Керәүле-Илюшкин (Көйөргәҙе районы)

Керәүле-Илюшкин (рус. Кривле-Илюшкино) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 677 кеше[1]. Почта индексы — 453354, ОКАТО коды — 80239820001.

Ауыл
Керәүле - Илюшкин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°52′13″ с. ш. 55°25′13″ в. д.HGЯO

Этнохороним

Иҙәк- Ишәмттәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 820 001

ОКТМО коды

80 639 420 101

ГКГН номеры

0524709

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Керәүле - Илюшкин (Рәсәй)
Керәүле - Илюшкин
Керәүле - Илюшкин
Керәүле-Илюшкин (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Керәүле - Илюшкин

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса сыуаштар 77 % тәшкил итә[2]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

үҙгәртергә
Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 423
1920 йыл 26 август 683
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 751
1959 йыл 15 ғинуар 530
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 595
2002 йыл 9 октябрь 601
2010 йыл 14 октябрь 678

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 23 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Октябрҙең 70 йыллығы урамы (рус. 70 лет Октября (улица))
  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица))
  • Йәшел урамы (рус. Зеленая (улица))
  • Керәүле-Илюшкин мал зыяраты (биләмә) (рус. Кривле-Илюшкинский скотомогильник (территория))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))[3]

Сыуаштарҙың Керәүле-Илюшкин һәм Урал ауылдары XVIII быуат аҙағында уҡ барлыҡҡа килгән. Тәүгеһе 1790 йылда барлыҡҡа килгән. Ул Керәүле (йылға исеме менән) тип аталған. Икенсе исеме антропонимдан — тәүге төпләнеүсе яңы суҡындырылған сыуаш Илюшка исеменән алынған. Ауыл 1838 йылда бында килеп киткән хәрби топограф һүҙҙәренсә, Туғыҙ ҡойо шишмәһе ҡойған ерҙә, Керәүле йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан булған. Башҡорттарҙан ерҙе 35 йылға ҡуртымға (150 һумға), һуңынан шәхси милеккә һатып алалар.

1795 йылда ауылда 49 ир-егет була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 24 ихата, 176 кеше, 1920 йылда 118 ихатала 683 кеше була.

1795 йылда ауылда 49 ир-егет була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 24 ихата, 176 кеше, 1920 йылда 118 ихатала 683 кеше була.

1838 й. 24 йортта 150 баш йылҡы, 160 баш һыйыр малы, 40 баш һарыҡ иҫәпләнә. Крәҫтиәндәрҙең 175 дисәтинә һөрөнтө ере, 1 һыу тирмәне булған.

Үрҙә телгә алынған топограф һүҙҙәренсә, ауылдың бер өлөшө кәкре урам булған, икенсеһе тәртипһеҙ урынлашҡан урамлы булған. Йорттар һәм хужалыҡ ҡаралтылары яҡшы хәлдә булған: тәҙрәләре быяла, мейес-голландкалары булған. Бөтә ихаталарҙа ла икмәк һаҡлау өсөн келәттәр, малдар өсөн аҙбарҙар, шулай уҡ япмалар төҙөлгән. Өй эсен сыра менән яҡтыртҡандар[4].

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеофильмдар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә