Кесе Мишкин
Кесе Мишкин — Ростов өлкәһенең Аҡсай районындағы утар.
Утар | |
Кесе Мишкин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86350 |
Почта индексы |
346728 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мишкин ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
үҙгәртергәРайон үҙәге — Аксайҙан 25 км (юл буйлап) төньяҡ-көнсығышта, Новочеркасск ҡала округы сигендә урынлашҡан. Утар Аксай йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Урамдары
үҙгәртергә- Көнсығыш урамы,
- Яр буйы урамы,
- Подгорная урамы.
Тарихы
үҙгәртергәУтарҙың исеме — Мишкин, XVI быуаттың икенсе яртыһында ҡырым татарҙары менән көрәш алып барған, Ливония һәм Польша менән һуғышта ҡатнашҡан атаман Михаил Черкашенин исеменән алынған.
1818 йылда вафат булған һәм Новочеркасскта ерләнгән Платов Матвей Иванович, 1875 йылда утарға күсереп ерләнә. 1911 йылда атаман Платовтың һөлдәһе Новочеркасск кафедраль соборҙа ҡайтанан ерләнә.
Кесе Мишкин утарының пейзажы һәм һүрәттәре бөйөк урыҫ рәссамдары Крылов һәм Дубовскийҙың әҫәрҙәрендә осрай.
Утарҙа шулай уҡ 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алалар: 1942 йылдың 24 июлендә билдәһеҙ ҡыҙылармеец, үҙен фиҙа ҡылып, немецтар аманатҡа алған урындағы кешеләр ғүмерен ҡотҡара.
Транспорт
үҙгәртергәҠасабала Төньяҡ-Кавказ тимер юлының (код 51352) туҡтау пункты (платформа) 1178 км урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәКесе Мишкин утары үткәндәр ҡомартҡыларына бай. Бында Бөйөк Дон ғәскәре Атаманы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, граф И. М. Платовтың нәҫелдән килгән имениеһы урынлашҡан. Усадьба дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[2].
Иғтибарға лайыҡ төҙөлөш булып Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе — атаман Платов кәшәнәһе ҡуйылған 1865 йылғы урыҫ провинциаль төҙөлөш сәнғәте ҡомартҡыһы тора. Ғибәҙәтхана 1855 йылдан алып 1865 йылға тиклем архитектор И. О. Вальпредо проекты буйынса Аҡсай йылғаһы буйында төҙөлә. Төҙөлөүсе ғибәҙәтхана, уйлауҙарынса ярмалы тупраҡ арҡаһында, ике тапҡыр емерелә, төҙөлөштө икенсе урынға күсереү идеяһы ла була. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөштө тамамлап, сиркәүҙе Пресвятая Богородица Раштыуаһы исеменә изгеләштерәләр.
1874 йылда Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе кәшәнәһендә атаман М. И. Платов ерләнә. Ваҡыт үтеү менән сиркәү емерелә, 1981 йылда Аҡсай район башҡарма комитеты уны реставрациялау тураһында ҡарар сығара, әммә ремонт өсөн аҡса бүлә алмай. 2008 йылда шулай ҙа сиркәү тергеҙелә. Реставрация үткәндән һуң тәүге ғибәҙәт 2009 йылдың 28 июнендә үтә[3].
Утарҙан 600 м көньяҡ-көнбайышта археология ҡомартҡыһы, «Кесе Мишкин-1» ҡурған ҡәбере урынлашҡан, яҡынса шундай уҡ алыҫлыҡта, тик төньяҡ-көнбайышта «Кесе Мишкин-1» икенсе ҡурған комплексы урынлашҡан. Ике археологик ҡомартҡы ла дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[4][5].
-
Пресвятая Богородица Раштыуаһы Сиркәүе
-
Пресвятая Богородица Раштыуаһы Сиркәүе
-
Сиркәү ихатаһында
-
Убанан утар күренеше
-
Баш эйеү тәреһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Усадьба донского атамана М. 2017 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Церковь Рождества Пресвятой Богородицы в Малом Мишкине
- ↑ Курганный могильник «Малый Мишкин-1» 2017 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Курганный могильник «Малый Мишкин-2» 2017 йыл 7 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мишкинское сельское поселение 2011 йыл 12 апрель архивланған.