Викидатала элемент тултырылмаған

Йәнбирҙе (рус. Янбирди) — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ир-ат исеме. «Урал батыр» эпосында Урал менән Шүлгәндең атаһы.

Атама тарихы

үҙгәртергә

Фәтих Фазылов үҙенең «Индоиранцы в составе древних башкир» китабында: «Бик күп Европа халыҡтарында Яна (Йәнбикә) — ҡатын-ҡыҙе, ә Ян (Йәнбирҙе) ир-ат исеме. Ерҙәге тәүге ҡоро урында ошо исемле тәүге кешеләр тураһында „Урал батыр“ халыҡ эпосында ла яҙылған. Йәнбирҙе — ир-ат йәне, изгелек, яҡтылыҡ, әүҙемлек, ыңғайлыҡ билдәһе. Йәнбикә — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, яуызлыҡ, ҡараңғылыҡ, кирелек һәм пассивлыҡ билдәһе. „Ян“ һәм „Инь“ философик мәғәнәләренең Ҡытайҙан түгел, Уралдан сығыуы „Без истории нет будущего…“ китабында раҫлана»[1], — тип яҙа. Учалы халҡы «Урал батыр» эпосының район территорияһында барлыҡҡа килеүе тураһында үҙ версияһын тап бында Йәнбикә йылғаһы булыуы, Йәнбирҙенән алынған Йәнбирҙин фамилияһының киң таралыуы, һәм Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Әй, Мейәс йылғаларына ҡылысы менән сабып юл ярыу өсөн Урал батыр тап ошо ерҙә торорға тейеш булыуына бәйләй[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йәнбирҙе — фарсы теленән ингән «йән» һүҙенә башҡорт телендәге «бирҙе» һүҙе ҡушылып яһалған, яңы тормош бирҙе тигән мәғәнә аңлата[3]. Шулай уҡ башҡорт телендә «йән» тигән һүҙҙәр менән яһалған кеше исемдәренә ғаиләләге бәхетте, уңышты бәйләү күренә: Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу һ. б.[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә