Исмәғили әҙәбиәт (ғәр. الأدب الإسماعيلي‎; рус. Исмаилитская литература) — ғәрәпсә, фарсы, урду һ. б. телдәрҙә исмәғили шиғыйҙарҙың дини-фәлсәфәүи трактаттары һәм нәфис әҙәбиәте.

Исмәғили әҙәбиәт

Шиғый имамы Жәғәфәр әс-Садиҡтың улы Исмәғил исеменән сыҡҡан ағымдың Яҡын Көнсығыш территорияһында VIII быуатта ортодоксаль сөнни мосолмандарға ҡаршы барлыҡҡа килә.

Исмәғили әҙәбиәт исламда белем һәм интеллектуаль йүнәлеш эҙләүҙе фанатик пропагандалау менән тасуирлана. Исмәғилиҙәр Һиндостанда һәм мосолман Африкаһы биләмәһендә төрлө телдәрҙә бик күп китаптар һәм гәзиттәр сығара.