Карел Шкрета (чех Karel Škréta, тулы исеме Karel Škréta Šotnovský ze Závořic —Карел Шкрета Шотновски зе Заворжич, 1610 йыл — 30 июль 1674 йыл) — чех рәссамы, барокко дәүерендәге иң күренекле чех рәссамдарының береһе. Чех барокко сәнғәтенә нигеҙ һалыусы булараҡ ҡарала[8].

Карел Шкрета
чех Karel Škréta
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Тыуған көнө 1610[3][4][5][…]
Тыуған урыны Прага, Изге Рим империяһы[6][7]
Вафат булған көнө 1 август 1674({{padleft:1674|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[6]
Вафат булған урыны Прага, Богемия тажының ерҙәре[d], Изге Рим империяһы[7]
Ерләнгән урыны Church of St. Gall[d]
Бер туғандары Johannes Screta[d]
Балалары Karel Škréta the Younger[d]
Һөнәр төрө рәссам, художник-график
Эшмәкәрлек төрө живопись[6]
Сәнғәт йүнәлеше Барокко
Ойошма ағзаһы Общество «Перелётные птицы»[d]
Жанр портрет[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы галерея Бельведер[d], Гетти музейы, Национальная галерея Канады[d], Прага милли галереяһы, Национальный музей в Варшаве[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Венгерская национальная галерея[d], Венгрия һынлы сәнғәт музейы, Кливленд художество музейы[d] һәм Государственные художественные собрания Дрездена[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Karel Škréta
 Карел Шкрета Викимилектә

Биографияһы һәм ижады

үҙгәртергә

Карел Шкрета Прагала лютеран динен тотҡан Шотновски зе Заворжич дворяндар ғаиләһендә тыуған. Башта ғаилә Көньяҡ Богемияла тирмәндәргә хужа була, әммә һуңынан Прагала йәшәй башлай. Рәссамдың атаһы балаға өс йәш булғанда вафат булып ҡала. Малайҙы уның олатаһы Павел Шкрета тәрбиәгә ала һәм уға яҡшы Европа белеме бирә. Һарай рәссамдарының уның остаздары булыуы ихтимал.

Аҡ Тауҙағы Алышта чех протестанттарының еңелеүенән һуң 1628 йылда уларҙы эҙәрлекләү башлана, һәм Шкрета әсәһе менән саксон Фрайбергына ҡасырға мәжбүр була. Артабан улар Венецияла, Болоньяла, Флоренцияла һәм Римда йәшәйҙәр. Был ваҡытта Карел Шкрета итальян һәм голланд оҫталарының эштәре менән таныша. Уға айырыуса Тициан, Тинторетто һәм Веронезе йоғонто яһай. Шулай уҡ ул Италияла портретсы булараҡ билдәлелек ала.

1635 йылда ул ҡабаттан Фрайбергта урынлаша, ә 1638 йылда Прагаға күсә, бының өсөн уға католицизмды ҡабул итергә тура килә[8]. Католик булғанға күрә уға тартып алынған мөлкәтен кире ҡайтаралар. 1644 йылда ул рәссамдар гильдияһына инә (1651—1661 йылдарҙа гильдия старшинаһы була), ә 1645 йылда Прага үҙәгендә ателье аса. Яйлап Шкрета төп фигураларҙың береһенә әйләнә.

Прагала Карл Шкрета мифологик һәм дини темаларға бик күп монументаль рәсемдәр тыуҙыра. Бында, тәү сиратта, Здераздағы Изге Вацлав сиркәүе өсөн эшләнгән цикл һәм изге томаш сиркәүендәге «Олғашыу» («Вознесение») инә. 1649 йылда ул Тын алдындағы Дева Мария сиркәүе өсөн алтарь эшләй, ә 1651—1674 йылдарҙа — Сылбырлы Дева Мария сиркәүенең алтарҙарын. Шулай уҡ ул төшөргән портреттар, шул иҫәптән төркөм портреттары, билдәле.

Карел Шкрета Прагалағы Иҫке ҡалала изге Гавл сиркәүендә ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Jaromír Neumann, Karel Škréta, 1610—1674, Praha 1974