Касьянов ҡаласығы
Касьянов ҡаласығы (рус. Касьяновское городище) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡормантау ауылы эргәһендә урынлашҡан, б.э.т. V—III быуаттарға ҡараған Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3].
Касьянов ҡаласығы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәКасьянов ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡормантау ауылы эргәһендә Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Красноусольский) — 37 км, ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Бурлы) — 6 км.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәҠаласыҡтың оҙонлоғо 120 м, киңлеге 80 м, ул бейеклеге 0,5—0,7 м тәшкил иткән ур[4] һәм соҡор менән нығытылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр бер нисә мәҙәниәткә ҡарай:
Ҡара Абыҙ мәҙәниәте — муйыны һәм яурындары тирәләй бәләкәй генә соҡорло һәм тешле биҙәк төшөрөлгән, көршәк һәм туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттар;
Ананьин мәҙәниәте — (муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк менән уратылған, горизонталь бау эҙҙәре менән биҙәлгән түңәрәк төплө туҫтаҡ рәүешендәге бер нисә һауыт;
Ғафури тибындағы — муйыны һәм яурындары тирәләй ҡыя һыҙыҡтар һәм кәкерсәктәр төшөрөлгән көршәк рәүешендәге ҡалын тышлы һауыттар.
Ҡаласыҡта мәғдәнселек менән шөғөлләнеүҙәре шаһиттары — металл ҡойоу формалары, баҡыр уҡ башаҡтары табылған; һөйәк әҙерләмәләр, элмәк, тире эшкәртеү ҡоралдары, ҡалаҡ килеп сыҡҡан.
Ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, игенселек, һөйәктән әйберҙәр яһау, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Ҡомартҡы Ананьин һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡәүемдәренең үҙ‑ара йоғонто яһауы, Ағиҙел йылғаһы бассейнына төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу барышын сағылдыра.
Касьянов ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].
Асыш тарихы
үҙгәртергәУҙған быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостанда археологик эҙләнеүҙә ҙур күтәрелеш ала.
Тап шул эҙләнеүҙәр ваҡытында XX быуаттың 20‑се йылдарында Өфө музейы хеҙмәткәре Максим Ильич Касьянов ҡаласыҡты таба ла инде һәм ҡомартҡыға уның исеме бирелә. Шул ваҡыттағы эшмәкәрлеккә Башҡортостанда 4 йыл йәшәп киткән Петербург кешеһе Михаил Степанович Смирнов етәкселек итә. Касьянов уны экспедицияларҙа бер нисә тапҡыр оҙатып йөрөй. Был хаҡта ошондай иҫтәлек һаҡланған:
В нескольких экспедициях его сопровождал сотрудник уфимского музея (Национальный музей) Максим Ильич Касьянов. С его именем связана история дальнейшего археологического изучения Башкирии, после того как М. С. Смирнов покинул республику в 1922 г. В документах того времени, хранящихся в фондах Национального музея, М. И. Касьянов упоминается в должности заведующего отделом археологии Музея Южного Приуралья (так именовался Национальный музей в 1921—1923 гг) С этого времени вся основная работа по археологическому изучению региона переносится в Уфу[7]
.
1954—55 йылдарҙа ғалим-археолог, төркиәтсе һәм этнограф, тарих фәндәре кандидаты Һ.В.Йосопов, 1975 йылда тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов, 1979 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк тикшеренең эштәре алып бара[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Касьянов ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Археология Советской Башкирии в 20-30-е годы
- ↑ Касьянов ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Касьянов ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.