Иҫке Теләнсе
Иҫке Теләнсе — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Яңы Бүләк ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Иҫке Теләнсе татар. Иске Теләнче | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
92 кеше (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423875 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Яр Саллы—Сарман автомобиль юлы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәИҫке Теләнсе — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы. 1703 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында 3 тирмән (шул иҫәптән 2-һе — һыу тирмәне), 2 тимерлек, икмәк магазины, 8 бакалея һәм мануфактура кибеттәре, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1870 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
360 | 540 | 366 | 374 | 377 | 216 | 212 | 172 | 691 | 86 | 92 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәсет бар[1].