Оло Шатаҡ (тау)

тау

Оло Шатаҡ— Белорет районындағы Көньяҡ Уралдағы Оло Шатаҡ һыртының иң бейек түбәһе.

Оло Шатаҡ
Оло Шатаҡ тауы башында
Оло Шатаҡ тауы башында
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1271 м
Урынлашыуы
53°42′ с. ш. 57°38′ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Тау һырты йәки массивОло Шатаҡ 
Рәсәй
Красная точка
Оло Шатаҡ
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Оло Шатаҡ

Географияһы

үҙгәртергә

Оло Шатаҡ Ағиҙел һәм Оло Әүжән йылғалары араһында урынлашҡан. Көньяҡтан Үрге Әүжән, ә көнсығыштараҡ Үҙән ауылдары ята. Оло Шатаҡ тауының төҙөлөшө Көньяҡ Уралдың бөтә геологик тарихын асыҡ сағылдыра. Бының өсөн уны геологтар бигерәк тә ярата. Иң ҡыҙыҡлы таштар— ул шатаҡ конгломераттары йәғни боронғо дингеҙ менән йоморланған һуйырташтар.

Шатаҡ түбәһендә—ҙур яйла. Уны Ирәмәл массивы менән оҡшатырға мөмкин. Әммә Ирәмәлдән айырмалы рәүештә, Шатаҡта тау тундраһы әкренләп субальплы болондарға күсә һәм уға далалы берләшмәләр ҡушыла. Ботаниктар әйтеүенсә, Шатаҡтағы тау тундраһы —Уралда иң көньяҡ тундра. Ә Шатаҡтағы ҡарағас урмандары Көньяҡ Уралдың иң көнбайышта урынлашҡандары. Бында реликт ҡарағастар үҫә, улар мәңге балта күрмәгәндәр. Бында 200-300, хатта 600 йыллыҡ ҡарағастар үҫәләр[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тауҙың боронғоса дөрөҫ атамаһы Бишитәк тауы. Был тауҙың биш битләүе, биш түбәле тигәнде аңлата. Ысынында ла был тау башынан 5 түбә күренә. Нишләп Шатаҡҡа әйләнеп киткәне билдәһеҙ, бәлки картографтарҙың иғтибарһыҙлығында йәки яңылышыуында булғандыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә