Кенжебаев Түле Таскентбай улы

Кенжебаев Түле Таскентбай улы (1 ғинуар 1902 йыл18 октябрь 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы. Гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Кенжебаев Түле Таскентбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Еңбекшиҡаҙаҡ районы[d], Алматы өлкәһе
Вафат булған көнө 18 октябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Еңбекшиҡаҙаҡ районы[d], Алматы өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание рядовой
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Түле Кенжебаев 1902 йылдың1 ғинуарында Зайцевский ауылында (хәҙер — Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһе Еңбекшиҡаҙаҡ районы Шелек ауылы) тыуған. Башта ялланып эшләй, һуңынан — күн заводында, колхозда көтөүсе булып эшләй. 1942 йылдың мартында Кенжебаев Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына. 1943 йылдың сентябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы (Үҙәк фронты, 61-се армия. 7-се гвардия кавалерия корпусы) булып хеҙмәт итә.Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 27 сентябрендә Кенжебаев эскадронда тәүгеләрҙән булып Нивки ауылы (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) тирәһендә Днепр аша сыға. Шул уө төндә совет ғәскәрҙәре позициялары йәшерен рәүештә килеп сыҡҡан немец ғәскәрҙәре тарафынан утҡа тотола. Секретта торған Кенжебаев флангка инеп барған бер төркөм немец пехотасыларын күреп ҡала. Кенжебаев уларға ҡаршы граната ырғыта, шунан ҡул һуғышына инә, өс һалдатты үлтерә һәм бер офицерҙы пленға ала. Ҡалған немец һалдаттары ҡасып ҡотола. Барыһы әлеге алыштарҙа Кенжебаев бер нисә тиҫтә дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә[1][2].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар ындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Кенжебаев Түле Таскентбай улы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (8077-се һанлы) тапшырыла[1][3][4].

Һуғыш тамамланғандан һуң Кенжебаев демобилизациялана. Тыуған яғына ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. 1988 йылдың 18 октябрендә вафат була[1].

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Т. Т. Кенжебаевтың хөрмәтенә уның исеме тыуған ауылындағы мәктәпкә бирелгән[1].
  • Т. Т. Кенжебаевтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Кенжебаев Түле Таскентбай улы. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 67, 68).
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 3, л. 27).
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1687, л. 2, 41, 42).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза — казахстанцы. Книга 1. — Алма-Ата, 1968.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
  • Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.