Исәнсеф
Исәнсеф[2] (татар. Исәнсеф, рус. Исянсупово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Исәнсеф | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Исансуповское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423988 |
География
үҙгәртергәАуыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1693 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Мышыға түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[4].
1905 йылда ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1859 йылда ауылда 194 ир затлы башҡорт һәм 754 типтәр, 1902 йылда — 373 ир затлы аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4].
1816 | 1870 | 1897 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
170 | 754 | 1068 | 1211 | 1314 | 765 | 797 | 542 | 444 | 472 | 400 | 276 | 235 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 517—518. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.