Киев Фрёбель институты

Киев Фрёбель институтырус. Киевский Фрёбелевский институт - Рәсәй империяһының Киевтағы педагогия юғары уҡыу йорто. 1907 йылдың мартынан 1920 йылға тиклем эшләгән[1].

Киев Фрёбель институты

Институт Киевтағы Фрёбель йәмғиәте ҡарамағында эшләй. Немец уҡытыусыһы мәктәпкәсә тәрбиә биреү теорияһы һәм практикаһы ғалимы Ф. Фрёбель фамилияһы менән аталған. Ҙур Житомир урамы, 34-се йортта урынлашҡан, хәҙер Б. Хмельницкий урамы, 51-се йорт.

Тарихы үҙгәртергә

Зыялы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хеҙмәт ярҙамы йәмғиәте 1907 йылдың 8 апрелендә Киев уҡыу округының попечителенә уның ҡарамағында педагогия институтын асыу тураһында үтенес ебәргән. 1907 йылдың 16 апрелендә рөхсәт бирелгән, ә 1907 йылдың 11 сентябрендә уны асыу тураһында таныҡлыҡ бирелгән.

Ойоштороусыларҙың уның эш принциптары тураһында фекере берҙәм генә булмай. Бер өлөшө педагогтар әҙерләргә, ә икенсеһе —алдынғы педагогик фән нигеҙендә һөнәри белем биреү кәрәк тип иҫәпләй. Ике йыллыҡ уҡыу-уытыу мөҙҙәтендә сифатлы юғары белем бирә алмай.

Институттың педагогия советы тәҡдиме буйынса Изге Владимир университеты профессорҙары, педагогтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре төркөмө 1908 йылда Тәрбиә биреү эшенә булышлыҡ итеү Фрёбель йәмғиәте ойоштора. Йәмғиәт Киевта өлгөлө балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп булған Фрёбель педагогик институтын ойоштороға ҡарар итә. Уның төп маҡсаты - "тәжрибәле тәрбиәсе һәм уҡытыусылар әҙерләү"[2].

1908 йылдың 22 июнендә институттың Уставы раҫлана, 26 октябрҙә уны асыу тантанаһы була. 1908 / 1909 уҡыу йылында институтта 69 уҡыусы белем алған (I курста - 31, II курста - 38 кеше). Икенсе курсҡа Киев Зыялы ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ярҙамы йәмғиәте институтынан тыңлаусылар килә. 1909 / 1910 уҡыу йылында институтта 162 кеше белем алған, 1910 / 1911 - 217 кеше (уларҙың 30-ы өсөнсө курста). Тыңлаусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Әммә 1914 / 1915 уҡыу йылында институтта тыңлаусылар һаны 160-ҡа тиклем кәмегән, сөнки Киев губерна идараһы ҡарары менән йәһүд ҡатын-ҡыҙҙарына ятаҡта йәшәүгә хоҡуҡ биреүҙе тыйыла (институтта тыңлаусыларҙың күбеһе йәһүди динен тотҡан).

1915 йылда Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Фрёбель институты Һарытауға эвакуациялана, унда 1915 йылдың 2 ноябрендә Һарытауҙың I реаль училищеһы бинаһында үҙенең эшмәкәрлеген тергеҙә.

1917 йылда институттың яңы Уставы "Фрёбель йәмғиәте ҡарамағындағы Киев педагогия институты" исеменә алмаштыра. Был устав уҡыу программаларын тәрән өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

1920 йылда юғары белем биреү үҙгәртеп ҡоролған һәм Фрёбель йәмғиәте ҡарамағындағы (мәктәпкәсә һәм унан тыш бүлектәре) Киев педагогия институты Халыҡ мәғарифы институтының мәктәпкәсә факультетына ҡушыла[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Фребелевский женский педагогический институт. Дата обращения: 1 декабрь 2020.
  2. Фребелевские общества. www.booksite.ru. Дата обращения: 1 декабрь 2020.
  3. Киевский национальный университет имени Тараса Шевченко. Дата обращения: 1 декабрь 2020.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Володимир Іванович Вернадський і Україна. Т. 1, кн. 2: Володимир Іванович Вернадський. Вибрані праці — K., 2011. — 584 с.
  • Дем’яненко Н. М. Організація вищого навчального закладу як науково-педагогічного комплексу: ретроспектива і реконструкція досвіду // Проблеми освіти: Наук.-метод. зб. / Кол. авт. — К.: Інститут інноваційних технологій і змісту освіти, 2007. — Вип. 47. — 130 с.
  • Прудченко І. І. Київський Фребелівський педагогічний інститут в системі вищої освіти України (1907—1920 рр.). — Дисертація на здобуття наукового ступеня кандидата педагогічних наук за спеціальністю 13.00.01 — загальна педагогіка та історія педагогіки. — Київський національний університет імені Тараса Шевченка. — Київ, 2005