Ғәҙелша шарлауығы

(Ибраһим шарлауығы битенән йүнәлтелде)

Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы) — Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.[1][2][3].

Ғәҙелша шарлауығы
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
РайонБаймаҡ районы 
ЙылғаТөйәләҫ 
Бейеклеге15 м
Һыу сығымы10 м³/с
Рәсәй
Точка
Ғәҙелша шарлауығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ғәҙелша шарлауығы
 Ғәҙелша шарлауығы Викимилектә

Тирә–яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.

"Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән үләндәр: йомшаҡ әрем (полынь шелковистая), ҡаясатыр (бороздоплодник), казак артышы (можжевельник казацкий), ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина), Литвинов сырмалсығы (чина Литвинова), тау һарынаһы (горноколосник колючий), ебәк ҡаҙүлән (лапчатка шелковая), шиверекия үләне (шиверекия подольская), цицербита үләне (цицербита уральская), шырт еҙүлән (тонконог жестколистный), елемүлән (смолевка башкирская).

Ҡаяға йәбешеп үҫкән ағастарға оя ҡорған ҡоштарҙы һәр ерҙә лә осратып булмай.

Ғәҙелша шарлауығы — туристарҙың яратҡан урыны. Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге.

Ғәҙелша шарлауығы

Географияһы

үҙгәртергә

Административ яҡтан Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың Баймаҡ районында, Баймаҡ урманхужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Шарлауыҡтан көньяҡ-көнбайышҡарағ 5,6 км алыҫлыҡта шул исемле ауыл булған, хәҙер был ауыл бөткән.[2][3] Шарлауыҡтан 4 км көньяҡ-көнбайышта Абҙаҡ ауылы бар. Бынан тыш 1.5 км алыҫлығта Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының ял итеү базаһы төҙөлгән.[2].

Физик географияға нигеҙләнеп, Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек тауының көнсығыш битләүендә Яманташ тау түбәһенән йыоаҡ түгел урынлашҡан. Был урындағы тауҙар Түбән һәм Урта Девон осорондағы, Ирәндек свитаһы тип аталған[1], вулкан (эффузия) тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Ғәҙелшаның һикәлтәләре кремний сланецтары, порфириттар, туф кеүек тау тоҡомдарынан тора.[2].

Гидрология

үҙгәртергә

Шарлауыҡ Яйыҡ йылғаһының ҡушылдығы Төйәләҫ йылғаһында барлыҡҡа килгән. Шарлауыҡ каскад тибындағы шарлауыҡтарға керә һәм өс каскадтан тора. Шарлауыҡтың дөйөм бейеклеге 15 м-ҙан артыҡ, 20 м-ға етмәй. Был күрһәткес буйынса был Көньяҡ Уралдағы иң бейек шарлауыҡ.[1][2] Шарлауыҡтың беренсе күтәрмәһе яҫы һәм бейеклеге 1,2 метрҙан артмай, һыу ялғаштан аҡҡан кеүек аға. Икенсе һәм өсөнсө күтәрмәләре 7-шәр метр бейеклектә һәм икеһе лә текә. Уларҙан ағып төшкән һыу айырым ағымдарға бүленә. Һыу ағымы йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәрә. Ҡышын шарлауыҡ туңы. Яҙ көнө һыуҙың иң ҙур сығымы булған миҙгел. Был ваҡытта шарлауыҡ иҫ киткес матур була. Йәй һәм көҙ айҙарында һыу сығымы кәмәй, шулай ҙа бары бер 10 л/с һыу сығымы һаҡлана.


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Фаткуллин Р. А. Ҡалып:Башкирская энциклопедия
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Н. Рундквист, О. Задорина. Гадельша // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Издательство «Квист», 2013.
  3. 3,0 3,1 А. А. Мулдашев. Водопад Гадельша (Ибрагимовский) // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / отв. ред. А. А. Мулдашев. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 68—69.