәрә  диуарындағы   бәләкәй уйым  ғәжәйеп формалағы сталактит-һаламдар  һәм сталагмиттар менән тулған.

Төп юл  буш мәғәрәне  киҫеп үтеп Мәрйен мәғәрәһенә  - мәмерйәләге иң матур урындарҙың береһенә алып килә. Стеналарында, иҙәндә һәм түшәмдә  бик  күп кальцит ҡатламдары (сталактиттар, сталагмиттар, йоҡа ғына  торба-һаламдар, тараҡсалар, һарҡынды ҡабыҡ , сталактит-геликтиттар  бар.

Мәгәрәнең көнсығыш стенаһында  мәмерйә ынйыһы табылған. Айырым мәрйендәрҙең  диаметры 1,5 сантиметрға етә. Улар ярайһы уҡ тығыҙ, аҡ, һоро, йәки ҡарағусҡыл төҫтә. Мәмерйә ынйыһы - Силәбе  мәмерйәләрендә генә түгел, бөтә Уралдың мәмерйәләрендә һирәк осрай торған табыш.

Тәпәш кенә үткәүел Мәрйен мәғәрәһенән иң дәү тау ҡыуышы — Банкет  Залына алып килә.

Мәмерйәнең иң ҙур ҡыуыш урыны (мөгәрә) ул —Банкетлы Зал. Уның оҙонлоғо 100 метр, киңлеге 10-40 метр, ә бейеклеге 10 метрға етә.

Залының диуары һәм түшәме һарҡынды барлыҡҡа килтергән төрлө биҙәктәр менән һырланған. Был залдан ҙур булмаған мөгәрәгә инергә тишек бар. Уның иҙәне һығылмалы еүеш балсыҡ менән ҡапланған.

Артабан эскә ингән һайын балсыҡ кәмей һәм ҡорораҡ була бара. Диуарҙарҙа һарҡындылар арта бара. Уларҙың баҫҡыс-баҫҡыс кеүек өҙлөкһөҙ ағымы , ҙур булмаған сталактиттар, тараҡ һәм ваҡ флагтар формаһындағы яралтмыштар барлыҡҡа килтерәләр.

Бик матур үҙенсәлекле композициялар — әкәмәт, ғәжәп формалағы тәбиғи яралтмыштар, буяуҙарҙың һоронан алып сағыу-ҡыҙғылт һары һәм зәңгәргә тиклем тағы ла серлерәк төҫтәренә инеп, мәмерйәгә иҫ китмәле фантастик донъя рәүешен бирәләр.

Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы аға. Йылғаның йырҙаһы балсыҡ ҡатламдарында урынлашҡан. Шишмәнең йырҙаһында  кальцит плотиналар менән уратып алынған   кескенә   бассейндар  табылған.

Мәғәрәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшө  бер нисә тиҫтә тонна  емерелеп төшкән  эзбиз плиталары менән тулған. Һөҙөмтәлә бында ҙур уба  - " Эверест тауы" барлыҡҡа килгән.

Шулай уҡ, мәғәрәнең был өлөшөндә, ҡырындағы  уйымдарҙа саф таҙа һыулы бәләкәй генә күлдәр бар. Банкет Залының көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә  ҙур булмаған таш ҡыуышы —Балсыҡ Аллалар  мәғәрәһе терәлеп тора. Унда ғәйәт күп  еүеш һығылмалы карст балсығы бар. Килгән-киткән халыҡ бында шул балсыҡтан  төрлө фигуралар   әүәләп, шул   һындарҙан галерия эшләп ҡуйған.

Мәмерйәнең төп юлы  Банкет Залының  төньяҡ өлөшөнән дауам итеп, Хаос мәғәрәһенә , унан  еүеш балсыҡ менән ҡапланған эзбизташ киҫәктәре  менән тулған Обвальный мәғәрәһенә алып бара. Унан ситкә тар ғына тишек  - Прокатный стан китә. Ул  Балсыҡлы мәғәрә аша  ер аҫты шишмәһенә алып сыға.  Мәғәрә иҙәнендә балсыҡтан  ғәҙәти булмаған  формалағы  яралтмыштар табылған.

Мәмерйә фаунаһы үҙгәртергә

Киселёв мәмерйәһендә төрлө бөжәктәр: күбәләктәр, төнгө күбәләктәр һәм серәкәйҙәр  (инеү өлөшөндә) тереклек итә; ярғанаттар  көндөҙгә һыйыныу урыны һәм ҡышҡылыҡҡа  йоҡлау өсөн урын таба.

Мәмерйәнең дөйөм  оҙонлоғо 1260 м, максималь тәрәнлектәге 37 м, уртаса киңлеге 5,4 м, уртаса бейеклеге 2,6 м, майҙаны 6804 м2 тәшкил иткән, дөйөм  күләме  17 000 м3 метрҙан ашыу.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

●Пещеры Урала. Составитель Лобанов Ю. Е. – М.: Физкультура и спорт, 144 с.

●Баранов С. М. Экспедиция по исследованию Ашинского карстового района “ЧКС – Аша – 71”. Отчет. – Челябинск: Челябинский клуб спелеологов “Плутон”, 1971.

Һылтанмалар үҙгәртергә