Каринская Варвара Андреевна
Каринская Варвара Андреевна (Барбара Каринск) (ингл. Barbara Karinska; 3 октябрь 1886 йыл — 18 октябрь 1983 йыл) — костюмдар буйынса украин һәм Америка рәссамы, кино һәм балет өсөн сәхнә костюмдары авторы, балериналарҙың сәхнә кейеме (пачканың) бөгөнгө күренешенә ныҡ тәьҫир иткән һәм әлеге көндә бөтә донъяла файҙаланылған эштәр авторы.
Каринская Варвара Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1886[2][3][4] |
Тыуған урыны | Харьков, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 октябрь 1983[2][4] (97 йәш) или 19 октябрь 1983[5] (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Һөнәр төрө | художник по костюмам |
Эш урыны | В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты |
Уҡыу йорто | В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Каринская Варвара Андреевна Викимилектә |
«Жанна д’Арк» фильмына иң яҡшы костюмдар дизайны өсөн «Оскар» премияһы лауреаты.
Биографияһы
үҙгәртергәТыуған илендә
үҙгәртергәХарьков миллионер сауҙагәре Жмудский Андрей Яковлевич ғаиләһендә тыуған (10 баланың өсөнсөһө була, ҡыҙҙарҙың иң өлкәне). Бала саҡта сигеү менән мауыға.
Харьков университетында хоҡуҡ өйрәнә.
1908 йылда Харьковтың бай промышленнигының улы Александр Моисеенкоға кейәүгә сыға, тик ул 1909 йылда вафат була, бер нисә айҙан һуң ҡыҙы Ирина тыуа. 1910 йылда үҙенең өлкән ағаһы, «Таң» гәзите хужаһы Анатолий менән суд процесында еңеү яулай, нәтижәлә уның ике йәшлек улы Владимирҙы опекаға ала. Владимир һәм Ирина бер туғандар кеүек тәрбиәләнә.
Тиҙҙән Варвара Харьков адвокат-криминалисы Николай Каринскийға кейәүгә сыға. Иренең юридик практикаһы уңышлы үҫешә, 1915 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә, унда Варвара иркен фатир һатып ала. Каринскийҙың практикаһы алға китә, ә Варвара бөтөнләйе менән сәнғәткә бирелә. Ул салон хужабикәһе була, был салон театр йәки балет спектаклдәренән һуң һәр кис интеллигент тамашасыларҙы ҡабул итә. Үҙенең художестволы техникаһын үҫтерә, төҫлө ебәк киҫәктәре һәм фотоһүрәттәр, һүрәттәр комбинациялары ҡуллана. Беренсе эштәренең темаһы балет була. Үҙ-үҙен оҙайлы камиллаштырғандан һуң популяр мәскәү галереяһына 12 эшен ҡуя һәм материаль яҡтан да, тәнҡитселәр яғынан да ҙур уңышҡа өлгәшә.
Февраль революцияһынан һуң Николай Каринский Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтенең юстиция министры һәм Петроград округы апелляция судының рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1919—1920 йылдарҙа ул Ирекле армия контроле аҫтында булған территорияларҙа юғары вазифалар биләй. Был осорҙа Варвара балалар менән йә Симферополдә, йә Харьковта йәшәй. Ҡырымды большевиктар баҫып алғандан һуң, ғаилә ваҡытлыса айырылып тора — Каринский Николай сит илгә китә, ә Варвара балалар менән Совет Рәсәйендә тороп ҡала һәм тиҙҙән ситтән тороп «аҡгвардееец» ире менән айырылыша.
1921 йылда Каринская Мәскәүгә ҡайтҡас, революциянан алдағы иң бай промышленниктың улы Владимир Мамонтовҡа кейәүгә сыға. НЭП шарттарында Каринская яңынан салон аса, унда рәссамдар, интеллектуалдар һәм хатта чиновниктар йыйыла. Каринская шулай уҡ кейем, haute -couture эшләпә тегеү буйынса моделле ателье, антиквар кибете һәм сигеү мәктәбе аса. Тиҙҙән Совет власы һуңғыһын национализациялай.
Эмиграцияла
үҙгәртергә1924 йылда РСФСР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары А. Луначарский ярҙамы менән Николай Каринскийға, Европа илдәрендә Варвара Каринская уҡыусыларының эштәре күргәҙмәһен ойоштороу аҫтында, үҙенең ғаиләһен СССР-ҙан ситкә алып сығыу форсаты тейә. Берлинда һәм Брюссельда бер аҙ торғандан һуң, Каринская Парижда (1930), ә 1939 йылда ғаиләһе менән Нью-Йоркҡа күсеп килә
Сальвадор Дали, Марк Шагал һәм башҡа рәссамдар менән эшләй. «Monte Ballet Carlo de Russe» һәм башҡа балет труппалары өсөн костюмдар ижад итә.
1940—1970 йылдарҙа ул Джордж Баланчиндың бөтә спектаклдәре өсөн костюмдар әҙерләй, башта рәссамдарҙың эскизы буйынса, ә һуңынан үҙаллы эшләй: «Вальс» (1951), «Шотландия симфонияһы» (1952), «Щелкунчик» (1954), «Сағыу аллегро» (1956), «Дивертисмент № 15» (1956), «Чайкосвкийҙың па де деһы» (1960), «Йәйге төндәге төш» (1962), «Затлы таштар» (1967), «Чайковскийҙың икенсе концерты» (1973). Шулай уҡ коллектив бейеүҙәр өсөн төрлө сәхнә костюмдары эшләй, Бродвейҙағы мюзиклдар һәм Голливуд фильмдары өсөн костюмдар ижад итә. Ул 50-гә яҡын балет костюмдары әҙерләй.
Каринская костюмдар әҙерләгәндә йомшаҡ юбкалар ҡуллана, сөнки итәкле костюм бейеүсегә хәрәкәттә ҡамасауламай. Тап Каринская бөтөн донъяла ҡабул ителгән балет пачкаһын ижад итеүсе булып һанала. Ул ҡоршауҙар, энәләр ҡулланыуҙан ситкә китеп, күп ҡатлы пачкалар булдыра, улар ҡоршауһыҙ һәм еңел була, форманы тота, һәм балеринаның билен, аяҡтарын күрһәтә. Шулай уҡ корсетты үҙгәртә.
«Оскар» премияһы лауреаты була («Жанна д ' арк», АҠШ, фильмына костюмдар дизайны өсөн). «Ганс Христиан Андерсен» фильмы — балетына костюмдар өсөн «Оскарға» номинациялана.
Хәтер
үҙгәртергә- 2003 — Харьковта йәмәғәт активистары Варвара Каринская исемендәге фонд ойоштора.
- 2004 — Каринская исемендәге Халыҡ -ара мода һәм театр костюмы фестивале ойошторола.
- 2005 — Харьковта Жмудский ғаиләһенең элекке йортонда (Пушкин урамы, 31) Варвара Каринская хөрмәтенә мемориал таҡтаташ ҡуйыла (скульптор С. Ястребов)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11929690X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Barbara Karinska // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 4,0 4,1 Barbara Karinska // filmportal.de — 2005.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юлія Журавльова. Її називали «Шекспіром костюма» // Радіо Свобода, 2.10.2009
- Лариса Салімонович. "Варварина «нетлінка» // Україна Молода, № 70, 16.04.2010, С. 19
- Costumes by Karinska, by Toni Bentley, Lincoln Kirstein Publisher: Abrams, Harry N., Inc. 2011 йыл 17 июль архивланған.
- Memories of Madame Karinska, by Allegra Kent // Dance Magazine, October 01, 2003
- New York City Ballet website
- NY Times obituary by Anna Kisselgoff, October 19, 1983(недоступная ссылка)
- Barbara Karinska (1886—1983) // IMDB
- Николай Шемет. «Варвара. Кarinska. Интерпретации»// Харьков, «Факт», 2015