Иҫке Ҡабан торамаһы II
Иҫке Ҡабан торамаһы II (рус. Старокабановское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы эсендә урынлашҡан бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Иҫке Ҡабан торамаһы II | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТабылдыҡтар
үҙгәртергәҠомартҡы майҙанының якынса 940 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
Тура мөйөшлө яртылаш ер өй табылған. Уның дәүмәле 13,5×6 м, ике усаҡлы торлаҡ булған.
Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар бер нисә мәҙәниәткә ҡарай:
Ананьин мәҙәниәте — һауыттар иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып әүәләнгән түңәрәк төплө, ваҡ ҡына соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡ, өсмөйөштәр, ишелгән бау баҫып төшөрөлгән тулҡынлы һыҙыҡтар менән биҙәлгән;
Межа мәҙәниәте — һауыттар иҙелмәһенә ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән табаҡ һәм банка рәүешендә, ауыҙы тирәләй батырып төшөрөлгән һыҙаттар, шыма мөһөр баҫып төшөрөлгән ромб, өсмөйөш, кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән; яҫы төплө, шыма һәм тешле мөһөр баҫып төшөрөлгән өсмөйөш, ромб, кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән;
Ҡазан эргәһе мәҙәниәте — ҡабарынҡы көршәккә оҡшаған, ауыҙы тирәләй баҫылған ваҡ ҡына соҡорло биҙәк, шыма һәм тешле мөһөр баҫып төшөрөлгән кәкре һыҙыҡтар менән биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт.
Торамала хайуан һөйәктәре, саҡматаштан эшләнгән уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, һөйәк тишкестәр, уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар, сулпылар табылған. Артефакттарҙан күренеүенсә, халыҡ балыҡсылыҡ, һунар, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралда бронза быуаты ҡәбиләләренең үҙ‑ара йоғонтоһо процесын сағылдыра.
Асыш тарихы
үҙгәртергәИҫке Ҡабан торамаһы II 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.
1960 йылда совет ғалим-археологы, тарих фәндәре докторы Анна Васильевна Збруева, СССР Фәндәр Академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре Борис Григорьевич Тихонов тикшеренеү эштәре үткәрә.
1968—69 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы Владимир Савельевич Стоколос, 1981—82 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов, 1982 йылдаархеолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Р. Б. Исмәғилев, М. Ф. Обыдённов Иҫке Ҡабан торамаһы II //Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энц иклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Обыдённов М. Ф., Гарустович Г. Н. Жилище эпохи поздней бронзы Старо-Кабановского II поселения //Археологические работы в низовьях Белой. Уфа, 1986.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.