Кассис (Франция)
Кассис (нем. Cassis) — Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс— Альп — Зәңгәрһыу Яр регионындағы ҡала һәм коммуна, Буш-дю-Рок департаменты, Марсель округы, Ла-Сьюта кантоны[9].
Кассис | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Cassis[1] |
---|---|
Архивы хранятся в | Departmental archives of Bouches-du-Rhône[d] |
Дәүләт | Франция |
Административ-территориаль берәмек | Восточный Обань[d], Буш-дю-Рон[d] һәм Марсель[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Статистическая область | Q108921586? һәм Q113841430? |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Ла-Сьота[d][2] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Cassis[d] |
Халыҡ һаны | 6720 кеше (1 ғинуар 2021)[3] |
Ир-егеттәр | 3401[4] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 3748[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 0 метр[5] һәм 385 метр[5] |
Туғандаш ҡала | Бернем-он-Си[d] |
Сиктәш | Обань[d], Серест[d], Ла-Сьота[d], Рокфор-ла-Бедуль[d], Карну-ан-Прованс[d] һәм Марсель |
Майҙан | 26,87 км²[6] |
Почта индексы | 13260[7] |
Электрон почта | accueil@cassis.fr[8] |
Рәсми сайт | cassis.fr[8] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Cassis[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Cassis[d] |
Кассис Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәМарсель ҡалаһынан яҡынса 20 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Кассис һәм Ла-Сьот коммуналары араһында Европала иң бейек яр буйы ҡаяһы (399 м) урынлашҡан. Ҡала үҙенең ҡаялары, шулай уҡ тирә яғында етештерелгән шараптары менән дан тота.
Коммунаның майҙаны — 26,86 км², халҡы — 7560 кеше[10] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 281,5 кеше/км².
Тарихы
үҙгәртергәКассис урынында тәүге ултыраҡтар б.э. тиклем VI—V быуаттарға ҡарай. Бында лигурҙар йәшәгән, улар һунар, балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Уларҙан нығытмалар ҡалдыҡтары ҡалған. Шулай уҡ Кассиста гректарҙың булыуы ныҡ һиҙелә. Рим Империяһы ваҡытында бында балыҡсылар ултырағы булған. Археологик табылдыҡтар Кассистың бөтә Урта дигеҙ һәм бигерәк тә Төньяҡ Африка менән сауҙа бәйләнештәре тураһында һөйләй.
V быуаттан алып X быуатҡа тиклем варварҙарҙың һөжүме урындағы халыҡҡа һарай төҙөргә мәжбүр итә. 1223 йылда ул урындағы феодал, сеньор Ле-Бо-де-Прованстың биләмәһе була. 1402 йылдың 4 апрелендә савой графы Одон де Вильяр үҙенең туғаны Филипп де Левиға Зәңгәрһыу Яры еренең ҙур ғына өлөшөн бүләк итә, уға Кассис ҡалаһы ла инә. Бының өсөн Филипп Раймонд Туренскийға ҡаршы уның яғында һуғышырға тейеш була. XV быуатта Кассис ҡалаһы Прованс графтары хакимлығы аҫтына эләгә, һуңынан герцог Рене Добрый уны Марселдең епископтарына тапшыра, уларҙың ҡулы аҫтында Кассис 1789 йылғы Бөйөк Француз революцияһына тиклем ҡала.
XVIII быуатта Кассис ҡала стеналарынан сығып гавань яғына ҡарай ҙурая. Ошо уҡ ваҡытта бөтә донъяға кассис ташы булараҡ билдәле урындағы эзбизташты сығарыу (эзбизташ әҙләп борондан бында сығарылһа ла) әүҙем үҫешә башлай, ә XX быуатта шарап етештереү алға китә.
Топонимдары
үҙгәртергәII быуатта билдәле булған Charsitanæ Tutelæ— исеменең иҫке формаһы. IV быуатта ултыраҡ Carsicis тип аталған, 1323 йылда Cassitis Castrum һарайы («Касситис замогы») тип телгә алына. Бында исемдең төп өлөшө «кар» тәү һинд-европа һүҙенән килеп сыҡҡан, таш һүҙен аңлата.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 5,0 5,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 8,0 8,1 https://lannuaire.service-public.fr/provence-alpes-cote-d-azur/bouches-du-rhone/mairie-13022-01
- ↑ Décret n° 2014-271 du 27 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département des Bouches-du-Rhône (фр.). Директива от 27 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 6 сентябрь 2015.
- ↑ Численность населения в 2012 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 6 сентябрь 2015.
- ↑ Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттары — Ҡырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
- ↑ Ukraine amitié existantsentre de France et et d régions Partenariat villes et 2012 йыл 22 декабрь архивланған. (укр.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәКассис (Франция) Викимилектә |