Йөгәмеш ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы

Йөгәмеш ҡаласығы (рус. Югамашское городище) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Йөгәмеш ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э. V—VII быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Йөгәмеш ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Яңауыл районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Йөгәмеш ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Йөгәмеш ауылынан көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ҡалатау түбәһендә урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Яңауыл) — 37 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ямаҙы) — 5 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл) — 37 км[4].

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Йөгәмеш ҡаласығы майҙаны археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ майҙаны яҡынса 10 мең м², ул 2 ур[5] һәм соҡор менән уратып алынған. Урҙың бейеклеге яҡынса 1—2 м тәшкил итә.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында тупраҡтан керамика һауыттарҙың ярсыҡтары килеп сыҡҡан. Табылған балсыҡ әйберҙәрҙе типологик яҡтан Бахмут мәҙәниәтенә индерәләр.

Бахмут мәҙәниәте б. э. I мең йыллығының уртаһына ҡарай, хәҙерге Башҡортостан территорияһында урынлашҡан ҡомартҡыларға ҡарата ҡулланыла. Атамаһы Благовещен районының Бахмут ауылы янындағы Өфө йылғаһы буйында табылған боронғо ҡәберлеккә бәйле бирелгән.

Йөгәмеш ҡаласығы ҡарауыл ҡәлғәһе булған тип фараз ителә[1].

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7].

Райондағы музейҙа мамонт һөйәгенән башҡа артефакт юҡ. Йәмәғәтселек райондағы бер нисә археологиик ҡомартҡының тейешенсә һаҡланмауына борсолоу белдерә[8]

Асыш тарихы

үҙгәртергә

1967 йылда тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1988 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре кандидаты Байтимер Батырхан улы Агеев[9] өйрәнә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Йөгәмеш ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  8. КАК СОХРАНИТЬ СТРАНИЦЫ ПРОШЛОГО?//«Янаульские зори», 16 апреля 2011
  9. Байтимир Батырханович Агеев//Национальный музей Республики Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.