Ким Чен Ир

Төньяҡ Кореяның дәүләт, сәйәси, хәрби һәм партия эшмәкәре, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Бөйөк етәксеһе

Ким Чен Ир (кор. 김정일?, 金正日? Концевич буйынса — Ким Джонъиль[4]; тыуған ваҡыттағы исеме Юрий Ирсенович Ким[5]тыуған саҡтағы исеме; 16 февраль 1942 йыл — 17 декабрь 2011 йыл[6]) — Төньяҡ Кореяның дәүләт, сәйәси, хәрби һәм партия эшмәкәре, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Бөйөк етәксеһе Корея хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының генераль секретары, Корея халыҡ армияһының Юғары баш командующийы, КХДР Дәүләт оборона комитеты рәйесе

Ким Чен Ир
Юрий Ирсенович Ким
김정일
金正日
Ким Чен Ир Юрий Ирсенович Ким
Флаг
Флаг
Корея Халыҡ Демократик Республикаһының Бөйөк Етәксеһе
8 июля 1994 — 17 декабря 2011
Алдан килеүсе: Ким Ир Сен
(Бөйөк Юлбашсы булараҡ)
Дауамсы: Ким Чен Ын
(Юғары етәксе булараҡ)
Флаг
Флаг
Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Мәңгелек генераль секретары [1]
 2012 йылдың 11 апреленән
Алдан килеүсе: үҙе, Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Генераль секретары
Флаг
Флаг
КХДР Оборона дәүләт комитеты рәйесе
9 апреля 1993 — 17 декабря 2011
Алдан килеүсе: Ким Ир Сен
Дауамсы: Ким Чен Ын
(Беренсе Рәйес булараҡ)
Флаг
Флаг
Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитеты Генераль секретары
8 октября 1997 — 17 декабря 2011
Алдан килеүсе: Ким Ир Сен
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән, мәңгелек Генераль секретарь тип иғлан ителгән
Ким Чен Ын (Беренсе секретарь булараҡ)
Флаг
Флаг
Корея Халыҡ Армияһының Юғары баш командующийы
Флаг
Флаг
24 декабря 1991 — 17 декабря 2011
Алдан килеүсе: Ким Ир Сен
Дауамсы: Ким Чен Ын
 
Дине: атеист
Тыуған: 16 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вятское[d], РСФСР, СССР[2] йә Уссурийск, РСФСР, СССР[3]
Үлгән: 17 декабрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (69 йәш)
Пхеньян, Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы
Ерләнгән: Кымсусанский мемориальный дворец Солнца[d]
Нәҫел: Кимдар нәҫеле
Исеме: рус. Юрий Ирсенович Ким[2]
Атаһы: Ким Ир Сен (1912—1994)
Әсәһе: Ким Чен Сук (1917—1949)
Ҡатыны: 1) Ким Ён Сук (1947)
2) Сон Хе Рим (1937—2002)
3) Ко Ён Хи (1953—2004)
4) Ким Ок (1964)
Балалары:

улдары: Ким Чон Нам (1971—2017), Ким Чон Чхоль (1981) һәм Ким Чен Ын (1984)

ҡыҙы: Ким Ё Чжон (1987)
Партия: Корея Хеҙмәт партияһы (1961—2011)
Белеме: Ким Ир Сен исемендәге университет
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1991—2011 года
Принадлежность: Корея Халыҡ Демократик Республикаһы КНДР
Ғәскәр төрө: Корейская народная армия[d]
Звание: Генералиссимус КНДР
 
Автограф:
 
Наградалары:
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
КХДР геройы
Ҡалып:Орден Ким Ир Сена Ҡалып:Орден Ким Ир Сена Ҡалып:Орден Ким Ир Сена
Ҡалып:Орден Ким Ир Сена
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Милли флаг ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены
1 дәрәжә Азатлыҡ һәм Бойондороҡһоҙлоҡ ордены
Ҡалып:Орден Труда (КНДР) Ҡалып:Орден Труда (КНДР) Ҡалып:Орден Труда (КНДР)
Ҡалып:Орден Национального флага 2 степени
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
Ҡалып:Большой крест Национального ордена заслуг (Гвинея)
Большая лента Королевского ордена Камбоджи
Большая лента Королевского ордена Камбоджи
«Нил мәрйене» ордены
«Нил мәрйене» ордены
Республика ордены Ҙур таҫмаһы
Республика ордены Ҙур таҫмаһы
Милли орден кавалеры (Нигер) Леопард орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
Большой Крест Национального ордена Мали
Большой Крест Национального ордена Мали
Ҡалып:Большой крест ордена Льва (Сенегал) Ҡалып:Орден Рораймы
Ҡалып:Орден Вельвичия Ҡалып:Большой крест ордена Заслуг (ЦАР) Ҡалып:Орден Независимости (Экваториальная Гвинея)
Ким Чен Ир В. В. Путин менән. Пхеньян 2000.

Ул Ким Ир Сендың улы, Ким Чен Ындың атаһы КХДР Генералиссимусы (2012, үлгәндән һуң)[7] дүрт тапҡыр КХДР Геройы.

Бала сағы

үҙгәртергә

Ким Чен Ир 1942 йылдың 16 февралендә[8] Ким Ир Сен (1912—1994) һәм Ким Чен Сук (1917—1949) ғаиләһендә тыуған. Хабаровск крайында урынлашҡан Вятский ауылын уның тыуған урыны тип һанау ҡабул ителгән[9][10][11][12][13][14][15][16]. Тыуған ваҡытында уны Юрий Ирсенович Ким тип атағандар[5][14][17], әммә Төньяҡ Корея историографияһы, Ким Чен Ир Чансубон түбәһе янындағы йәшерен партизандар лагерында, Төньяҡ Кореяның иң бейек һәм абруйлы тауы — Пэктусан (Самджиён өйәҙе) янындағы бүрәнә йортта тыуған[18][19], тип раҫлай, һәм уның тыуған көнөндә күктә икеләтә йәйғор һәм сағыу йондоҙ барлыҡҡа килгән[20]. Иртә балалыҡ йылдары Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 88-се уҡсы бригадаһы урынлашҡан Вятский ауылында үткән, атаһы, Ҡыҙыл Армия капитаны, ошо бригада составындағы батальон командиры булған.

1945 йылдың ноябрендә Ким Чен Ир бер ай элек унда атаһы әйләнеп ҡайтҡан Пхеньянға күсерелә. Рәсми биографияһы раҫлауынса, ул 1950—1960 йылдарҙа Пхеньяндағы партия хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн мәктәптә белем алған, һуңынан, 1964 йылда, Пхеньяндағы Ким Ир Сен исемендәге университетты тамамлаған, сәйәси иҡтисад буйынса махсуслашҡан.

Карьера башы

үҙгәртергә

1961 йылдың 22 июлендә Корея Хеҙмәт партияһы сафына баҫа[21][22][23][24]. Төньяҡ Корея сығанаҡтарына ярашлы, Ким Чен Ир 1964 йылдың 19 июненән Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк комитетында эш башлай[25][26][27] [28]), инструктор, Үҙәк Комитетта бүлек мөдире урынбаҫары, артабан бүлек мөдире[27].

1970 йылдарҙа уның заказы буйынса КНДР-ҙың иң төп пропаганда фильмдарының береһе — «Цветечница» фильмы төшөрөлә. Был фильм Төньяҡ Корея кинематографының Алтын фондына ингән (1972)[29].

1973 йылдың сентябрендә ул партияның Үҙәк комитеты секретары[19][27], ә 1974 йылдың апрелендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, февралдә) Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Сәйәси комитеты (Политбюро) ағзаһы һәм партия рәйесе Ким Ир Сендың вариҫы итеп һайлана[27]. 1970-се йылдарҙа Корея матбуғатында уны «Партия үҙәге» тип йөрөтә башлайҙар (당중앙; элек был бер кеше титулы түгел, ә Үҙәк Комитеттың икенсе исеме ине).

1980 йылдың октябрендә Корея Хеҙмәт партияһы VI съезында Ким Чен Ир Үҙәк Комитеттың Политбюроһы Президиумы ағзаһы, Үҙәк Комитет секретары, партияның Үҙәк Хәрби комитеты ағзаһы итеп һайлана[27]. Пропаганда, атаһының эштәренә дан йырлаған дәрәжәлә, улының да сиктән тыш кешелекле булыуын маҡтай башлай[30]. 1982 йылдың февраленән ул — Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Юғары Халыҡ Йыйылышы депутаты. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ким Чен Ир махсус хеҙмәттәрҙең эшенә етәкселек иткән. Ул 1983 йылда Бирмала (хәҙер Мьянма) теракт ойоштороуҙа ғәйепләнә, һөҙөмтәлә Корея Республикаһынан 17 рәсми кеше һәләк була һәм 1987 йылда Көньяҡ Корея авиалайнеры шартлауы һөҙөмтәһендә 115 кеше һәләк була[31][32]. Ким Чен Ирҙың ғәйебен раҫларлыҡ дәлилдәр килтереп булмай, ләкин халыҡ-ара аналитиктар, Ким Ир Сен 1980-се йылдарҙа ла тышҡы сәйәсәтте контролдә тотоуын дауам иткән һәм улының эске эштәргә ҙурыраҡ контроль итеү мөмкинлеген биргән, тип иҫәпләй[32].

1991 йылдың 24 декабрендә Корея Хеҙмәт партияһының пленар ултырышында Ким Ир Сен Корея Халыҡ Армияһының юғары баш командующийы Ким Чен Ирға үҙ вәкәләттәрен тапшырыуы тураһында иғлан итә[33]. Дүрт ай үткәс, 1992 йылдың 13 апрелендә, Ким Ир Сенға генералиссимус исеме бирелә, ә бер аҙнанан Ким Чен Ир КНДР Маршалы исемен ала[33]. Киләһе йылдың апрелендә Ким Чен Ир Корея Халыҡ Демократик Республикаһының Оборона дәүләт комитеты рәйесе итеп һайлана[28][33].

Дәүләт башлығы

үҙгәртергә

Ким Ир Сен 1994 йылдың 8 июлендә йөрәк өйәнәгенән вафат булған. «Мәңгелек президент» үҙе идара иткән һарайы-резиденцияһын махсус рәүештә үҙгәртеп төҙөлгән мавзолейҙа ерләнгән, ә илдә өс йыллыҡ матәм башланған.

1994 йылдың 12 июлендә Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының ябыҡ пленумында илдәге бөтә власть тулылығын Ким Чен Ирға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 6 октябрҙә Ким Чен Ир рәсми рәүештә «бөйөк етәксе» тип аталды, ә атаһы «бөйөк юлбашсы» тип йөрөтөлгән була. Атаһы үлгәндән алып Ким Чен Ир ил һәм Корея Хеҙмәт партияһы менән етәкселек итә, иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли оборона өсөн яуап бирә, илдең ядро программаһын тормошҡа ашырыуҙы етәкләй, Көньяҡ Кореяға ҡарата сәйәсәтте билдәләй. 1997 йылдың 8 октябрендә Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк комитеты менән Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк хәрби комитетының махсус хәбәре баҫылып сыға, унда халыҡҡа «бөйөк етәксе» иптәш Ким Чен Ирҙың Корея Хеҙмәт партияһының Генераль секретары вазифаһына һайланыуы тураһында хәбәр ителә[34]. Бер йылдан 1998 йылдың 5 сентябрендә Ким Чен Ир КНДР-ҙың Оборона дәүләт комитеты рәйесе вазифаһына һайлана, бының менән уның тотош илдең сәйәси, хәрби һәм иҡтисади көстәре менән етәкселек итеүе күҙ уңында тотола.

2010 йылдың 28 сентябрендә Ким Чен Ир Пхеньянда уҙғарылған партия конференцияһында Корея Хеҙмәт партияһының генераль секретары итеп ҡайтанан һайланды[35][36].

Кеше хоҡуҡтары

үҙгәртергә

Ким Чен Ира идара иткән йылдарҙа Төньяҡ Кореяны даими рәүештә кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа: халыҡ алдында язалауҙа[37], ҡоллоҡта, аборт эшләтеүҙә, япон[38] һәм Көньяҡ Корея граждандарын урлауҙа, шулай уҡ хеҙмәт концентрацион лагерҙары ойоштороуҙа ғәйепләгәндәр. Киң мәғлүмәт саралары хөкүмәттең тулы контролендә булған, пропаганда тәүлек әйләнәһенә теле- һәм радиоэфирҙа эшләгән; сит ил тапшырыуҙарын тыңлау ҡәтғи тыйылған.

Шәхес культы

үҙгәртергә

Ким Чен Ир Төньяҡ Кореяла идара иткән йылдарҙа, атаһы идара иткән ваҡытҡа оҡшаған, уның шәхесен данлау һәм аллалаштырыу сәйәсәте дауам иткән. Күҙәтеүселәр фекеренсә, Корея Халыҡ Демократик Республикаһында СССР-ҙа Сталиндың шәхес культына оҡшаш культ барлыҡҡа килгән[39]. Ким Чен Ир портреттары барлыҡ йәмәғәт учреждениеларын биҙәгән. 1980 йылдарҙан Ким Чен Ирҙың биографияһы, атаһының биографияһы кеүек үк, мәктәптәрҙә рәсми өйрәнеү предметына әүерелә. Бөтә китаптар йәки мәҡәләләр уның эштәренән өҙөктәр менән башланған, ә Төньяҡ Корея баҫмаларында юлбашсының исеме махсус ҡуйы шрифт менән йыйылған[40]. Ким Чен Ир хөрмәтенә шиғырҙар һөйләгәндәр, салюттар ойошторолған, ил артистары үҙ сығыштарын уға бағышлаған, юлбашсының тыуған көнө дәүләт байрамы итеп билдәләнгән[41].

Илдә Ким Чен Ир бик шәп композитор тип иҫәпләнә, өҫтәүенә, алты опера ике йыл эсендә ижад ителгән. Уның «Чучхе идеялары тураһында», «Чучхе философияһын өйрәнгәндә тыуған ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында», «Кино сәнғәте тураһында»[42], «Чучхе принцибына нигеҙләнгән әҙәбиәт тураһында» хеҙмәттәре классик һанала. Ил эсендә Пхеньянда «Чучхе башняһы» планын төҙөгән бөйөк архитектор тип иҫәпләнә.

Кинола кәүҙәләнеше

үҙгәртергә

Ги Джу-бонг / Gi Ju-bong «Шпион пошёл на Север» фильмында (2019).

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
  • Атаһы — Ким Ир Сен (1912—1994) — КХДР-на нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе.
  • Әсәһе — Ким Чен Сук (1917—1949) — КХДР-ның партия һәм дәүләт эшмәкәре.
  • Һеңлеһе — Ким Гён Хи (1946 йылда тыуған) — КХДР-да берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — генерал. Чан Сон Тхэк — ире (1946—2013; КХДР Дәүләт Оьорона комитетына — илдең юғары власть органына тәғәйенәлнгән)[43].

Ким Чен Ир дүрт тапҡыр өйләнгән, рәсми биографияһы буйынса өс улы билдәле. Әммә рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Төньяҡ Корея юлбашсыһының 17 балаһы булып, шуларҙың 9-ы никахһыҙ тыуған булған[44][45].

  • Беренсе ҡатыны — Сон Хе Рим (1937—2002)
Улы — Ким Чон Нам (1971—2017). Швейцарияла уҡыған. 2001 йылда Японияға ялған паспорт буйынса инергә маташҡанда Япония властары тота. Ким Чон Нам үҙе әйтеүенсә, ул Токио эргәһендәге «Диснейленд» аттракциондар паркына ғына барырға йыйынған була. Атаһы вафат булғандан һуң, илдә власты мираҫҡа алыу мөмкинлеге хаҡында мәсьәлә ҡыҙыҡһындырмауын белдерҙе. 2017 й. Малайзия аэропортында үлтерелә.
  • Икенсе ҡатыыны — Ким Ён Сук (1947 йылда тыуған)
Ҡыҙы — Ким Соль Сон (1975 йылда тыуған). Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Пропаганда һәм агитация бүлегендә эшләй, партия әҙәбиәте кураторы була. Элек атаһының шәхси секретары булып хеҙмәт иткән.
  • Өсөнсө ҡатыны — Ко Ён Хи (1953—2004). Бейеүсе.
Улы — Ким Чен Ын (1982 йәки 1983 йылда тыуған). Швейцарияла уҡыған, КХДР менән идара итеү буйынса атаһының вариҫы, 2011 йылдан КХДР-ның юғары етәксеһе.
Улы — Ким Чон Чхоль (1981 йылда тыуған). Швейцарияла уҡыған, гитарист.
Ҡыҙы — Ким Ё Чжон (1988 йылда тыуған). Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Пропаганда һәм агитация бүлегенең директор урынбаҫары.
  • Дүртенсе ҡатыны — Ким Ок (1964 йылда тыуған).

Ҡалып:Кимдар

Тормош образы

үҙгәртергә
Хәтер тренировкаһы

Иртән тороп, Ким Чен Ир ғәҙәттә хәтер күнекмәләре башҡарған. Был хаҡта ул былай тигән: «Башты йышыраҡ эшләтһәк, хәтер яҡшыра. Мин иртән тороп, хәтер күнекмәләре башҡарам», - тине. ИТАР-ТАСС-тың, буш ваҡытын нисек үткәреүе тураһындағы һорауына Ким Чен Ир былай тигән:

  Халыҡ араһында булырға, уның менән бергә ваҡыт үткәрергә яратам. Илебеҙ халҡының нисек йәшәүе һәм эшләүе менән ҡыҙыҡһынам, улар хаҡында хәстәрлек күрәм, улар менән ихлас һөйләшәм, ҡайғы һәм шатлыҡ уртаҡлашам - был минең өсөн иң емешле һәм ҡыуаныслы эш. Һәм тағы ла - мин китап уҡыуҙы һәм музыканы яратам. Китап һәм музыка - беҙҙең эшкә кәрәкле «аҙыҡ», ул беҙҙең тормошобоҙ[46].  
Һыбай йөрөү

Ким Чен Ир һыбай йөрөү менән мауыға. 1993 йылда аттан ҡолап, башы менән ныҡ һуғыла. Дауалау өсөн йәшерен рәүештә Францияның билдәле неврологы Франсуа-Ксавье Ру саҡырылған, сөнки Кореяның бер табибы ла Ҡәҙерле Юлбашсыны дауаларға баҙнат итмәгән[47].

Тышҡы ҡиәфәте

үҙгәртергә

Ким Чен Ираның буйы 160 сантиметр самаһы (төрлө сығанаҡтарҙа 160-165 сантиметр) тәшкил иткән, был Кореяла йәшәгән үҙ быуыны ир-егеттәре өсөн ғәҙәти буй булған[48]. Әммә буй оҙонлоғон арттырыр өсөн, ул үксәле йә бейек табанлы ботинкалар кейгән[49].

Кимдың ҡайһы бер титулдары

үҙгәртергә
위대한 원수님 Бөйөк маршал
당중앙 Партия үҙәге
친애하는 지도자 Һөйөклө Етәксе
존경하는 지도자 Хөрмәтле Етәксе
조국통일의 구성 Тыуған илде берләштереү нигеҙе
민족의 운명 Милләт яҙмышы
백두광명성 Пэктусандың сағыу йондоҙо
인민의 어버이 Халыҡ атаһы
민족의 태양 Милләт ҡояшы
위대한 장군님 Бөйөк Полководец
위대한 령도자 Бөйөк Етәксе[50]
당중앙위원회 영원한 총비서 Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Мәңгелек Генераль Секретары

Вафаты һәм ерләнеүе

үҙгәртергә
 
Ким Чен Ир Д. А. Медведев менән. Рәсәй 2011 йыл.

Ким Чен Ир 2011 йылдың 17 декабрендә ил буйынса инспекция сәфәре ваҡытында урындағы ваҡыт менән 08:30 сәғәттә ил буйынса инспекция үткәреп йөрөгндә үҙенең бронепоезында вафат булды[lower-alpha 1]. Корея Республикаһы разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ким Чен Ирҙың поезы Пхеньянда ҡалған була, ә КНДР лидеры үҙ өйөндә вафат булған[52]. Табиптар тейешле саралар күреүгә ҡарамаҫтан, вафат була. Ким Чен Ир оҙаҡ ваҡыт йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан дауаланған[53]. «Reuters» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Төньяҡ Корея лидеры диабеттан һәм йөрәк ауырыуынан яфаланған, ләкин һаулығы тураһында артыҡ ҡайғыртмаған — ҡаты сигараларҙы өҫтөн күреп, күп тәмәке тартҡан һәм даими рәүештә коньяк эскән. Юлбашсының үлем сәбәбе — тәбиғәте тураһында хәбәр ителмәгән «көтмәгәндә үҫешкән сир», уның, тип хәбәр итә Yonhap агентлығы. Төньяҡ Кореяның рәсми агентлығы ЦТАК хәбәр итеүенсә, ул «сәскә атҡан дәүләт төҙөлөшө мәнфәғәттәрендә ил буйлап өҙлөкһөҙ тикшереү сәфәрҙәре һөҙөмтәһендә психик һәм физик яҡтан артыҡ йонсоғанлыҡтан» вафат булған, әммә рәсми үлем сәбәбе тип йөрәк өйәнәге — киҫкен миокард инфаркты аталған[54]. Юлбашсының үлеме тураһында белдереү ике көндән, 19 декабрҙә, урындағы ваҡыт буйынса төш ваҡытында яһалды. Ким Чен Ын Корея Халыҡ Демократик Республикаһы башлығының урынына тәғәйенләнде, Ким Чен Ирҙың өсөнсө улы[55].

 
Ким Чен Ир

Төньяҡ Корея лидерының мәйете хушлашыу өсөн Пхеньяндағы мемориаль һарайында быяла ҡалпаҡ аҫтында урынлаштырылған табутта ҡуйылды. 2011 йылдың 28 декабрендә ерләнә[56]. Ким Чен Ирҙың бальзамланған кәүҙәһе атаһы Ким Ир Сендың кәүҙәһе янында «Кымсусан» мемориаль мавзолейында урынлаштырыла.

Хәрби карьераһы

үҙгәртергә
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы маршалы Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Генералиссимусы
   
1992 йылдың 20 апреле
2012 йылдың 14 феврале
Үлгәндән һуң

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Геройы (1975, 1982, 1992 и 2011)
  • I дәрәжә КХДР Дәүләт Флагы ордены[57]
  • Ким Ир Сен ордены (1978, 1982 һәм 1992)
  • Өс Бөйөк Революцияның Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн миҙалы
  • Хәрби-Инженер хеҙмәтенең 30 йыллығы ордены
  • 1941-1945 йылдарҙағы «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл (1995 й. 5 майы)[58]
  • КПСС Үҙәк Комитетының «90 лет Великой Октябрьской социалистической Революции» миҙалы (2008 й.)[59]
  • «За заслуги» милли ордены (Гвинея) (Ҙур Тәре кавалеры)[60]
  • Анна Павлова исемендәге Мәрхәмәтлек фонды ордены[61]
  • «За выдающийся вклад в дело возрождения и процветания мира» фонды ордены[62]
  • «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945» юбилей миҙалы (2005 й. марты)[63]
  • Триест ҡалаһы миҙалы. (1997 йылдың 23 феврале)[64]
  • «За Вклад в Мировую Культуру» ордены
  • «Звезда Мецената» ордены[65]
  • Пискарёв мемориаль зыяраты иҫтәлекле миҙалы[66]
  • «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945» миҙалы (2010 й. марты)[67]

Премиялары

үҙгәртергә
  • Ким Ир Сен премияһы (1973 й. феврале)[68]
  • Международная премия Ким Ир Сена[69]
  • «Добрый Ангел Мира» Халыҡ-ара премияһы лауреаты[65]

Почётлы исемдәре

үҙгәртергә
  • Алыҫ Көнсығыш федераль университетының Почётлы докторы (2005 й. 27 октябре)[70][71]
  • Халыҡ-ара Мәҙәниәт һәм Сәнғәт Академияһының Почётлы докторы
  • Халыҡ-ара Меценатлыҡ Академияһының Почётлы докторы
  • Йәмәғәт фәндәре Халыҡ-ара Академияһының Почётлы академигы[65]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр
  1. Летом 2008 года Ким Чен Ир перенес инсульт. Для лечения был снова приглашен Франсуа-Ксавье Ру, главный нейрохирург парижской больницы Святой Анны, лечивший вождя после падения с лошади в 1993 году[51].
Сығанаҡтар
  1. Почётная должность без формальных полномочий. Де-факто все полномочия Ким Чен Ира закончились с его смертью, 17 декабря 2011 года
  2. 2,0 2,1 https://www.npr.org/templates/story/story.php?storyId=1671983
  3. Kim Jong-il's Leadership of North KoreaISBN 978-1-134-01711-9
  4. Андрей Ланьков. Северная Корея: вчера и сегодня. Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано 25 август 2012 года.
  5. 5,0 5,1 Chung, Byoung-sun. Sergeyevna Remembers Kim Jong Il (22 август 2002). 19 февраль 2007 тикшерелгән. 2007 йыл 11 март архивланған.

    Sheets, Lawrence. A Visit to Kim Jong Il's Russian Birthplace, NPR (12 февраль 2004). 19 февраль 2007 тикшерелгән.

    Kim Jong-Il, Kim Il-Sung – In the Family Business – North Korea: Secrets and Lies – Photo Gallery. Life. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 8 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 8 ғинуар архивланған.
  6. North Korea mourns dead leader, son is "Great Successor", Reuters (19 декабрь 2011). 13 апрель 2022 тикшерелгән.
  7. Lenta.ru: В мире: Ким Чен Иру посмертно присвоили звание генералиссимуса. Дата обращения: 15 февраль 2012. Архивировано 2 май 2012 года.
  8. Саркофаг Ким Чен Ира. Дата обращения: 15 декабрь 2021. Архивировано 15 декабрь 2021 года.
  9. Вести. Ru: Смерть в бронепоезде: Ким Чен Ира похоронят 28 декабря. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано 19 декабрь 2011 года.
  10. Profile: Kim Jong-il, BBC News (16 ғинуар 2009). 28 декабрь 2011 тикшерелгән.
  11. Kim Jong Il Biography. — The Associated Press, 10.09.2008
  12. Kim Jong Il: Playing a poor hand skillfully. — CNN, 21.08.2003
  13. Северная Корея всенародно отмечает день рождения Ким Чен Ира 2016 йыл 3 октябрь архивланған.. — РИА Новости, 16.02.2005
  14. 14,0 14,1 Kim Jong Il Profile. — NNDB.com. Дата обращения: 2 октябрь 2016. Архивировано 1 август 2016 года.
  15. Kim Jong-il (1942 ~) 2016 йыл 12 октябрь архивланған.. — Korean Broadcasting System. — Версия от 15.02.2012
  16. Peter Maas. The Last Emperor 2017 йыл 5 сентябрь архивланған.. — The New York Times Magazine, 19.10.2003
  17. Ким Чен Ир серьёзно болен? Лидер КНДР не принял участие в главном празднике страны. — Прайм-ТАСС, 09.09.2008
  18. BBC News | ASIA-PACIFIC | Profile: Kim Jong-il. Дата обращения: 10 июнь 2008. Архивировано 11 июль 2019 года.
  19. 19,0 19,1 Ким Чен Ир : Биография, 94 чучхе (2005), с. 318
  20. Profiles: Kim Jong-IL N.Korean Leader. Дата обращения: 14 июнь 2008. Архивировано 18 октябрь 2007 года.
  21. Ким Чен Ир : Краткая биография, 87 чучхе (1998), с. 22
  22. Ким Чен Ир : Биографический очерк, 90 чучхе (2001), с. 28
  23. Ким Чен Ир : Биография, 94 чучхе (2005), с. 110
  24. История рев. деятельности Ким Чен Ира, 104 чучхе (2015), с. 40
  25. Ким Чен Ир : Биографический очерк, 90 чучхе (2001), с. 45
  26. Ким Чен Ир : Биография, 94 чучхе (2005), с. 203
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 История рев. деятельности Ким Чен Ира, 104 чучхе (2015), с. 45
  28. 28,0 28,1 Kim Jong-il. Дата обращения: 14 июнь 2008. Архивировано 24 июнь 2008 года.
  29. Саймон Фаулер. Как американские перебежчики стали звездами кино в КНДР. Би-би-си (15 октябрь 2015). Дата обращения: 13 декабрь 2017. Архивировано 21 декабрь 2017 года.
  30. 100 великих диктаторов. — М.: Вече, 2002. — 656 с.
  31. Biography of Kim Jong-il — Profile of Kim Jong-il — Biography of … Дата обращения: 11 июнь 2008. Архивировано 23 июль 2008 года. 2008 йыл 23 июль архивланған.
  32. 32,0 32,1 CNN.com — Kim Jong Il: Playing a poor hand skillfully. Дата обращения: 11 июнь 2008. Архивировано 13 июнь 2008 года. 2008 йыл 13 июнь архивланған.
  33. 33,0 33,1 33,2 История рев. деятельности Ким Чен Ира, 104 чучхе (2015), с. 225
  34. Kim Jong-Il élu à la tête du Parti communiste — Radio-Canada nouvelles. Дата обращения: 20 июнь 2008. Архивировано 14 ғинуар 2009 года.
  35. Ким Чен Ир : Биография : в 4 т.. — Пхеньян : Издательство литературы на иностранных языках, 106 чучхе (2017). — Т. 4. — С. 258. — 386 с.
  36. Ким Чен Ир вновь избран генсеком правящей партии КНДР/BBCru. Дата обращения: 28 сентябрь 2010. Архивировано 1 октябрь 2010 года.
  37. Kang Chol-hwan. Aquariums of Pyongyang. — New York: Basic Books, 2005.
  38. Посольство Японии в России. Дата обращения: 21 июнь 2008. Архивировано 31 май 2008 года.
  39. Би-би-си | Главная | В КНДР «снимают портреты Ким Чен Ира». Дата обращения: 11 июль 2008. Архивировано 30 март 2012 года.
  40. КНДР вчера и сегодня. Неформальная история Северной Кореи/А. Н. Ланьков. — М.: Восток-Запад, 2005. — 262 с.
  41. Лидеру КНДР дарят цветы и стихи 2007 йыл 15 сентябрь архивланған. Первым государственным праздником является день рождения Ким Ир Сена.
  42. Naenara(недоступная ссылка)
  43. Члены семьи Ким. Дата обращения: 20 декабрь 2011. Архивировано 10 ғинуар 2012 года.
  44. Ким Чен Ир правил КНДР почти два десятилетия и оставил после себя 17 детей. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2014 года. 2014 йыл 16 октябрь архивланған.
  45. телеканал Euronews. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2012 йыл 11 февраль архивланған.
  46. Визит Ким Чен Ира в Россию
  47. Файфилд , 2020, с. 94
  48. Тровик, Мортен. Предатель в Северной Корее. Гид по самой зловещей стране планеты / Воробьёва, Евгения (перевод), Асмолов, Константин (науч.ред.). — М.: Individuum, 2021. — 368 с. — ISBN 978-5-6043605-9-0.
  49. Yang Jung A. The Truth About Kim Jong Il’s Shoes (билдәһеҙ). Daily NK (25 май 2005). Дата обращения: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
  50. 김봉기. 영원히 우리와 함께 계신다 / 김봉기[등]. — 서울 : 판문점트레블센타, 2008. — 289-291쪽. — 599쪽. — (조선민주주의인민공화국 바로읽기 시리즈). — ISBN 978-89-952665-4-0.
  51. Файфилд , 2020, с. 95
  52. Пхеньян «лгал об обстоятельствах смерти Ким Чен Ира». // inopressa.ru. Дата обращения: 22 декабрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  53. «Смерть в бронепоезде: Ким Чен Ира похоронят 28 декабря» 2011 йыл 20 декабрь архивланған..
  54. Причиной смерти Ким Чен Ира стал сердечный приступ. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
  55. Преемником Ким Чен Ира объявлен его младший сын Ким Чжон Ын. Дата обращения: 19 декабрь 2011. Архивировано 19 декабрь 2011 года.
  56. 11 дней траура: КНДР прощается с Ким Чен Иром. Дата обращения: 20 декабрь 2011. Архивировано 20 декабрь 2011 года.
  57. Лента новостей «РИА Новости» — День в истории — 16 февраля. Дата обращения: 11 июнь 2008. Архивировано 12 май 2008 года.
  58. Ким Чен Ир родился у подножия священной горы. К юбилею вождя. РИА Новости (7 июнь 2008). Дата обращения: 21 февраль 2021. Архивировано 16 май 2021 года.
  59. Ким Ир Сен и Ким Чен Сук награждены российскими памятными медалями. Дата обращения: 11 июнь 2008. Архивировано 24 июнь 2008 года.
  60. Guinean Order to Kim Jong Il from Guinean President (ингл.). ЦТАК. Дата обращения: 20 июнь 2008. Архивировано из оригинала 11 август 2007 года. 2019 йыл 24 ноябрь архивланған.
  61. Ким Чен Ир награждён орденом фонда милосердия имени Анны Павловой | Новости. Новости дня на сайте Подробности. Дата обращения: 21 июнь 2008. Архивировано из оригинала 4 апрель 2013 года.
  62. Ким Чен Иру присуждено очередное высокое звание. Дата обращения: 21 июнь 2008. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
  63. Kim Jong Il receives commemorative medal from Putin (ингл.). Жэньминь жибао. Дата обращения: 23 июль 2008. Архивировано 12 март 2005 года.
  64. Trieste city, Italy, medal awarded to Secy. Kim Jong Il (ингл.). ЦТАК. Дата обращения: 24 июль 2008. Архивировано из оригинала 14 ғинуар 2005 года. 2005 йыл 14 ғинуар архивланған.
  65. 65,0 65,1 65,2 Глава Северной Кореи Ким Чен Ир стал Почётным Академиком трех Международных Академий. Дата обращения: 24 июль 2008. Архивировано из оригинала 4 апрель 2013 года.
  66. Ким Чен Ир завершил культурную программу в Санкт-Петербурге и возвращается в Москву. Дата обращения: 25 июль 2008. Архивировано 20 сентябрь 2011 года.
  67. Naenara — Вести из «Нэнара»(недоступная ссылка)
  68. ЧУЧХЕ для начинающих. Дата обращения: 24 июль 2008. Архивировано 14 май 2013 года.
  69. Ким Чен Ир награждён международной премией имени своего отца. Дата обращения: 24 июль 2008. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  70. Почётные доктора ДВГУ(недоступная ссылка)
  71. ДВГУ

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Ким Ир Сен
2-й Генеральный секретарь ЦК ТПК
 

1997 — 2011
Һуңынан килеүсе:
Ким Чен Ын как Первый секретарь ЦК ТПК
Алдан килеүсе:
Ким Ир Сен
2-й Председатель
Государственного комитета обороны КНДР
 

1993 — 2011
Һуңынан килеүсе:
Ким Чен Ын

Ҡалып:Ким Чен ИрҠалып:Генеральный секретарь ЦК ТПК

Ҡалып:Президенты КНДР Ҡалып:Маршалитет КНДР