Карелин Герман Юрьевич
Карелин Герман Юрьевич (1956 йылдың 3 октябрендә Пермь крайының Тауыш ауылы, РСФСР, СССР) Рәсәй — юрисы, адвокат, йәмәғәт эшмәкәре, РФ Федераль Йыйылышының беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1993 — 1995)[1].
Карелин Герман Юрьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Тауш[d], Чернушка районы, Пермь крайы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | адвокат, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт юридик университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Демократическая партия России[d] |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d] |
Карелин Герман Юрьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1974—1976 йылдарҙа СССР-ҙың сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1974 йылда 49-сы Пермь дәүләт техник училищеһын тамамлай.[2] 1981 йылда Свердловск юридик институтында юғары белем ала. Калуга өлкәһе буйынса Эске эштәр бүлегенең тәфтишсе булып эшләй[3]. Свердловск халыҡ депутаттарының Октябрь район Советы рәйесе була[4].
1993 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Дәүләт думаһында ҡануниәт һәм суд-хоҡуҡ реформаһы буйынса комитет ағзаһы була, Рәсәй Демократик партияһы фракцияһына инә[5]. 1996 — 1998 йылдарҙа РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһы аппаратында эшләй. Бюджет, һалымдар, банк һәм финанстар буйынса комитет ағзаһы була[6]
Әлеге ваҡытта Екатеринбургта адвокат булып эшләй, 2013 йылда Екатеринбург ҡалаһының "Рәсәй Демократик партияһы"нан[7][8][9] Екатеринбург мэрына кандидатураһын ҡуя, ләкин һайлауҙарҙа еңелә[10][11].
Өйләнгән, биш балаһы бар; шахмат, тарих, философия менән мауыға.
1995 йылда РФ Конституция Судында чечен мәсьәләһе буйынса Дәүләт Думаһы депутаттарының мөрәжәғәтенең инициаторы булып сығыш яһай.[12]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Состав Государственной Думы первого созыва . Государственная Дума. Дата обращения: 17 май 2020.
- ↑ https://www.ural.kp.ru/daily/24007.5/83867/
- ↑ Демократическая Партия России — Карелин Герман Юрьевич . KP.RU — сайт «Комсомольской правды» (26 ноябрь 2007). Дата обращения: 8 июнь 2020.
- ↑ Lobbying.ru | Карелин Герман Юрьевич . lobbying.ru. Дата обращения: 8 июнь 2020. 2020 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ Карелин Герман Юрьевич . www.gosduma.net. Дата обращения: 8 июнь 2020.
- ↑ https://gufo.me/dict/biography_encyclopedia/Карелин,_Герман_Юрьевич
- ↑ Выборы главы Екатеринбурга: кампания непредсказуема, избиратель иррационален . regnum.ru. Дата обращения: 8 июнь 2020.
- ↑ Деловой квартал. В Екатеринбурге прошли выборы мэра и депутатов гордумы . ekb.dk.ru. Дата обращения: 8 июнь 2020.
- ↑ Деловой квартал. Горизбирком озвучил доходы кандидатов в мэры . ekb.dk.ru. Дата обращения: 8 июнь 2020.
- ↑ Избирком Екатеринбурга официально подвел итоги выборов . Официальный портал Екатеринбурга. Дата обращения: 29 июнь 2020. 2016 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ Официальные результаты выборов главы Екатеринбурга . Избирательная комиссия муниципального образования «город Екатеринбург». Дата обращения: 29 июнь 2020. 2020 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ https://gufo.me/dict/biography_encyclopedia/Карелин,_Герман_Юрьевич