Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы

ауыл хужалығы алдынғыһы

Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы (13 август 1924 йыл — 29 июнь 1992 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозының Үҙәк бүлексәһе тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. СССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш (1974—1979) Юғары Советы депутаты.

Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Йәлембәт, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 29 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (67 йәш)
Вафат булған урыны Әлмөхәмәт, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафа Ғәлиулла улы Истамғәлин 1924 йылдың 13 авгусында БАССР-ҙың Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында тыуа. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1938 йылда Әбйәлил районының «Салауат батыр» колхозында малсы булып башлай. 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылда демобилизацияланғандан һуң «Красная Башкирия» совхозында тракторсы булып эшләй. 1954 йылдан — «Урал» совхозының Үҙәк бүлексәһе тракторсыһы.

Заманса ауыл хужалығы техникаһын бар камиллығында үҙләштереп, С. Ғ. Истамғәлин юғары уңышы оҫтаһы булып таныла. Район механизаторҙары араһында тәүгеләрҙән булып шәхси биш йыллыҡ планы буйынса эшләй башлай. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың тәүге өс йылында (1971—1975) 16 592 шартлы гектар ер һөрә, планға ҡарата 174 процент эшләй, 7815 килограмм яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм 1 470 һумлыҡ запас частар экономиялай. 1973 йылда йыллыҡ йөкләмә 3500 гектар булып, 10 ай эсендә 6545 гектар һөрә (совхоз буйынса уртаса күрһәткес — 2 980 гектар). Совхоз һәм район тракторсылары араһында социалистик ярышта беренсе урын ала. 1973 йылда айырыуса туңға һөрөүҙә айырылып тора. Бер миҙгелдә 650 гектар йөкләмә ҡаралһа, ул 862 гектар эшләй.

Хеҙмәте менән совхоздың дәүләткә иген һатыу планын үтәргә ярҙам итә. 1973 йылда халыҡ хужалығы планы 201 мең центнер булһа, совхоз 238,9 мең иген тапшыра (119 процент). Алдынғы механизатор эшләгән бригада пландағы 28548 центнер урынына тулайым 44 28 центнер иген йыйып ала (154 процент).

С. Ғ. Истамғәлин беренсе класлы тракторсы-машинист була. Тупраҡ эшкәртеү, йығылған ашлыҡты йыйыу буйынса 4 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә. Иптәштәре менән тәжрибәһен ихлас бүлешкән. Биш йыллыҡтың өс йылында уның етәкселегендә 10 йәш стракторсы оҫталығын камиллаштыра.

Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән уңыштары һәм дәүләткә иген һәм башҡа ер эшкәртеү продукттарын етештереүҙе һәм һатыуҙы арттырыу буйынса ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәгәндә күрһәткән хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрендәге указы менән С. Ғ. Истамғәлинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1985 йылда пенсияға сыға. 1992 йылдың 29 июнендә вафат була.

СССР Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты (1974—1979).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатынан С. Ғ. Истамгалин исемендәге волейбол буйынса күсмә район кубогы булдырылған.
  • Йәлембәт ауылындағы урамға герой исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә