Ишкилдин Ноғоман Ваһап улы

112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, рядовой

Ишкилдин Ноғоман Ваһап улы (1904 йыл — 12 декабрь 1988 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[2].

Ишкилдин Ноғоман Ваһап улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Мәндәғол, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 12 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ат ҡараусы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ноғоман Ваһап улы Ишкилдин 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуа. 1942 йылда Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Дивизия комиссары Сәғит Әлибаевтың шәхсән ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[3]. Һуғыштан һуң Сәғит Әлибаев йыш ҡына Иҫке Собханғолға яуҙашын күрергә килә.

Ноғоман Ваһап улы ҡурайҙа уйнаған. Ул дивизия ҡурайсыларын ике рәткә теҙеп ҡуйыуҙарын һәм азат ителгән тораҡ пункттарға ҡурай көйө аҫтында инеүҙәрен хәтерләй.

Яугир 1946 йылда запасҡа сығарыла.

Ветеран 1988 йылдың 12 декабрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә