Исҡужа (Йылайыр районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Йылайыр районы ауылы

Исҡужа (рус. Искужино) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 183 кеше[1]. Почта индексы — 453696, ОКАТО коды — 80227823003.

Ауыл
Исҡужа
Исҡужа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Йылайыр районы

Координаталар

52°21′14″ с. ш. 57°45′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 227 823 003

ОКТМО коды

80 627 423 106

ГКГН номеры

0524904

Исҡужа (Рәсәй)
Исҡужа
Исҡужа
Исҡужа (Йылайыр районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Исҡужа

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
204191183
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 175 98 77 56,0 44,0
1959 йыл 15 ғинуар 171 80 91 46,8 53,2
1970 йыл 15 ғинуар 234 106 128 45,3 54,7
1979 йыл 17 ғинуар 182 96 86 52,7 47,3
1989 йыл 12 ғинуар 174 93 81 53,4 46,6
2002 йыл 9 октябрь 204 99 105 48,5 51,5
2010 йыл 14 октябрь 183 84 99 45,9 54,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 82 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Мәсет урамы (рус. Мечетная (улица))
  • Абдуллин урамы (рус. Абдуллина (улица))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))[5]

Тарихы үҙгәртергә

Исҡужа ауылы райондың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Ялан (Дала) Ялан Йылайыры йылғаһы буйында урынлашҡан. Бында Түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Был тораҡ пункттың барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм шарттары тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Ауыл тәүге тапҡыр Өфө наместниклығының Түңгәүер улусында V ревизия (1795 йыл) аша теркәлгән, тип иҫәпләнә, Исҡужа ауылы 9-сы Башҡорт кантонының старшина Йомағужа Дәүләтбирҙин командаһы Түңгәүер улусының Сирмешән бүлексәһенә ҡарай. Ауылда ошо улустың билдәле кешеләре йәшәгән: старшина ярҙамсыһы Фәйзулла Әбйәлилов, тархан Йәнгилде Бытуҡов, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары зауряд-хорунжий Ирназар Дәүләтсурин һәм поход йөҙ башы Мөхәмәтйәр Һөйөндөков. Исҡужа исемле ауыл кешеһе 1816 йылға иҫән булмаған. Ләкин уның улы — Динмөхәмәт Исҡужин (1790 йылда тыуған) йәшәгән ихата билдәләнгән, уның ҡатыны Ҡазифа менән улдары — Әбделмөҡмин (1809 йылғы) һәм ҡыҙы — Ҡаҙбикә (1814 йылғы). Динмөхәмәттең йәшенән сығып, Исҡужаның XVIII быуат уртаһында тыуыуы мөмкин, тип фараз итергә мөмкин. 17 быуат уртаһында уның ейәндәре Исҡужа ауылында йәшәүен дауам итә: 50 йәшлек Ғәбделмөкмин Исҡужин һәм Байдәүләт Динмөхәмәтов (1828 йылда тыуған, 1858 йылда вафат була). Уларҙың ғаиләләре булыуы билдәләнмәй.

Шулай итеп, Исҡужа ауылы XVIII быуат уртаһында — аҙағында йәшәгән түңгәүер башҡорто Ишҡужа исеме менән аталған. Энциклопедияларҙа урынлаштырылған ауылға Бөрйән улусы старшинаһы Исҡужа Йомашев исеме бирелеүе тураһында мәғлүмәттәр [Йылайыр районы, 2000. с.77; Башҡорт энциклопедияһы, 2007. 2007. с.200] хаталы һәм документлаштырылмаған.

Исҡужа ауылы тархандарының нәҫелдәре шәжәрә буйынса ла күҙәтелә. Йәнгилде Бытуҡовтың шәжәрәһе ошолай: Түңгәүер — Хаҡҡолай — Иламан — Күстәнә — Һатыусал — Ситәй — Шатыяҡ (йәки Шанбәк) — Бытуҡ — Йәнгилде тархан. Шәжәрәгә ярашлы, Бытуҡтан Һөйөндөк тә тыуған. Шулай ҙа улар араһындағы шәжәрәлә Супханғол исеме ҡалдырылған. Сөнки документтарҙа Һөйөндөктөң атаһы тип Собханғол яҙылған. Ревизия (1816 йыл) һөҙөмтәләре буйынса Исҡужа Һөйөндөк ауылында юҡ, ул был ваҡытҡа ул вафат булғандыр, күрәһең. Әммә уның шәжәрәләре һәм документтары үҙ һыҙатында ҡалған: Һөйөндөк — Мөхәмәтвәли — Ғәлиәхмәт — Шаһивәли — Шаһишәриф һәм Хәкимйән. Һөйөндөковтар — заманының билдәле кешеләре. Улар араһында хәрбиҙәр, дин әһелдәре лә була: Мөхәмәтйәр Һөйөндөков поход сотнигы булып хеҙмәт итә, һуғышта һәләк була, зауряд-хорунжий Мөхәмәтвәли Һөйөндөков, 1812 йылғы Ватан һуғышында 8-се Башҡорт полкы составында һуғыша, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә. 1853 йылда Мөхәмәтвәли Һөйөндөков көньяҡ түңгәүерҙәрҙең яңы ауылына — Мөхәмәтвәлигә нигеҙ һала. Ғәлиәхмәт Мөхәмәтвәли улы Һөйөндөков указлы мулла булып китә. Тархан Һөйөндөк нәҫелдәре олатайҙарының данлы эштәрен киләһе быуаттарҙа ла лайыҡлы дауам иткән.

Исҡужа ауылы халҡы 1812 йылдағы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. VII ревизия 1812—1815 йылдарҙа һәләк булған 8 оло кешенең һәләк булыуын билдәләй: поход йөҙ башы Мөхәмәтйәр Һөйөндөков (1814 йылда), Ибраһим Өмөтанов (1813 йыл), Көҫәп Йылғушев (1814 йылда), Бикҡушевтың улы Йәрмөхәмәт Килдеҡужин (1813), Сәйфулла Иштәнов (1815 йылда), Көрмәнай Йәнсурин (1812 йылда), Ишкилде Мәскәүев (1814 йылда), Бикмөхәмәт Бикибәтов (1812 йылда).

1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, Түңгәүер улусы Исҡужа ауылы кешеһе Ирназар Дәүләтсурин тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған. 1839 йылғы документта уның тураһында былай тиелә: "Зауряд-хорунжий Ирназар Дәүләтсурин, 17174-се һанлы Изге Георгий Хәрби орденының отличие билдәһенә һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» һәм «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалдарына эйә. "Уға 54 йәш, башҡорт балаларынан килә, Ишҡужа ауылында ағас йорто бар. 1805 йылдың 6 майында казак булып хеҙмәт итә башлай, 1815 йылдың 4 мартынан зауряд-хорунжий дәрәжәһендә. 1807 һәм 1811 йылдарҙа 1-се Башҡорт полкы менән армияла хеҙмәт итә, унда 1814 йылдың 10 февралендә Фельди ауылы эргәһендә дошманға ҡаршы күрһәткән батырлығы өсөн 17174-се һанлы Изге Георгий хәрби ордены менән бүләкләнә һәм 1826 йылда Ырымбур һыҙатында хҙмәт итә.[ЦГИА РБ. Ф. И-2. Оп.1. Д. 4674]…

1816 йылда ауылда 34 йорт иҫәпләнгән, уларҙа 121 ир-ат һәм 92 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. 1826 йылда, 9-сы Башҡорт кантоны Исҡужа а. 24 йортта 86 йән иҫәпләнгән. 1841 йылда 9-сы кантондың 8-се Түңгәүер улусы Сатай түбәһе (Ситәй) Исҡужа ауылында 393 кеше йәшәгән. IХ ревизия (1850 йыл) буйынса ауыл 55 йорттан торған. Х ревизия (1859 йыл) буйынса, 46 йортта 131 ир-ат һәм 127 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ауыл башлығы булып Ҡыуандыҡ Хәйбуллин торған.

Исҡужина ауылы халҡы ислам дине| тотҡан, бында элек-электән ағас мәсет булған. 1816—1859 йылдарҙа ауылдың указлы муллаһы булып Абдрахман Ишкинин иҫәпләнә (1859 йылда Ишкәйнәев). (1803 йылғы). Һуңынан Ғәлиәхмәт Һөйөндөков та указлы мулла була (1832 йылғы). 1816—1859 йылдарҙа указлы мәзин булып Аблай Саҡулов (1788—1859) иҫәпләнә. 1917 йылдан алып Исҡужа ауылының һуңғы указлы муллаһы Шәһишәриф Шәһивәли улы Һөйөндөков була (1866—1934 йылдар). Совет заманында мулла бурысын Сабирйән Мөхәмәтсадиҡ улы Аҡтаев башҡарған.

1841 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Исҡужа а. башҡорттары малсылыҡ менән шөғөлләнгән, йәйгеһен күсмә тормошҡа сыҡҡан. [ЦГИА РБ. Ф. И-138. Оп.2. Д. 431]. Игенселек менән аҙ шөғөлләнгәндәр, ужымдың дүрттән бер өлөшөн һәм яҙғы культураларҙың 72 сирек өлөшөн сәскәндәр. [ЦГИА РБ. Ф. И-2. Оп.1. Д. 4873. Л.161 т.-162; Сөләймәнов, 2003. с.143].

1860 йылдар башында Исҡужа ауылы Ҡыуат ауыл йәмғиәте составына инә [ЦГИА РБ. Ф. И-2. Оп.2. Д. 13068. Л.36 т.; Тарих, 2003. с.374]. Һуңынан унда 45 йорт хужалығы һәм 131 ир-ат була. Халыҡ йәйләүгә сыҡҡан: «Ҡыуат, Исҡужа, Ишбирҙе, Алғазы һәм Әбделкәрим ауылдары башҡорттары күсеп йөрөгән ерҙәр хәҙерге һәм әлегә тиклем Бәләкәй һәм Оло Быҙаулыҡ һәм 4 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Кәбән-Килгән йылғалары баштарында; алыҫҡа күсеп йөрөгән. Уларҙың күсеп йөрөү урыны, убалы һәм ташлы дала, йәйләүҙән башҡа, бер нигә лә уңайлы түгел».

1866 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 2-се станица Орск районының Исҡужа ауылында 42 ихатала 137 137 ир-ат һәм 121 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгән. Мәсет булған. 1866 йыл мәғлүмәттәре буйынса тораҡ пункттар исемлеге. — Санкт-Петербург, 1871. — С.182]. 1901 йылда 32 ихатанан тора, унда ике енестәге 164 кеше йәшәй. Ағас мәсет булған[Тораҡ пункттар исемлеге, 1901. с.75].

1920 йылда ауылда ике енескә ҡараған 312 кеше йәшәгән, 77 йорт хужалығы була. 1925 йылда унда 34 йорт хужалығы була[Тораҡ пункттар, 2002. с.239]. 1926 йыл материалдары буйынса 40 хужалыҡ була, унда ике енестән 178 кеше йәшәй[ЦГИА РБ. Ф. Р-472. Оп.2. Д. 556. Л.236]. Артабан ауылда халыҡ һанының түбәндәге динамикаһы күҙәтелә: 1939—175, 1959 йылда — 185 кеше, 1989 йылда — 174; 2000—203; 2002—204, 2009—191 кеше[6]. Тулыраҡ шул уҡ һылтанта буйынса:[7].

Матбуғатта үҙгәртергә

  • Исҡужа — бар нәмәгә ул хужа[8].

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  • Ялан Йылайыры йылғаһы ҡайҙа булған?[9]

Сайттарҙа үҙгәртергә

  • «Бөйөк Ватан һуғышында Юлгилдиндар» темаһына эҙләнеү эше[10]
  • Тол ҡатындар иламай…[11]


Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. Улицы
  6. Из истории села Искужино Зилаирского района
  7. Из истории села Искужино Зилаирского района
  8. - бар нәмәгә ул хужа(недоступная ссылка)
  9. Ялан Йылайыры йылғаһы ҡайҙа булған?
  10. «БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ЮЛГИЛДИНДАР» темаһына эҙләнеү эше
  11. Тол ҡатындар иламай…