Бишитәк, Бешәтәк, Биштау, (рус. Большой Шатак) — тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе.

Бишитәк
Характеристики
Оҙонлоғо1,2 км
Киңлеге0,8 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1271 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]_type:landmark H]GЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Бишитәк
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Бишитәк

Белорет районы Исмаҡай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 1271 м, оҙонлоғо яҡынса 1,2 км, киңлеге 0,8 км.

Рельефында денудация йөҙө билдәләнә, уның өҫтөнән 5—8 м бейеклектәге ҡая ҡалдыҡтары күтәрелә. Урта рифейҙың Машаҡ свитаһы тоҡомдарынан (базальт, ҡомташ,конгломерат һәм балсыҡлы һәүерташ) тора.

Ландшафтары ҡарағай-ҡайын һәм ҡайын-уҫаҡ, көнбайыш битләүендә ҡарағас урмандарынан ғибәрәт, унда тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965) булған 600 йәшлек ағастар һаҡланып ҡалған. Битләүҙәрендә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: себер патринияһы,шырт төклө еҙүлән, ябай телүлән һ.б.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тауҙың исеме уның төҙөлөшөнә бәйле — уның биш итәге бар. Урыҫ телендә ул үҙгәрә барып Шатак тигән трансформация алған.[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә