Канн кинофестивале
Халыҡ-ара Канн кинофестивале (франц. Festival international du film de Cannes) — йыл һайын май аҙағында Канн (Франция) курорт ҡалаһында Круазет яры буйындағы Фестиваль һәм конгрестар һарайы базаһында үткәрелгән кинематография фестивале. Халыҡ-ара кинопродюсерҙар ассоциациялары федерацияһы (FIAPF) тарафынан 15 уйын фильмдарының конкурс фестивале менән бергә аккредитацияланған («А категориялы фестивалдәр»).
Канн кинофестивале | |
франц. Festival de Cannes | |
Нигеҙләү датаһы | 1946 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Cannes |
Архивы хранятся в | Французская синематека[d][1] |
Нигеҙләүсе | Жан Зе[d] |
Дәүләт | Франция |
Урын | Канн |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
Рәсми сайт | festival-cannes.com |
Ай | Май |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 523 027 һәм 164 000 ± 999[2] |
Канн кинофестивале Викимилектә |
Канн кинофестивале донъяла иң тәүге һәм иң абруйлы кинофестивалдәрҙең береһе. 1939 йылда ойошторола, тәүге тапҡыр 1946 йылда үткәрелә[3][4]
Тарихы
үҙгәртергәХалыҡ-ара кинофорумды Францияла уҙғарыу идеяһы Венецияла барлыҡҡа килә, сөнки фестивалдең популярлығы арта бара. 1930 йылдар башында һәм уртаһында Италия фестиваленең форматы бик бәхәсле була. Ойоштороусы ил менән сағыштырғанда Франция һәм Европаның башҡа төп киноберләшмәләренән бик аҙ ҡатнашалар. 1938 йылғы фестиваль (унда Лени Рифенштальдың «Олимпия»һы төп приздарҙың береһен яулай) ғауға менән тамамлана. Америка һәм Британия делегациялары, Гитлер хакимиәтенең фестиваль барышына ҡыҫылыуы ихтималлығына ризаһыҙлыҡ белдереп, форумды ташлап китә. Һөҙөмтәлә Франция яғы бойондороҡһоҙ жюри һәм бөтә илдәр киң ҡатнаша алған фестиваль үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә[5].
Тәүге тапҡыр фестиваль 1939 йылдың сентябрендә үтергә тейеш була. 1939 йылда Канн фестивален үткәреү тәҡдиме менән Францияның мәғариф министры Жан Зэй сығыш яһай, жюриҙың почетлы рәйесе итеп Луи Люмьер тәғәйенләнә. Программала Американың "«Волшебник страны Оз» һәм «Ленин в 1918 году» тигән совет фильмы була. Фестивалде асыуға Европала башланған Икенсе донъя һуғышы ҡамасаулай[6]. Беренсе тапҡыр ойошторолған Канн фестивале 1946 йылда 20 сентябрҙән 5 октябргә тиклем курорт ҡалаһы Канндың француз Зәңгәрһыу Ярында үткәрелә. Фестиваль программаһында режиссер Юлий Райзмандың «Берлин» совет документаль фильмы тәүгеләрҙән булып күрһәтелә.
Канн фестивале 1951 йылдан һуң, Жан Кокто ике йыл рәттән жюри рәйесе булғанда, хәҙерге масштабҡа һәм абруйға эйә була[7]. 1952 йылдан алып йыл һайын май айында уҙғарыла. Сара уҙғарылған урын — Фестиваль һәм конгрестар һарайы (1968 йылда студенттар сыуалышы арҡаһында фестиваль туҡтатыла һәм бүләктәр тапшырыла алмай).
Киң мәғлүмәт сараларының ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында был фестивалгә донъя киноһы йондоҙҙары килә. Шулай уҡ ул бында яңы проекттар әҙерләп, әҙерҙәрен һатҡан кинопродюсерҙар араһында ла популярлыҡ яулай.
2020 йылда коронавирус пандемияһының таралыуына бәйле Канн фестивале уҙғарылмай. Тәүҙә фестиваль 12 — 23 майҙа үтергә тейеш була, һуңынан 2022 йылдың майында ҡабаттан үткәрелеүе тураһында хәбәр итәләр[8][9].
2022 йылда тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ фестивалдең президенты итеп тәғәйенләнә. Ул — Айрис Кноблох[10]. Ул 1 июлдән ошо вазифаны ҡабул итә һәм уны өс йыл биләй.
Конкурс программаһы
үҙгәртергәКүрһәтеүгә ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең фильмдарын һайлап алыу процесы бер нисә стадияны үҙ эсенә ала. Тәүшарттарға тап килгән һәр картина Канн фестиваленең рәсми һәм рәсми булмаған программаһында күрһәтеүгә дәғүәсе була ала. Һайлап алыуға тәҡдим ителгән фильмдар Канн фестивале алдынан ун ике ай дауамында төшөрөлөргә һәм башҡа кинематография форумдарының конкурс программаһында ҡатнашмаҫҡа тейеш. Оҙайлығы:
- ҡыҫҡа метражлы фильм — титрҙар менән 15 минутҡа тиклем
- Тулы метражлы фильм — 60 минуттан ашыу[11]
1970-се йылдар аҙағына тиклем фестивалгә фильмдарҙы илдәр үҙҙәре тәҡдим итһә, хәҙер фестиваль үҙе һайлай[12]. Махсус комиссия конкурс талаптарына яуап биргән кандидаттар араһынан түбәндәгеләрен һайлап ала[13]:
- Фестивалдең төп конкурс программаһында. Ошо программанан жюри «Алтын пальма тармағы» яулаусыһын һайлай;
- «Махсус ҡараш» («Особый взгляд») программаһында;
- Ҡыҫҡа метражлы картиналар программаһы;
- Синефондасьон программаһында — студент картиналары программаһында;
шулай уҡ фестивалдең башҡа конкурс, почетлы һәм конкурстан тыш программаларында.
Канн кинофестиваленең төп призы нәфис фильмдарҙан тыш, документаль фильмдарға ла тапшырыла («Фаренгейт 9/11», «В мире безмолвия»).
2008 йылда фестиваль бюджеты 20 миллион евро самаһы тәшкил итә.
Жюри
үҙгәртергәКинофестивалдең премияларын тапшырыу тураһында ҡарарҙы жюри ҡабул итә, уның составын фестиваль етәкселеге билдәләй. Жюри составы донъя кинематографияһының алдынғы оҫталарынан тора: режиссерҙар, актерҙар, тәнҡитселәр[14]. Рәйес булдылар:
- Жорж Юисман (1946—1949),
- Андре Моруа (1951, 1957),
- Морис Женевуа (1952),
- Жан Кокто (1953 — 54),
- Марсель Паньоль (1955),
- Морис Леман (1956),
- Марсель Ашар (1958 — 59),
- Жорж Сименон (1960),
- Жан Жионо (1961),
- Тэцуро Фурукаки (1962),
- Арман Салакру (1963),
- Фриц Ланг (1964),
- Оливия де Хэвилленд (1965),
- Софи Лорен (1966),
- Алессандро Блазетти]] (1967),
- Андре Шамсон (1968),
- Лукино Висконти (1969),
- Мигель Анхель Астуриас (1970),
- Мишель Морган (1971),
- Джозеф Лоузи (1972),
- Ингрид Бергман (1973),
- Рене Клер (1974),
- Жанна Моро (1975, 1995),
- Теннесси Уильямс (1976),
- Роберто Росселлини (1977),
- Алан Пакула (1978),
- Франсуаза Саган (1979),
- Кирк Дуглас (1980),
- Жак Дере (1981),
- Джорджо Стрелер (1982),
- Уильям Стайрон (1983),
- Дирк Богард (1984),
- Милош Форман (1985),
- Поллак, Сидни|Сидни Поллак (1986),
- Ив Монтан (1987),
- Вим Вендерс (1989),
- Бернардо Бертолуччи (1990),
- Роман Полански (1991),
- Жерар Депардьё (1992),
- Луи Маль (1993),
- Клинт Иствуд (1994),
- Фрэнсис Форд Коппола (1996),
- Изабель Аджани (1997),
- Мартин Скорсезе (1998),
- Дэвид Кроненберг (1999),
- Люк Бессон (2000),
- Лив Ульман (2001),
- Дэвид Линч (2002),
- Патрис Шеро (2003),
- Квентин Тарантино (2004),
- Эмир Кустурица (2005),
- Вонг Карвай (2006),
- Стивен Фрирз (2007),
- Шон Пенн (2008),
- Изабель Юппер (2009),
- Тим Бёртон (2010),
- Роберт Де Ниро (2011),
- Нанни Моретти (2012),
- Стивен Спилберг (2013),
- Джейн Кэмпион (2014),
- Итан һәм Джоэл Коэндар (2015),
- Джордж Миллер, (режиссёр) (2016),
- Педро Альмодовар (2017),
- Кейт Бланшетт (2018),
- Алехандро Гонсалес Иньярриту (2019),
- Спайк Ли (2021),
- Венсан Линдон (2022).
Приздар
үҙгәртергәИң яҡшы фильм өсөн бирелә торған иң маҡтаулы бүләк — «Алтын пальма тармағы» (фр. Palme d’Or). Ҡайһы берҙә (иң һуңғыһы 1997 йылда) был призға бер нисә фильм лайыҡ була.
Канн кинофестивале жюриһы тарафынан бирелгән башҡа бүләктәр:
- Гран-при
- Жюри бүләге
- Иң яҡшы режиссура өсөн приз
- Иң яҡшы сценарий өсөн приз
- Иң яҡшы ир-егет роле өсөн приз
- Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн приз
- «Ҡыҫҡа метражлы фильм өсөн алтын пальма тармағы»
- Иң яҡшы дебют өсөн «Алтын камера».
Жюри тарафынан бирелеүсе даими булмаған премиялар :
- Жюриҙың махсус бүләге (төрлө билдәләмә менән, мәҫәлән, «Иң яҡшы актёрҙар ансамбле» өсөн).
Махсус премиялар:
- «Махсус ҡараш» программаһы премиялары
- Cinéfondation премияһы
- «Алтын камера» премияһы.
Бойондороҡһоҙ жюри премиялары :
- FIPRESCI премияһы
- Quinzaine des Réalisateurs премияһы
- Vulcain премияһы
- Экуменик жюриһы призы
- François Chalais Prize призы
- L'Œil d’or призы
- Trophée Chopard призы
- Пальма эттәре премияһы[fr]
- Queer Palm призы
- Иң яҡшы саундтрек өсөн премия
- Алтын карета
Почетлы бүләктәр:
- Почетлы Алтын пальма ботағы
Совет һәм россия фильмдары
үҙгәртергәСоветтан һуңғы киңлек биләмәләр фильмдары
үҙгәртергәКино баҙары
үҙгәртергә- Төп мәҡәлә: Кинорынок Каннского кинофестиваля (инг.)баш.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.cineressources.net/repertoires/archives/fonds.php?id=fifa|http://www.cineressources.net/repertoires/archives/fonds.php?id=fifp|http://www.cineressources.net/repertoires/archives/fonds.php?id=fifr
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Плахов А. С. Глава 1. Страсти под пальмами — Каннский кинофестиваль // Под знаком F. Кинофестивали: художественная публицистика. — М.: Д Графикс, 2006. — С. 9—113. — ISBN 5-9900507-1-2.
- ↑ Forbes., Jill; Street, Sarah. European Cinema: An Introduction. — London: Palgrave Macmillan, 2001. — ISBN 0-333-75210-4.
- ↑ The Classic French Cinema, 1930—1960 By C. G. Crisp / p223 2016 йыл 14 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2016)
- ↑ В условиях беспрецедентных мер безопасности открывается 59-й Каннский кинофестиваль 2009 йыл 27 март архивланған. // newsru.com, 17 мая 2006 , ссылка проверена 30 ноября 2008
- ↑ The Classic French Cinema, 1930—1960 By C. G. Crisp / p223 2016 йыл 14 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2016)
- ↑ Deutsche Welle (www.dw.com). Каннского кинофестиваля в 2020 году не будет | DW | 10.05.2020 . DW.COM. Дата обращения: 11 май 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
- ↑ Pulver, Andrew. Cannes abandons 'physical' festival for 2020 but will select films for screening elsewhere (11 май 2020). 11 май 2020 тикшерелгән.
- ↑ Президентом Каннского фестиваля впервые стала женщина - Газета.Ru | Новости . Газета.Ru. Дата обращения: 24 март 2022. Архивировано 24 март 2022 года.
- ↑ Ленты длительностью от 15 до 60 минут не допускаются к участию в конкурсном показе
- ↑ «Александру Сокурову нашли пару» № 67(3643) от 20.04.2007 Андрей Ъ-Плахов. Газета «Коммерсантъ» Архивная копия от 27 март 2009 на Wayback Machine ссылка проверена 5 декабря 2008
- ↑ В 2008 году в основной программе фестиваля участвовало 22 картины
- ↑ Cannes festival juries. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. ссылка проверена 5 декабря 2008
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дунаевский А.Л. Каннский кинофестивальː 1939-2010. — СПб: Амфора. ТИД Амфора, 2010. — 687 с. — (Дом кино). — 2000 экз. — ISBN 978-5-367-01340-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- festival-cannes.fr — Каннского кинофестиваля рәсми сайты Ҡалып:Ref-fr/en
- Видеоархив Каннского кинофестиваля (фр.) (инг.)
- Ҡалып:Imdb award