Ғосман Македонияһы

Ғосман Вардар Македонияһы, хәҙерге Македония Республикаһы тарихында Ғосман Македонияһы (макед. Отоманска Македонија) — хәҙерге Македония Республикаһының территорияһы Ғосман империяһы хакмилығы аҫтында булған осор.

Ғосман Македонияһы

Ғосман хакимлығы урынлашыу

үҙгәртергә
 
XIV быуаттың икенсе яртыһында Үҙәк Балҡан

Анатолияла ғосмандар дәүләте барлыҡҡа килгән заманда хәҙерге Македония Республикаһы территорияһы сербтар һәм византийҙар хакимлығы аҫтында була. Феодалдарҙың 1334 йылғы үҙ-ара һуғыштары арҡаһында ил өлөштәргә бүлгеләнә. 1365 йылға ике бер туған ҡулы аҫтында ике серб державаһы барлыҡҡа килә: Серре — деспот Углеш, Прилеп ҡалаһы король Вукашин биләмәләренең баш ҡалаһы була. 1370 йылда Вукашиндың улы — Кралевич Марко атаһы менән бергә идара итә башлай.

1371 йылда Марицалағы яуҙа Углеш менән Вукашин икеһе лә һәләк була. Прилеп короллеге тәхетенең вариҫы Марко үҙен Ғосман империяһы вассалы тип иғлан итә. Марконың вафатынан һуң 1395 йылда короллек аннексиялана, уның территорияһында Охрид санжагы барлыҡҡа килә. Бынан алдараҡ, 1392 йылда, Скопье санжагы төҙөлгән була. Хәҙерге Македонияның көньяҡ-көнбайышы Византияға инә, ә Византияла Салоник Мануил II Палеолог (император Иоанн V Палеологтың улы) хакимлыҡ итә.

Хәҙерге Македония Республикаһының төньяҡ-көнсығышына Константин Деянович идара итә, ул да Марица яуынан һуң Ғосман сюзеренлығын алырға мәжбүр була. 1395 йылда уға Валахиялағы Ғосман кампанияһында ҡатнашырға тура килә, ул шунда һәләк була. Константин Деяновичтан ҡалған биләмәләрҙе лә ғосмандар аннексиялай.

Ғосман Македонияһы тарихы

үҙгәртергә

XV—XVI быуаттар

үҙгәртергә

Анкара алышынан һуң хәҙерге Македония Республикаһы территорияһында өс ихтилал була: 1409—1413 йылдарҙа Мостафа Челеби (Баязит солтандың улы, Ғосман тәхете дәғүәсеһе) баш күтәрә, 1416 йылдарҙа — Бәҙретдин Симави ихтилалы, 1416—1432 йылдарҙа восстание Дузме Мостафа ихтилалы була. Был ихтилалдар ғосмандарға ҡаршы булһа ла, унда Македония христиандары ла ҡатнаша.

Ғосмандарға ҡаршы баш күтәргән Скандеберг ихтилалы ваҡытында хәҙерге Македония Республикаһы аша Дебар яғына ҡарай бик ҙур ғосман ғәскәре үтә һәм бөтә ерҙе бушлыҡҡа әйләндерә.

XVI быуатта көс еткеһеҙ һалымдарға ҡаршы бер нисә ихтилал була, ләкин улар аяуһыҙ баҫтырыла. Ғосман идараһына ҡаршылар гайдуклыҡҡа китә.

XVII быуат

үҙгәртергә

1683 йылда төрөктәр Вена эргәһендә ҡыйратыла, һәм шунан һуң Изге лига уларға ҡаршы һөжүмгә күсә. 1689 йылда Австрия ғәскәрҙәре Скопьеға барып етә, әммә ғәскәрҙәр башлығы генерал Сильвио Пикколомини тағундан үлә, ә ғәскәрен төрөктәр төньяҡҡа ҡыуып ебәрә.

XVIII быуат

үҙгәртергә

Башлыса хәҙерге Македония Республикаһы территорияһында булған Охрид архиепископияһында XVIII быуатта болгар милли хәрәкәте тыуа. Әммә был мәлгә уның етәксе вазифаларын грек милли йә империяны реставрациялау идеялары менән янған фанариот гректар биләгән була. Быуат уртаһына архиепископияның хәле ауырая, бурыстары күбәйә. Константинополь Патриархы солтанды славяндар араһындағы бойондороҡһоҙ сиркәүҙәр зарарлы һәм хәүефле, өҫтәүенә, тейешле түләмдәрен түләй алмай тип ышандыра. 1767 йылдың ғинуарында төрөк солтаны архиепископияның диоцезын тартып ала һәм уны Константинополь патриархатына тапшыра. 1767 йылдың 17 майында архиепископ Арсений II отставкаға китә, был автокефалияның тамамланыуын аңлата.

1843 йылда Танзимат реформаларына ҡаршы Македонияның албан халҡы баш күтәрә. Ихтилал Скопье, Тетово һәм Приштинаны солғай. 1844 йылда ихтилал баҫтырыла.

XIX быуаттың икенсе яртыһында македон халҡының ихтилалы (болгар тарихында — болгар) халҡының ихтилалы — Разловсылар ихтилалы, Куман ихтилалы һәм Кресно-Разлог ихтилалы була. Ғосман ғәскәрҙәре уларҙы ла баҫтыра.

Эске македон-одрин революцион ойошма

үҙгәртергә

1893 йылдың 23 октябрендә Эске македон-одрин революцион ойошма барлыҡҡа килә, ул ҡорал көсө менән Македонияны Ғосман империяһынан ҡотҡарыу маҡсатын ҡуя. Македонияның ҡала һәм ауылдарында легаль булмаған комитеттар һәм түңәрәктәр селтәре төҙөлә. Ойошманың ҡораллы отрядтары 1898—1903 йылдарҙа төрөк карателдәренә ҡаршы 130-лап алыш үткәрә.

Болгар кенәзлеге ойошторолғандан һуң Македония уның сәйәсәтенең маҡсатына әүерелә: Болгария үҙенә Сан-Стефан солох килешеүе менән вәғәҙә ителгән территорияларҙы алырға тырышҡан. Болгариянан тыш, Ғосман Македонияһының көньяғына Греция ла дәғүәләшкән, сөнки был ерҙәрҙә гректар ҙа йәшәгән. Ә төньяғын Сербия яуларға тырышҡан.

1903 йылда Илинден ихтилалы була, уның һөҙөмтәһендә Крушево республикаһы барлыҡҡа килә, әммә ихтилалды Ғосман ғәскәрҙәре аяуһыҙ баҫтыра. 1908 йылғы Йәш төрөктәр инҡилабын Македонияның христиан халҡы ла хуп күрә. Ғосман империяһы Сербия, Болгария һәм Греция араһында бүленгән Македониянан яҙа. Сербия ҡулына эләккән территория Вардарска Бановина тип атала һәм бөгөнгө Македония Республикаһы территорияһына тап килә.

Административ-территориаль ҡоролошо

үҙгәртергә

Хәҙерге Македония Республикаһы территорияһы Румелия бейләрбейлегенә инә. 1395 йылда серб хакимы Константин Драгаш һәләк булғандан һуң, уның биләмәләре ғосмандар тарафынан аннексиялана һәм унда санжак ойошторола. Был санжактың административ үҙәге итеп болгар ҡалаһы Күстәндилә тәғәйенләнә. Күстәндилә санжагы хәҙерге Македония Республикаһы, Сербия һәм Болгария тоташҡан тирәлә урынлашҡан була; уға, атап әйткәндә, хәҙерге Македония Республикаһының төньяҡ-көнбайыш ерҙәре инә.

Хәҙерге Македония Республикаһының көнбайышы ингән санжактың административ үҙәге Охридта була, уның төп өлөшө хәҙерге Албания территорияһына тап килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә