Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы
Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы (19 декабрь 1941 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1973). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1941 (79 йәш) |
Тыуған урыны | Үзбәкстан |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш биреүсе | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
- Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Бағдад районы Серов (Фүрҡәт) станцияһы ҡасабаһында тыуған.
- Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай.
- 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
- 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһынан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
- 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
ИжадыҮҙгәртергә
«Күк тояҡҡай» (1972), «Хаҡлыҡ үлмәй» (1991), «Йәнкиҫәк» (2001) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора.
ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә
- Күк тояҡҡай. Өфө, 1972;
- Хаҡлыҡ үлмәй. Өфө, 1991;
- Йәнкиҫәк. Өфө, 2001;
- Драматургия Мустая Карима. Уфа, 1979;
- Халыҡсанлыҡ көсө. Өфө, 1988;
- Поэтика башкирской драматургии. 2-е изд., Уфа, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2010)
- Мөхәмәтсәли Өмөтбаев исемендәге премия (Ҡырмыҫҡалы районы) лауреаты (2005)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
- Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почёт грамотаһы (1992)
Уның тураһындаҮҙгәртергә
- Романов В. Тимергали Кильмухаметов: писатель и ученый (К 75-летнему юбилею). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016,
20 декабрь[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Тимергали Кильмухаметов: писатель и ученый (К 75-летнему юбилею). [[Башинформ| ]][[Башинформ| ]], 2016, 20 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 декабрь 2016)
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- башҡа сығанаҡтар
- Ҡунафин Ғ. С. Замандаштарҙың рухи балҡышы. Өфө, 2006.