Ислам мәҙәниәте (ғәр. الثقافة الإسلامية‎‎ — әс-сәҡәфәтү-л-исламийя) — күп ҡырлы термин, тар мәғәнәлә урта быуат мәҙәниәтен һәм Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостан, Төньяҡ Африка һәм Көньяҡ-Көнбайыш Европала исламлаштырыуға дусар ителгән илдәрҙең традицияларын аңлата. Киңерәк мәғәнәлә — ислам таралған территорияларҙа ошо динде тотоусы халыҡтарҙың классик һәм заманса мәҙәниәте. «Ике мәғәнәлә лә (айырыуса икенсе мәғәнәлә) ул шартлы төшөнсә, йыш ҡына — динде һәм мәҙәниәтте тиңләштереү һөҙөмтәһе булып тора»[1]..

Ислам мәҙәниәте
Барлыҡҡа килгән Ислам донъяһы
Хеҙмәттәре тупланмаһы Чикаго сәнғәт институты[d]
 Ислам мәҙәниәте Викимилектә

Терминды ҡулланыу үҙгәртергә

Исламдың билдәле тарихсыһы Маршалл Ходжсон үҙенең өс томлыҡ "Ислам Тарихы: тыуғандан алып беҙҙең көндәргә тиклем ислам цивилизацияһы " тикшеренеүендә «ислам» һәм «мосолман» һүҙҙәрен, академик ҡулланыуҙан айырмалы рәүештә, дини ҡулланыуҙың ауырлығын билдәләй. Ул был һүҙҙәрҙе тик дини күренештәр өсөн генә ҡулланырға, ә мосолман халыҡтарының бөтә культурологик аспекттарын билдәләү сифатында «ислам донъяһы» терминын ҡулланырға тәҡдим итә. Әммә уның билдәләмәһе ҡабул ителмәй һәм был терминдарҙа буталсыҡ әле лә ҡала бирә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Колодин А. В. Исламская культура 2012 йыл 23 март архивланған. // «Культура веры. Путеводитель сомневающихся» Авторский проект Александра Колодина.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар үҙгәртергә