Ифань Хоу

ҡытай шахматсыһы

Ифань Хоу (ҡыт. ябайл. 侯逸凡, пиньин: Ҡалып:Pinyin англ. , 27 февраль 1994 йыл) — Ҡытай шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүрт тапҡыр донъя чемпионы (2010, 2011, 2013, 2016), Ҡытай ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында өс тапҡыр донъя чемпионаты еңеүсеһе (2007, 2009, 2011). Тәнәфестән һуң шахмат тажын кире ҡайтарыуға өлгәшкән өс донъя чемпионының (Елизавета Быкова, Се Цзюнь һәм Ифань Хоу) береһе.

Ифань Хоу
ҡыт. 侯逸凡
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Ҡытай[4]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Ҡытай[5]
Кана әлифбаһында исеме ホウ・イファン
Тыуған көнө 27 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[6][7][4] (30 йәш)
Тыуған урыны Синхуа[d], Янчжоу[d], Цзянсу[d], Ҡытай[8][9][10]
Туған тел Tong-Tai dialect[d]
Һөнәр төрө шахматсы
Шахматный титул гроссмейстер[d][5] һәм ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d]
Уҡыу йорто Пекин университеты
High School Affiliated to Renmin University of China[d]
Колледж Святой Хильды[d][11]
Тренер Е Цзянчуань[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2633[12]
Ҡатнашыусы Летние Азиатские игры 2010[d], Женская шахматная олимпиада 2006[d][13], Женская шахматная олимпиада 2008[d][13], Женская шахматная олимпиада 2010[d][13], Женская шахматная олимпиада 2012[d][13], Женская шахматная олимпиада 2014[d][13] һәм Женская шахматная олимпиада 2016[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ифань Хоу Викимилектә

Ифань Хоу алты йәшенән шахмат уйнарға өйрәнә. 10 йәшендә Пекинға күсә, Ҡытайҙың милли шахмат үҙәгендә шөғөлләнә башлай. Тренеры — гроссмейстер Е Цзянчуань.

Карьераһының башы

үҙгәртергә

2003 йылда Ифань Хоу Халкидикала (Греция) уҙғарылған 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъя чемпионатында еңә: 11 мөмкинлектән 9,5 мәрәй йыя. 2004 йылда 10 йәшкә тиклемге малайҙар араһында беренсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә, а тай-брейк һөҙөмтәһе буйынса 3-сө урын ала.

2005 йылда Ҡытайҙың ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатында Хоу Ифань ҡатын-ҡыҙҙар өсөн гроссмейстер нормаһын үтәй. 2006 йылдың май — июнендә Туриндағы Шахмат олимпиадаһында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы өсөн өсөнсө таҡтала уйнап, 13 мөмкинлектән 11 мәрәй йыя һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе гроссмейстар нормаһын үтәй. Был ваҡытта Хоу Ифанға 12 йәш тә өс ай була һәм ул шахмат тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң йәш гроссмейстер була. Гроссмейстер исеме рәсми рәүештә 2007 йылдың ғинуарында Антальяла (Төркиә) ФИДЕ-ның Президент Советында бирелә.

2007 йылда Ифань Хоу 13 йәшендә тарихта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ҡытайҙың иң йәш чемпионы була.

Мәскәүҙә «Аэрофлот опен 2007» турнирында 9 мөмкинлектән 3,5 мәрәй йыя.

2007 йылда Вейк-ан-Зеялағы турнирҙаС төркөмөндә бишенсе урынды биләй.

Шахматтан башҡа тормошо

үҙгәртергә

2012 йылда Пекин университетына уҡырға инә[14]. 2017 йылда уға Родс стипендияһы бирелә[15] һәм 2018 йылдан Оксфорд университетында уҡый[14]. 2020 йылда Шэнчжэнь университетының иң йәш профессоры була[14].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә