Республика

(Йөмһүриәт битенән йүнәлтелде)

Республика (Йөмһүриәт) (лат. res publica, шулай уҡ ислам дәүләттәрендә йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле мөҙҙәткә һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; шундай идара итеү формаһы булған ил, дәүләт[1]; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил[2].

Республика
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Res publica[d]
Ҡапма-ҡаршыһы монархия системаһы[d]
 Республика Викимилектә

Йөмһүриәт

үҙгәртергә

Йөмһүриәт (ғәр. الجمهرية‎) — әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт[3] тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла. Мосолман һәм төрки илдәрҙә юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.

Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр.

Терминдың сығышы

үҙгәртергә

Урта быуат Төньяҡ Италияла ҡайһы бер ҡала-дәүләттәр идара итеү формаһы буйынса йә коммуна, йә синьориялар булып тора. Урта быуаттарҙа гуманистик ғалимдар, тарихсылар, йылъяҙмасылар, шул иҫәптән Джованни Виллани, был дәүләттәрҙең тәбиғәте һәм уларҙың идара итеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән сикләнгән монархиянан айырмалары тураһында уйлана башлай.

Урта быуат авторҙары ирекле граждандарҙы тасуирлау өсөн Libertas Populi — ирекле кешеләр терминын ҡуллана. XV быуатта боронғо римлеләрҙең хеҙмәттәренә ҡыҙыҡһыныуҙың яңырыуы терминологияның үҙгәреүенә булышлыҡ итә: әленән-әле авторҙар классик терминологияны ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Монархияға ҡарамаған дәүләттәрҙе тасуирлау өсөн авторҙар, шул иҫәптән Леонардо Бруни, «республика» (лат. res publica) латин фразаһын ҡулланыуға индерә[4].

Хәҙерге ваҡытта «республика» термины йышыраҡ үҙ власын тәхеткә вариҫлыҡ итеү йәки илаһи хоҡуҡ кеүек башҡа нигеҙҙә түгел, ә халыҡтан алған идара итеү формаһын аңлата. Күпселек контекстарҙа был төшөнсә республиканың төп билдәләмәһе булып ҡала.

Бөгөнгө көндә донъяның күпселек илдәрен республикалар тәшкил итә. Республика идара итеүҙең заманса формаһы һәм демократия синонимы тип иҫәпләнһә лә, тарихи яҡтан власть мираҫ итеп алынған монархиялы идара итеү формаһы булған дәүләт субъекттары күберәк булыуына нигеҙләнгән яңылыш фекер.

Элек республиканың формалары бик күп төрлө булған, шуға күрә уларҙың барыһын да бер килешле билдәләмә менән аңлатыу бик ауыр. Нисек кенә булмаһын, республика ҡоролошон ойошҡан власть булмаған ҡәбилә тормошондағы тәүтормош анархик дәүләтенән теүәл айырырға кәрәк, сөнки ойоштролған власть булмаған осраҡта, дәүләт тә булмай. Мәҙәниәттең башланғыс стадияһында барлыҡҡа килгән һәм дәүләттәр тип аталырға мөмкин булған ижтимағи тормош монархия һәм республика элементтарының тулы ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә. Мәҫәлән, Илиадала һәм Одиссеяла һүрәтләнгән дәүләттәр, Мысырҙан сыҡҡандан һуң тәүге быуаттарҙағы боронғо иврит дәүләте, рим тарихи йәшәйешенең тәүге быуаттарында шундай һәм башҡалар. Ғәҙәттә бындай дәүләттәр монархия тип һанала, әммә ысынбарлыҡта халыҡ йыйылышының ҡеүәте һәм уның дәүләт башлығын һайлауға йоғонтоһо шул тиклем ҙур, ә монархтың роле шул тиклем сикләнгән булғанға күрә, бындай номенклатура бөтөнләй ирекле булып күренә. Боронғо Көнсығышта бындай хәл ителмәгән дәүләт формаларынан монархиялар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, иртә Грецияла һәм Римда — республикалар (ҡара: «Афина демократияһы» һәм «Рим Республикаһы»).

Боронғо республикалар (грек һәм рим) ике төрлө була, улар бер-береһенән шул тиклем айырылып тора, шуға күрә хатта дәүләттәрҙең беренсе фәнни классификацияһын төҙөүсе Аристотель уларҙы өсөнсө монархия менән бер рәттән айырым үҙ аллы дәүләт формалары итеп билдәләй. Был ике форма — аристократия һәм демократия; улар эргәһендә олигархия, Аристотель фекеренсә — аристократияның дегенерация формаһы, үҙаллы әһәмиәткә эйә була. Дәүләт хоҡуғы буйынса рим яҙыусылары (Полибий) шулай уҡ республика менән монархия араһында сик ҡуймайҙар, ә төҙәтелгән Аристотель классификацияһын ҡулланған, ә ябай телдә республика һүҙе дәүләт тигәнде аңлатҡан.

Демократик республикаларҙа суверенитет халыҡтыҡы була, йәғни гражданлыҡ хоҡуғына эйә булған бөтә ирекле ир-ат граждандарыныҡы; юғары закондар сығарыу һәм контролдә тотоусы власть дәүләттең бөтә мөһим чиновниктарын һайлаған бөтә халыҡ йыйылышы ҡулында була; асылда, бындай шарттарҙа власты халыҡты үҙ артынан эйәртә белгән иң оҫта ораторҙар (демагогтар) тормошҡа ашыра. Аристократияла һәм олигархияла власть өҫтөнлөклө ҡатлам ҡулында була. Демократик республикаларҙың да, аристократик республикаларҙың да камил саф формалары булмаған; грек һәм рим республикалары тарихында ҡаты көрәш алып барған дәүләттәр була; башта аристократия өҫтөнлөк итә, унда демократик элемент ҙур әһәмиәткә эйә була башлай. Антиклыҡтың республика системаһы ҡоролошона, атап әйткәндә, хәҙерге заман республикаларынан ҡырҡа айырылып торған түбәндәге өс һыҙат хас:

  1. Бөтә боронғо республикалар ҡоллоҡҡа ҡоролған; сәйәси һәм граждан хоҡуҡтарға тик ирекле граждандар эйә була. Ҡолдар менән иреклеләр араһындағы позицияны сит ил кешеләре биләй, улар ғәҙәттә бик түбән хәлдә булалар.
  2. Дәүләт мәнфәғәттәре шәхестең хоҡуҡтарынан юғары булған. Хатта иң ирекле һәм демократик грек полистарында ла шәхси азатлыҡ сикле була, дәүләттең кеше шәхесенә дәғүәләре бик ҙур була; халыҡ йыйылышы ағзаһы булараҡ, шәхес хаким булған, әммә үҙе бер ниндәй ҙә айырылғыһыҙ хоҡуҡтар менән файҙаланмаған.
  3. Боронғо республикаларҙа дәүләт эштәре бөтә граждандар йыйылышында хәл ителгән.

Боронғо республикалар үлгәндән һуң Европаның цивилизациялы өлөшөндә ҡәтғи монархия режимы урынлаштырыла, әммә Урта быуаттарҙа байтаҡ республикалар, мәҫәлән, Швейцария общиналары, Германияның ирекле ҡалалары (Һамбург, Бремен, Любек), шулай уҡ Новгород барлыҡҡа килә; улар иҫәбенә итальян дәүләттәрен (Венеция һәм Генуя) индереп була, унда аристократия хакимлыҡ итә. Тик ҡайһы бер швейцария общиналары йәки кантондары ([Цюрих һәм башҡалар] демократик республикалар була. Был республикаларҙан әлегә тиклем Швейцария конфедерацияһында берләшкән Швейцария кантондары ғына үҙҙәренең республика ҡоролошон һаҡлап ҡалған һәм бер бәләкәй генә ил [Сан-Марино](301 йылдан). XIV быуатта нигеҙ һалынған Дубровник ҡала-дәүләте 1808 йылға тиклем суверенитетты һаҡлап ҡала.

Урта быуаттарҙа хәҙерге Рәсәй территорияһында Новгород Республикаһы, Псков Республикаһы һәм Вятка ере булған, унда төп власть вече булған, һәм был ерҙәр Мәскәүгә ҡушылғанға тиклем вече йәшәү рәүеше булған.

Яңы заманда күп кенә яңы республикалар барлыҡҡа килгән; улар, тәүге нәүбәттә, Америкалағы инглиз колониялары була, унда инглиз хакимлығы осоронда республика ҡоролошо һаҡланып килә, XVIII быуатта Англиянан айырылып, Америка Ҡушма Штаттарының ирекле республика берлеген ойоштора. Бөйөк революциянан һуң Франция беренсе тапҡыр республикаға әйләнә, шунан һуң күпмелер ваҡытҡа идара итеүҙең монархия формаһы тергеҙелә. Наполеон осоронда еңеүселәр Европаның бик күп боронғо республикаларын, шул иҫәптән Венеция, Генуя, Нидерландты юҡ итә. Ахырҙа улар монархияға әүерелә йәки күрше монархиялар тарафынан йотола.

 
парижда Француз Республикаһының аллегорияһы

Европанан ситтә наполеон һуғыштары Латин Америкаһы дәүләттәренә бойондороҡһоҙлоҡ алырға мөмкинлек биргәнлектән, республикаларҙың тағы бер төркөмө ойошторола.

Республикалар төрө

үҙгәртергә

Республикалар төрө дәүләт власы нисек тормошҡа ашырылыуға ҡарап, дәүләттәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттарының ҡайһыһына (президент йәки парламентҡа) күберәк власть бирелеүгә ҡарап биләләнә. Был принциптан сығып, өс республика төрөн айырып йөрөтәләр:

  • Парламент республикаһы, унда иң күп власть — парламентта. Парламент хөкүмәтте булдыра, һайлауҙарҙа еңгән партия вәкиле премьер-министр итеп тәғәйенләнә.
  • Президент республикаһында президент власть тармаҡтары араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләй, хәрби көстәр башлығы (верховный главнокомандующий), илде халыҡ-ара сәйәсәттә кәүҙәләндерә, хөкүмәтте булдыра, парламентҡа закон проекттарын тәҡдим итә.
  • Ҡатнаш республика (ярым президент республикаһы) — көслө президент власы менән парламент контроле аҫтында эшләүсе хөкүмәт бер үк ваҡытта йәшәй. Төрлө илдәрҙә ярым президент республикаһы төрлөсә. Төп үҙенсәлеге—хөкүмәттең президент һәм парламент алдында яуаплы булыуы[5].
  • Теократия республикаһы.

Бынан тыш тағы ошондай республикалар була:

  • Совет республикаһы — был республикала идара итеүҙең нигеҙен һайланған дәүләт органдары— Советтар тәшкил итә. Республика демократик үҙәкләштереү принцибына таяна, властарҙы бүлеү инҡар ителә. Советтарҙың эшмәкәрлеге парламент сессияларында бара, уларҙың даими эшләгән органдары- президиумдар һәм башҡарма комитеттар. Депутаттар, әгәр башҡарма комитеттар һәм президиумға инмәһә, үҙ эшенән азат ителмәй. Был типтағы республика башта 1917 йылда Совет Рәсәйендә тыуа, һуңыраҡ тағы бер нисә социалистик илдә булдырыла. Коммунистик режимдар ҡолатылғас, совет республикалары урынына ғәҙәттәге республикалар булдырыла[6][7].
  • Халыҡ республикаһы — ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт исеме.
  • Демократи́к респу́блика — идара итеүҙең республика формаһы, йәки «йәмғиәт эше» (лат. res publica).Был дәүләттә бөтә граждандар ҙа тигеҙ хоҡуҡлы, улар дәүләт органдарына һайлай һәм һайлана ала .
  • Аристократия республикаһы — был республикаһы формаһы булғанда дәүләт власы бер һайлауҙарҙан икенсе һайлауҙарға тиклем аҙсылыҡ ҡулында була. Аристократия- «иң яҡшылар власы» (олигархия (иң байҙар), хәрбиҙәр, теократии (руханиҙар), философтар власы (иң аҡыллы һәм лайыҡ кешеләр—Платон буйынса)..
  • Ислам республикаһы — Яҡын Көнсығышта таралған теократия йәки уға яҡын торған дәүләт ҡоролошо формаһы (мәҫәлән, Иранда дәүләтте мосолмандарҙың башлығы етәкләй). Ислам дәүләтендә закондар шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнә (Иран, Афғанстан, Комор Утрауҙары, Мавритания , Пакистан).[9]. XX быуатта республика идеялары Яҡын Көнсығышта киң тарала. 1979 йылда Иранда ресволюция һөҙөмтәһендә монархия ҡолатылды һәм унда ислам республикаһы булдырылды.
  • Федератив республика — республика идара итеү ысулы индерелгән федерация. Федератив республикала федераль үҙәк менән республикаларҙағы дәүләт органдары араһында вәкәләттәр бүленгән.
  • Ве́че (славян һүҙее; Ҡалып:Lang-cu2 — совет) —Рустәге халыҡ йыйылышы. Унда дөйөм эштәр, ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни эштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралған. Туранан-тура демократияның тарихи формаһы, бигерәк тә Новгород һәм Псков республикаларында оҙаҡ һаҡланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь юридических терминов (Р. Г. Азнагулов, 1994)
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993, 434-се бит
  4. Rubinstein, Nicolai. «Machiavelli and Florentine Republican Experience» in Machiavelli and Republicanism Cambridge University Press, 1993.
  5. Республика // Российская юридическая энциклопедия / гл. ред. А. Я. Сухарев. — М.: ИНФРА-М, 1999. — ISBN 5-86225-925-2.
  6. [dic.academic.ru/dic.nsf/es/88780/%D0%A1%D0%9E%D0%92%D0%95%D0%A2%D0%A1%D0%9A%D0%90%D0%AF Энциклопедический словарь. 2009]
  7. [dic.academic.ru/dic.nsf/enc_law/2098/%D0%A1%D0%BE%D0%B2%D0%B5%D1%82%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F Энциклопедия юриста. 2005]
  8. 1976 йылғы Конститутция буйынса Албания "Халыҡ Социалистик Республикаһы пролетар диктатураһы дәүләте " тип күрһәтелә
  9. Бернард Льюис. «The Concept of an Islamic Republic» Die Welt des Islams, New Series, Vol. 4, Issue 1 (1955), pp. 1-9