Килим
Килим — ҡулдан һуғылған шыма туҡыма[2][3], ике яҡлы балаҫ. Һәр келәмдең нигеҙе шулай уҡ килим тип атала.
Килим | |
Ил | Иран |
---|---|
Башланыу датаһы | XIX быуат |
Етештереү ысулы | weft-faced plain weave[d][1] |
Килим Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәКилим боронғо Фарсияла (хәҙерге Иран) баш ала. Билдәле булыуынса, тап ошо дәүләт территорияһында яҡынса 2500 йыл элек беренсе көнсығыш келәме (фарсы теленән тәржемә иткәндә «гилим» йәки төрөксә «килим» — «тупаҫ эшләнгән юрған») һуғылған. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң боронғо әйберҙе оҫталар яҡынса 2000 йыл элек эшләгән. Уны рус археологы таба С. Руденко 1949 йылда Себерҙә археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында таба, ул ҡырағай хайуандар һүрәтләнгән йөн туҡыманан ғибәрәт була. Әлеге ваҡытта был боронғо туҡыусыларҙың эше Эрмитажда һаҡлана. Һуңыраҡ килимдәр киң таралыу ала һәм Европа илдәрендә көнкүрешкә күсә (етештереү Польшала, Болгарияла таралған). Элекке СССР илдәре территорияһында иң билдәлеләре — молдаван һәм украин, төркмән һәм үзбәк килимдәре. Әйткәндәй, Башҡортостанда ла һуғалар уны, был шөғөл һуңғы ваҡытта тағы ла әүҙемерәк тарала бара[4]
Йөндән һуғылған килимдәр киң таралған, мәҫәлән, Ҙур совет энциклопедияһында килим тап йөндән яһалған ике яҡлы өбөрөһөҙ балаҫ булараҡ билдәләнгән. Ләкин кизе-мамыҡтан, нәфис ебәктән (фарсыларҙа) йәки ебәк өҫтәп тә һуғалар, шулай уҡ тупаҫ киндерҙән һәм етен ептән эшләнгән килимдәр ҙә осрай. Технологиялар үҫешеү менән акрил, нейлон, вискоза кеүек синтетик материалдар ҡуллана башлайҙар.
Заманса технология
үҙгәртергәБоронғо замандарҙан алып етештереү технологияһы үҙгәрмәгән тиерлек.
Килим һүҙе башҡорт теленә лә күсеп килгән (дөрөҫ әйтелеше — келәм), келәм тигәнде аңлата, башлыса фарсы келәмдәрен билдәләүсе булып хеҙмәт итә һәм "өбөрөләп, биҙәкләп йөндән һуғылған ҡаралды әйбере"н[5] атайҙар.
Ҡайһы бер һөйләштәрҙә балаҫты ла шулай атайҙар.
Килимдәр интерьерҙы биҙәү, иҙән һәм стена япмалары булып хеҙмәт итә, өй йылыһы һәм уңайлылыҡ атмосфераһын булдыра, килимдән ҡапсыҡтар һәм сумкалар тегәләр, килим фрагменттары өҫ кейемен һәм хатта ҡатын-ҡыҙ аксессуарҙарын һәм бижутерияһын биҙәй.
Галерея
үҙгәртергә-
Хотамис Килим (деталь), үҙәк Анатолия, XIX быуат башы
-
Туҡыу техникаһының килем киҫелешендә күренеше
-
Әзербайжан килиме. Ширван мәктәбе. XIX быуат.
-
Төрөк килименең бер нисә мотивты ҡулланыуҙы һүрәтләгән фрагменты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Foundation E. I. CARPETS v. Flat-woven carpets: Techniques and structures // Welcome to Encyclopaedia Iranica (ингл.) / N. Sims-Williams, A. Ashraf, H. Borjian, M. Ashtiany — USA: Columbia University, 1982. — ISSN 2330-4804
- ↑ Безворсовый, создаётся плотным полотняным застилом цветных утков, скрывающих нити основы. По своей технике, это похоже на плетение корзины или плетня, где вертикально расположенная лоза — это хлопковые нити основы, а горизонтально — уток (цветная шерстяная нить). Но в отличие от лозы, шерстяная нить очень плотно прилегает друг к другу и полностью скрывает от вашего взора нити основы, образуя шерстяное полотно с цветным орнаментом.
- ↑ не имеющий изнаночной стороны, одна сторона является зеркальным отражением другой
- ↑ Башҡорт_халҡында_балаҫ_һуғыу_кәсебе
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, бит— ISBN 5-200-01108-6
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Килим // Большая российская энциклопедия. Том 13. — М., 2009. — С. 672.