Исҡужа исем
Викидатала элемент тултырылмаған |
Исҡужа — башҡорт ир-ат исеме, шулай уҡ башҡа мосолман татар,ҡаҙаҡ төрки халыҡтарҙа бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәИсҡужа исеме башҡорт теленә фарси теленән ингән һәм иш, иптәш, хужа тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИсҡужа Юмашев. Бөрйән старшинаһы.
фамилия
үҙгәртергәИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы (1927 йылдың 23 марты, Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылы — 2000 йылдың 22 феврале, Өфө ҡалаһы) — педагог, башҡорт милли мәғарифы өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы (1952—2009) — псевдонимы — Буранбай Исҡужин; 15 ғинуар 1952 йыл — 14 апрель 2007 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик һәм драматург. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Исҡужин Зәбихулла Ғәбделғәзим улы (1911—1936) — ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре.1911 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса — 1910 йылдың 22 декабрендә) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Мәҡсүт ауылында донъяға килгән.
Исҡужин Рудик Ғәзиз улы — дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 1972—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, 2004—2013 йылдарҙа Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы.1950 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Таймаҫ ауылында тыуған.
Исҡужин Таһир Сәлим улы (1956—2015) — (1956—2015) — башҡорт хоҡуҡ белеме ғалимы, юридик фәндәр кандидаты (1997), 2004—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1].
Исҡужин Әбдрәхим Рәхмәтулла улы (1891—1930) — ҡурайсы, халыҡ йырсыһы.1891 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған.
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (1928—2003) — халыҡ йырсыһы.уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (1965) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. 1965 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.
Ауылдар
үҙгәртергәИсҡужа (Йылайыр районы) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл.
Исҡужа (Әбйәлил районы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
Топонимия
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |