Карпош ихтилалы
Карпош ихтилалы[1] — 1689 йылдың октябрендә Ғосман Македонияһында төрөктәргә ҡаршы күтәрелгән ихтилал.
Карпош ихтилалы | |
Башланыу датаһы | октябрь 1689 |
---|---|
Тамамланыу датаһы | декабрь 1689 |
Ихтилалдың лидеры «Карпош» ҡушаматлы Петр булған, ул Войница ауылында (хәҙеге Төньяҡ Македония Республикаһының Чашка общинаһы ауылы) тыуған.Йәш сағында ул Валахияға шахтаға ҡасҡан, әммә артабан Родоп тауҙарына күскән һәм Доспат ҡалаһында йәшәгән. Карпош билдәле гайдук булып киткән һәм Изге Рим империяһының ғәскәрҙәре Ғосман империяһына ҡаршы һуғыш асҡас, Знеполегә (хәҙерге Сербия-Болгария сиге) күскән һәм төрөктәргә ҡаршы көрәшеүселәр отрядтарын йыйған[2].
Тәүтарихы
үҙгәртергә1683 йылда Изге лига ойошторолған, уға Австрия, Польша һәм Венеция ингән, ә һуңыраҡ Рәсәй ҡушылған. Лиганың маҡсаты Ғосман империяһына ҡаршы көрәшеү була[3]. Шул уҡ йылда Вена алышында төрөктәр тар-мар ителгән һәм Үҙәк Европанан киткәндәр, ә Ғосман империяһы өҫтөнән христиандарҙың еңеүе төрөк хакимлығы аҫтында булған Балҡан ярымутрауы христиандарына үҙ ерҙәрен азат итеү өсөн һуғыш башларға сәбәп биргән. Скопье һәм Ниш ҡалаларында сығыштар бигерәк ялҡынлы булған[4]. 1689 йылдың 25 октябрендә генерал Энеа Сильвио Пикколомини командалағындағы Австрия ғәскәрҙәре менән Скопьеға сыҡҡан һәм урындағы гайдуктар менән бәйләнешкә ингән, әммә ҡалала тағун эпидемияһы башланған. Пикколомини ғәскәрҙәргә сигенергә бойорған һәм 26 октябрҙә Скопьены яҡҡан. Янғын ике көн дауам иткән, әммә Пикколомини тағун менән зарарланған һәм үлгән[5].
Ихтилал барышы
үҙгәртергә1689 йылдың октябрендә Кюстендил, Пирот һәм Скопье араһындағы төбәктә ихтилал тоҡанған. Төрөк тарихсыһы Силахдар Финдикли Мәхмәт аға буйынса, ихтилал башлығы Карпош, Доспат районында воевода йәки гайдук булған. Воевода Страхил етәкселегендәге гайдуктар һәм войнуктар Төньяҡ Фракияла Пловдив һәм Пазарджик араһында ҡорал һәм ғәскәрҙәр йыйған[6]. Төрөктәр башта Карпошты София, Велес, Дойран, Кюстендил һәм Неврокоп араһында хәрәкәт иткән христиан ғәскәрҙәренең башлығы итеп тәғәйенләгән, был көстәр Страхил ихтилалын баҫтырырға тейеш булған. Әммә Карпош ихтилалсылар яғына күскән һәм Крива-Паланка ҡәлғәһен талап бында яңы ирекмәндәрҙе йыйған. Ихтилалсылар Куманово цитаделендә нығынған. Австриялыларҙың ихтилалсыларға ярҙам итеүе аныҡ билдәле түгел, әммә төрөк йылъяҙмалары буйынса император Леопольд I Карпошты «Куманово короле» булараҡ коронациялаған һәм бүләк итеп ҡуға гусар ҡалпағын ебәргән[7]:
Һуңғы йылдарҙа шулай уҡ Карпош ҡушаматлы кафыр килеп сыҡҡан, ул талаусы-гайдуктар менән етәкселек итеп үҙен Куманово короле тип иғлан итә һәм уның теләге буйынса Австрия императоры уға ҡалпаҡ ебәргән[8].
Ихтилалды баҫтырыу
үҙгәртергәХәрби һәм сәйәси ҡаҡшауҙарға бәйле ихтилалсылар үҙ ресурстарын ихтилалды үҫтереү өсөн файҙалана алмаған. Ғосман ғәскәрҙәре Ҡырым ханы Сәлим I Гирәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр, ә 1689 йылдың 14 ноябрендә Софияла хәрби советта боласыларға Кюстендил яғынан һөжүм итергә ҡарар иткәндәр. Уларға уңышлы һөжүм өсөн Криву-Паланканы алырға кәрәк булған, әммә ихтилалсылар был ҡәлғәне яҡҡандар һәм Кумановаға оборонаға әҙерләнергә сигенгәндәр. Төрөктәр менән Ҡырым татарҙары гайдуктарҙы тарүмар иткәндәр һәм ихтилал лидерҙарын әсиргә алғандар, ә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәрҙе юҡ иткәндәр. Капош әсиргә эләккән һәм тиҙҙән Скопьела язаланған: риүәйәт буйынса ул Таш күперендә үлтерелгән. Ҡасып ҡотолған гайдуктар Сава һәм Дунай йылғалары буйҙарына киткән.
Хәтер
үҙгәртергә- Карпош Төньяҡ Македония Республикаһында ла, Болгарияла ла милли герой тип иҫәпләнә.
- Скопье ҡалаһы составына ингән община Карпош исемен йөрөтә.
- «Карпош» исемен Югославия халыҡ-азатлыҡ һуғышының македон партизаны һәм Югославияның халыҡ геройы Християн Тодоровский (1921—1944) алған.
- Скопьела һәйкәл менән Карпош майҙаны бар, шулай уҡ Таш күпер янында Карпош язаланған урында иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырылған.
- Көньяҡ Шетланд утрауҙары составындағы Сноу утрауында Карпош хөрмәтенә морон аталған[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карпошовото въстание (1689 г.) проф. д-р Петър Петров (Македонски Научен Институт — София, 1994) Македонска Библиотека No 25.
- ↑ Historical Dictionary of the Republic of Macedonia, Dimitar Bechev, Scarecrow Press, 2009, ISBN 0810862956, p. 114.
- ↑ Katardzhiev Ivan. A History of the Macedonian People. — Skopje: Macedonian Review, 1979. — P. 96.
- ↑ Mihailo Apostolski, Istorija na makedonskiot narod, Institut za nacionalna istorija, Skopje, Macedonia, 1969 p. 279
- ↑ Денот што го турна Скопје во двовековен мрак - Нова Македонија . www.novamakedonija.com.mk. Дата обращения: 27 декабрь 2015. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2014 года. 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ War and Society in East Central Europe: East Central European Society and War in the Pre-Revolutionary Eighteenth Century, Béla K. Király, Gunther Erich Rothenberg, Brooklyn College Press, 1982, pp. 319—320.
- ↑ Habsburgs and Ottomans between Vienna and Belgrade (1683—1739) Ivan Părvev p. 92
- ↑ Карпошовото въстание (1689 г.) — Петър Петров, София, 1994 (доступна электронная версия)
- ↑ Karposh Point. // SCAR Composite Gazetteer of Antarctica.