Кирәл (тау)
Кирәл - Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы эргәһендәге тау[1].
Кирәл | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 14 км |
Киңлеге | 10 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Кирәл |
Абсолют бейеклеге | 1162 м |
Урынлашыуы | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Кирәл тауы Белорет районындағы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта ята.
Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 1162 метр, оҙонлоғо — 4 км, киңлеге — 1—2 км. Тауҙың төньяҡ битләүе текә. Рельефы төньяҡ‑көнсығышындағы Оло Кирәл һәм көньяҡтағы Бәләкәй Кирәл армыттары йәки ике түбәһе менән айырыла.
Составы урта рифейҙың егәҙе свитаһы кварциттарынан тора. Ландшафы шыршы, аҡ шыршы урмандарынан, кәкре ҡайынлыҡтарҙан һәм тау болондарынан ғибәрәт[2].
Кирәл тауы Магнитогорск ҡалаһынан Белоретҡа килгән юлда урынлашҡан. Кирәл тышҡы күренеше менән башлыҡты хәтерләтә, конус формаһында. Уның түбәһенә туристар сәйәхәт ойоштора[3][4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Р.Ә.Хәмиҙуллин. Тәрж. А.Н.Күсеев. Кирәл (тау) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Наш Урал
- Восхождение на Кирель
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Р.Ә.Хәмиҙуллин. Тәрж. А.Н.Күсеев. Кирәл (тау) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Р.Ә.Хәмиҙуллин. Тәрж. А.Н.Күсеев. Кирәл (тау) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Наш Урал
- ↑ Восхождение на Кирель