Кесе Шатаҡ (рус. Малиновка) — Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан Бишитәк һыртындағы бейек тау[1].

Кесе Шатаҡ (Малиновка)
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1152 м
Урынлашыуы
54°00′32″ с. ш. 58°31′57″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Кесе Шатаҡ (Малиновка)
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Кесе Шатаҡ (Малиновка)

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Кирәл, Бишитәк тауҙары Мәлиҙәк һыртына ҡарай, тип раҫлай урындағы халыҡ. Был тауҙың Еләкташ, Еләкле һәм Әберсә тигән атамалары ла бар, тип яҙылған «Ҡыҙыҡлы топонимика» сайтында.

Кесе Шатаҡ тауы Белорет ҡалаһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тауҙағы ағастарҙы интенсив ҡырҡыу сәбәпле, буш ҡалған урынды ҡурай еләге ҡыуаҡтары баҫып алғандан һуң, тауҙы Малиновая йәки Малиновка тип атай башлағандар.

Кесе Шатаҡ тауының абсолют бейеклеге — 1152 м, оҙонлоғо — 6 км, киңлеге — 1—2 км. Битләүҙәре текә. 1026 (Катушка), 1100 (Ҡапҡа-Таш) һәм 1141 метр бейеклегендәге түбәләре бар[2].

Кесе Шатаҡ тауының рельефында конус формаһындағы 2 ҡаялы түбә айырылып тора. Таш ишелмәләренән барлыҡҡа килгән таш йылғалар бар.

Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. Ландшафы кәкре ҡайынлыҡтар һәм тау болондары менән алмашынған шыршы‑аҡ шыршы урмандарынан тора[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Топонимист А. К. Матвеев үҙенең «Географические названия Урала. Топонимический словарь» тигән хеҙмәтендә: «Һырттың башҡортса атамаһы — Бишитәк (һирәк осраҡта - Биштау). Оло Шатаҡ (Шатаҡ) оронимдың башҡорт атамаһының урыҫса үҙгәртелеүе. Оронимдың карталарҙа һәм махсус хеҙмәттәрҙә осраған варианттары (Шатаҡ, Шайтан, Шатаг) тау исемен хаталы ҡулланыу өлгөһө булып тора. И. И. Лепехин XVIII быуатта уҡ тауҙың Шатак тигән урыҫса формаһын ҡулланған. Бишитәк тигән башҡортса атамаһы "Биш итәк", "Биш битләү" тигәнде аңлата. Һыртта, ысынлап та, биш түбә бар. Һирәк осраған атамаһы — Биштау» тип билдәләгән[4][5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә