Исҡужин Әбдрәхим Рәхмәтулла улы

Әбдрәхим Рәхмәтулла улы Исҡужин (18911930) — ҡурайсы, халыҡ йырсыһы.

Әбдрәхим Рәхмәтулла улы Исҡужин
Тыуған көнө

1891({{padleft:1891|4|0}})

Тыуған урыны

Темәс ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы)

Вафат булған көнө

21 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тормош юлы

үҙгәртергә

Исҡужин Әбдрәхим Рәхмәтулла улы 1891 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған. Атаһы Рәхмәтулла Мәһәҙиев 1916 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан Ғабдулла Сәиди тураһында китаптың авторы булараҡ билдәле[1].

Әбдрәхим Исҡужин бик йәшләй башҡорт йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы һәм ҡурайсы булып таныла. Ул йырлағанда моңло тауышы бер йәйләүҙән икенсеһенә ишетелер булған. Шуға ла 1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр уҙғарылған СССР ауыл хужалығы һәм кустар сәнәғәт күргәҙмәһендә йырсы булараҡ Башҡортостан вәкилдәре составында ҡатнаша[2].

1923—1929 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. 1924 йылда Х. Ғ. Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» спектакелендә уйнай.

1927 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән театрҙар декадаһында Әбдрәхим Исҡужин Башҡорт дәүләт драма театры коллеективы составында ҡатнаша һәм Хәбибулла Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" пьесаһында ҡурайсы һәм йырсы ролен башҡара[3].

1929 йылдың 21 октябрендә репрессиялана. 1930 йылдың 21 майында атыла. 1989 йылдың апрелендә аҡлана[4].

Баймаҡ районында Әбдрәхим Искужин исемендә Оҙон көй бәйгеһе үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Юлай Ғәйнетдинов. Ҡурайсының әйләнеп ҡайтыуы // Ватандаш. — 2015. — № 8. — С. 150. — ISSN 1683-3554.
  2. Байназарова Сәғиҙә. Ирәндектең моңло балаһы 2018 йыл 14 апрель архивланған. // Башҡортостан, 21 ғинуар 2015.
  3. Ғәйнетдинов Ю. И. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө: АлфаРеклама. 2014. Т. 1 000 экз. —424 бит
  4. Книга памяти Республики Башкортостан