Йәшел сауҡалыҡ (шифахана)

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһында урынлашҡан күп профилле бальнеология курорты

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан алдынғы дауалау һәм диагностикалау базалы күп профилле бальнеология курорты[1].

Йәшел сауҡалыҡ
Нигеҙләү датаһы 1936
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй

«Йәшел сауҡалыҡ» — 27 га майҙанды биләгән төҙөкләндерелгән күп профилле уникаль шифахана. ул Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының уң яҡ ярындағы йәшел сауҡалыҡта урынлашҡан. Климаты — континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғинуарҙың уртаса температураһы −15°С), йәй йылы (июлдең уртаса температураһы +19°С). 1936 йылда профсоюз ял йорто булараҡ асыла, 1966 йылдан алып БАССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы, 2005 йылдан алып дәүләт унитар предприятиеһы.

Шифахана Өфө ҡалаһында, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы өс уңайлы корпустан, ҡунаҡхананан һәм ҡунаҡхана-коттедждан тора, унда 800 урынға тиклем киңәйтеү мөмкинлеге менән 600 ҡунаҡ өсөн эконом кластан алып бөтә уңайлыҡтары булған VIP-коттедждарҙа урынлашыу мөмкинлегенә эйә.

Минераль һыуҙар, саф һауа, йәшел биләмә, йылға, корпустар өсөн уңайлы урын — һауыҡтырыу өсөн кәрәкле тәбиғи-климатик ресурстарға бай[2].

Дауалау йүнәлештәре

үҙгәртергә

«Йәшел сауҡалыҡ» кардиология шифаханаһы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, нервы, аш һеңдереү һәм һөйәк-мускул системаһы, тире һәм гинекологик ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй. Төп дауалау факторҙары: климат, «Нурлы» минераль һыуы, ванна өсөн көкөртлө водородлы һыу. Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия, галотерапия, фитотерапия ҡулланыла[3].

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы 1967 йылда асыла. 1994 йылда кардиологик ауырыуҙарҙы (шул иҫәптән миокард инфаркты үткәргәндәрҙе), гематологик ауырыуҙар һәм нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау өсөн 1000 урын була. Дауалауҙа бальнеологик процедуралар (йод-бром, углекислый, ылыҫлы, ынйылы ванналар, дауалау душы), диета, «Нурлы» минераль һыуы (сульфат-кальцийлы, ГОСТ −13273-73, шифахана территорияһындағы скважинанан ҡойола), психотерапия, гипноз, электр-йоҡо, дауалау физик күнекмәләре, массажлау, электр нурҙары менән дауалау. Йөҙөү бассейны, дауалау гимнастикаһы һәм спорт дәрестәре залдары, эсәр һыу бюветы, аэросолярийы булған физкультура залы, терренкур маршруттары бар. Клиника, биохимия лаб., функциональ диагностика, рентгенология һ. б. кабинеттары эшләй.

Ял итеүселәргә 40-тан ашыу лицензиялы медицина хеҙмәте, 14 дауалау программаһы һәм 10 дауалау-һауыҡтырыу программаһы тәҡдим ителә. Ял итеүселәрҙе кардиологтар, неврологтар, дауалаусы табиптар даими күҙәтә, шулай уҡ тар профилле белгестәр: уролог, гастроэнтеролог, гинеколог, дерматолог, косметолог, эндоскопист, кардиолог, пульмонолог, энә-рефлексотерапевт, физиотерапевт йәлеп ителә[4].

1917 йылға тиклем бөгөнгө «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы «Дача» тип йөрөтөлгән, һәм урман араһында бер ҡатлы йорттар байтаҡ булған.

Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылда Халыҡ комиссарҙары Советының «Дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге дауалау урындары тураһында» декреты донъя күрә, дача урыны, бөтә йорттары менән, Өфө тимер юл оҫтаханаларының профсоюз ойошмаһына ял йорто асыу өсөн бирелә. Шул рәүешле Башҡортостан хеҙмәтсәндәре өсөн беренсе профсоюз ял йорто эшләй башлай.

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ял йортонда 4018-се эвакогоспиталь урынлашҡан. Фашист Германияһын еңгәндән һуң, Өфө ял йорто йәнә ишектәрен аса.

1960-сы йылдар башында 3 — 5 ҡатлы йоҡо корпустары, дауалау корпусы, ашхана төҙөлә башлай, һәм 1966 йылда «Уфимский» ял йорто «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына әүерелә[5][6].

Бөгөнгөһө

үҙгәртергә

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы дүрт йоҡо корпусынан, ҡунаҡхананан һәм ҡунаҡхана-коттедждан тора. Улар бер-береһе менән йылы үткәүелдәр аша тоташтырылған, һәр корпус лифт менән йыһазландырылған.

Шифахана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: — ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (йөрәктең ишемия ауырыуы, гипертония ауырыуы), йөрәккә миокард инфаркты операцияларынан һуң дауалау һәм реабилитациялау; — нервы системаһы ауырыуҙары (баш һәм арҡа мейеһенең ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шул иҫәптән инсульттар эҙемтәләре, вегетатив нервы системаһы ауырыуҙары, нервы системаһы имгәнеүҙәре эҙемтәләре); — терәк-хәрәкәт системаһы (быуындар, умыртҡа бағанаһы ауырыуҙары), тын алыу органдары, аш һеңдереү, тире һәм тире аҫты күҙәнәклеге ағзалары ауырыуҙары, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, урология, гинекология; — матдәләр алмашыныуы боҙолоуы (табип-диетолог тарафынан әҙерләнгән фигураны төҙәтеү программалары); — «Әсә һәм бала» һауыҡтырыу программалары: тын алыу ағзалары ауырыуҙары, һын боҙолоуы (4 йәштән алып балалар); — йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һауыҡтырыу хеҙмәттәре (шул иҫәптән ауырлы ҡатындар өсөн аквааэробика буйынса дәрестәр); — гинекологик, урологик ауырыуҙар.

Aquagreen батҡаҡ-һыу менән дауалау учреждениеһына ҡаплаулы бассейн (25 м), SPA (аквазона, термозона, бьюти-зона), футбол һәм волейбол уйыны өсөн спорт залы, минераль һыу бюветы инә.

Green Hall күңел асыу залында бейеү залы, концерт залы, китапхана, конференц-залдар, ҡышҡы баҡса, музей урынлашҡан. Шифаханала даими рәүештә өлкәндәр һәм балалар өсөн уйын программалары, дискотекалар, концерттар, спорт саралары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, йога менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған. Шифахана территорияһы һәм Өфө буйлап экскурсиялар ойошторолған. Шулай уҡ ял итеүселәр өсөн бильярд, өҫтәл теннисы, һырғалаҡ, өҫтәл уйындары, 150 метр оҙонлоҡтағы тюбинг трассаһы, прокатҡа спорт инвентары алыу ҡаралған.

Көн һайын балалар бүлмәһе эшләй, бында аниматорҙар мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар уҙғара. Шифахана биләмәһендә хәүефһеҙ софт япмалы балалар майҙансығы йыһазландырылған.

Берҙәм комплекс, дауалаусы баланслы туҡланыу, уникаль тәбиғи «Хызыр» аҙ минераллы сульфат-кальций һыуы һәм көкөрт-водородлы сығанағы, күп профилле дауалау, уңайлы номерҙар, матур итеп ойошторолған ял — «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының төп өҫтөнлөктәренең береһе. Коллектив «Сәләмәтлекте бергәләп һаҡлайыҡ» лозунгыһы аҫтында эшләй[7].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

«Здравница—2010» Бөтә Рәсәй форумында «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы «Ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу буйынса иң яҡшы шифахана» номинацияһында алтын миҙал менән бүләкләнгән[8].

Шифахана тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Загидуллин Ш. З., Исхаков Р. М. Комплексное лечение и реабилитация больных в условиях бальнеологического санатория «Зелёная роща». Уфа, 1999.
  • Марданов К. Х. Санаторий «Зеленая роща». Уфа, 1987.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә