Иҫке Һарай мәсете

Иҫке Һарай мәсете (ҡырымтат. Eski Saray camisi, Эски Сарай джамиси, Старый Дворец) — элекке мәсет, XIV быуат ҡырым татарҙары архитектураһы ҡомартҡыһы, Ҡырымдың иң боронғо мәсеттәренең береһе. Симферополь районының Пионерский ауылында урынлашҡан.

Мәсет
Иҫке Һарай мәсете
Ил Рәсәй/Украина[1]
Ауыл Пионерский

Мәсет Салгир йылғаһының үҙәнендә юҡҡа сыҡҡан Иҫке Һарай торамаһы урынында урынлашҡан. Мәсеттән башҡа элек бында шулай уҡ аҡса һуғыу йорто һәм һарай булған. Мәсет Ҡырым Алтын Урҙа дәүләтенең улусы булған осорҙа төҙөлгән.

1923 йылда мәсетте профессор П. В. Никольский өйрәнгән. Уның яҙмаларына ярашлы, был ваҡытта бинаның өҫтөн көмбәҙ биҙәгән, хәҙерге ваҡытта ул һаҡланмаған. Совет осоронда мәсетте бер нисә тапҡыр реставрациялауға ынтылыш була. 1969 йылда емерелгән ҡомартҡыны консервациялау буйынса эштәр башҡарыла[2].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Мәсет бинаһы ике квадраттан тора: ҙур квадрат яғының оҙонлоғо яҡынса 12,7 м һәм бәләкәй квадрат яғының оҙонлоғо яҡынса 6 м. Фараз буйынса, бәләкәй өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Бинаның төньяҡ-көнбайыш яғынан манара харабалары урынлашҡан[3]. Ҡоролманың стеналары ваҡ бөртөклө ҡомташтан һалынған һәм бик ҡалын (125 см-ға тиклем)[4]. Конструктив һәм декоратив элементтары эзбизташтан эшләнгән. Төньяҡтан урынлашҡан төп инеү урыны уҡлы арка рәүешендә яһалған[3]. Мәсеттең һәр бер стеналарында (көнығыштан башҡа) 5-әр тәҙрә уйылған: беренсе кимәлдә 2 квадрат тәҙрә, икенсе кимәлдә 2 ярымциркуль тәҙрә һәм өсөнсө кимәлдең үҙәк өлөшөндә 1 түңәрәк бәләкәй тәҙрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  2. Мечеть Эски-Сарай. Крымский архитектурный портал. Дата обращения: 21 март 2017.
  3. 3,0 3,1 Мечеть Эски-Сарай. cidct.org.ua. Дата обращения: 21 март 2017.
  4. Мечеть Эски-Сарай. crimeaz.ru. Дата обращения: 21 март 2017.
  • Исаенко А. Путешествие к Эски-Сарайской мечети // Крымские известия. — 2005. — № 35.
  • Крикун Е. В. Памятники крымскотатарской архитектуры. — Симферополь : Крымучпедгиз, 1998.